Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2021, 14:20

Аҡсаларынан ҡолаҡ ҡағыусыларҙың һаны көндән-көн арта

Instagram аша әйбер алырға теләгән...

Беҙҙең халыҡ тиҙ ышаныусан. Шул арҡала кеҫә ҡалынайтыусыларҙың һаны артҡандан арта ғына бара. Был аҙнала интернет аша әйбер алырға теләп алданыусыларҙың һаны егермегә еткән. Улар йәмғеһе 3 млн һум тирәһе аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙ 11800 һум аҡсаһынан тороп ҡалған. Ул Instagram аша әйбер алырға теләгән. Тик килешелгән ваҡытҡа әйбере килмәгән. Ә үҙен ҡара исемлеккә индереп ҡуйғандар.
Матбуғат хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы халыҡты уяу булырға саҡыра. “Таныш булмаған кешегә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратһалар ҙа, һөйләшмәгеҙ, бәйләнеште өҙөгөҙ”, - тиҙәр улар.
Читайте нас: