Ҡәҙимге күләүек тә кеше ғүмере өсөн хәүефле тип кем уйлаһын инде. Мәскәүҙә 15 йәшлек үҫмер ҙә күләүек аша үткәндә тиҙҙән дауаханаға эләгермен тип уйламағандыр. Йыйылып ятҡан һыу эсенә баҫыуы була шунда уҡ аңын юғалта. Янынан уҙып барыусылар “Тиҙ ярҙам” саҡырта. Әлеге көндә ул кардиология бүлегендә электр тогы һуҡҡандан алынған яраларҙан дауалана.