Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2021, 14:45

Радий Хәбиров республика һаулыҡ һаҡлау министрына кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн санитар авиацияны йышыраҡ файҙаланырға ҡушты

Бер йыл эсендә техника 97 тапҡыр һауаға күтәрелгән

Былтыр республика федераль аҡса иҫәбенә махсус медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған «Ансат» вертолеты һатып алғайны.
Бер йыл эсендә техника 97 тапҡыр һауаға күтәрелгән һәм 97 пациентты, шул иҫәптән аварияларҙа зыян күреүселәрҙе эвакуациялаған. Быйыл вертолет ярҙамында 121 рейс яһау планлаштырыла. «Был вертолет ярҙамында күберәк ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып була. Мәсьәләне ныҡлап ҡарағыҙ. Алыҫ төбәктәр һәм айырыуса барып етеү ауыр булған райондарға вертолет менән сығыуҙы арттырырға кәрәк,» – тигән республика етәксеһе.
Читайте нас: