Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2021, 12:40

Республика мәғариф учреждениеларында асыҡ ишектәр көнө үтте.

Мәктәпкә килгән атай-әсәйҙәр берҙәм менюға индерелгән ризыҡтарға дегустация ойошторҙо

Өлкәндәр мәктәп ашханаларына килеп, берҙәм менюға индерелгән ризыҡтарға дегустация ойошторҙо.Продукция сифаты һәм хәүефһеҙлеген иҫбатлаусы документтар менән танышты. Белем усаҡтары етәкселеге һәм ашнаҡсыларға балалар туҡланыуы, эҫе аш әҙерләү нескәлектәренә бәйле һорауҙарын еткерҙе.
Өфөнөң 121-се мәктәбе ашханаһына төрлө ведомство етәкселәре лә саҡырылды. Формаль булмаған ултырышта район-ҡалаларҙа мәктәп туҡланыуын ойоштороуға бәйле проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары барланды. Әйткәндәй, Башҡортостан Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан һуңғы ике айҙа ойошторолған кәңәшмәләр һөҙөмтәләре буйынса уҡыусылар өсөн «иң тәмле» төбәктәр исемлегендә. Федераль мәғлүмәттәрҙә ата-әсәләрҙән ялыуҙар күренмәй.
Роспотребнадзор белгестәре илдең барлыҡ төбәктәрендә лә бушлай туҡланыу сифатын тикшерҙе. Башҡортостан бөтә күрһәткестәр буйынса ла билдәләнгән талаптарға тура килә. Шулай ҙа тәрилкәгә нормаға ярашлы һалып еткермәүгә бәйле кире осраҡтар ҙа булыуы күҙәтелә. Бындай күренештәр ҡабатланмаһын өсөн ентекле эш алып барабыҙ. Башҡортостандың мәғәриф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Читайте нас: