Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу ҡурҡынысы менән бәйле рәүештә юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһы нигеҙендә, кинотеатрҙар, театр-концерт ойошмалары, мәҙәниәт йорттары санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгәндә һәм тамашасылар урындарын тултырыуҙы залдың һыйҙырышлылығын 85 процентынан арттырмайынса эшләй ала. Төнгө клубтар (дискотекалар) һәм башҡа шундай уҡ объекттарға ла ошо үҙгәреш ҡағыла.