Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2021, 11:55

Оҙаҡ йәшәгең килһә...

Яратҡан эшең менән булыш.

Оҙаҡ йәшәүҙең сере күп һәм төрлө. Табиптар насар ғәҙәттәрҙән арынырға кәңәш итә. Сөнки тәмәке тартыу яман шеш ауырыуҙарын барлыҡҡа килтерергә булышлыҡ итһә, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу бауыр, йөрәк, ашҡаҙан аҫты биҙен зарарлай, тиҙәр.
Европа ғалимдары иһә, йәшелсә, емеш-еләк, балыҡ аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ, ти.
Психологтар ҙа оҙаҡ һәм бәхетле йәшәүҙең сере менән бүлешә. “Яратҡан эшең менән шөғөлләнеү – ярты бәхет, - тиҙәр улар. – Күңеле ятҡан шөғөл менән булашып, унан кинәнес алыусылар, эш урынына эш хаҡы өсөн генә йөрөүселәргә ҡарағанда, 18% оҙағыраҡ йәшәй”.
Читайте нас: