Тештәрҙең һау һәм барыһы ла урынында булыуы матурлыҡ билдәһе генә түгел. Йүнләп сәйнәлмәй йотолған ризыҡтан ашҡаҙан-эсәк юлдары зарарланыуын беләбеҙ. Британия ғалимдары раҫлауынса, баш ауыртыуына ла булышлыҡ итә икән. Стоматологҡа күренергә ҡурҡҡандар йыш ҡына ҡолаҡ шаулауынан, баш әйләнеүенән, күҙ алмалары ауыртыуҙан яфалана, тиҙәр улар.