Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 14:05

Ленара Иванова бөгөндән вице-премьер түгел

Был үҙгәрештең сәбәбе нимәлә?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә мөһим кадрҙар үҙгәреше менән башланды. Улар менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров таныштырҙы.
Шулай итеп, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөндән алып Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнде. Ул һаулыҡ һаҡлауҙан тыш демография, халыҡты медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, ғаилә, хеҙмәт, мәшғүллек, халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре менән дә шөғөлләнәсәк. Был вазифала эшләгән вице-премьер Ленара Иванова иһә Премьер-министр урынбаҫары булыуҙан туҡтай һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып ҡына ҡала. Радий Хәбиров был үҙгәреште аңлатып шуны әйтте:
– Быйыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Бында күп нәмә һаулыҡ һаҡлауға бәйле. Иң мөһиме - үлем осраҡтарын кәметеү. Шуға күрә Максим Забелин был эш менән системалы шөғөлләнһен өсөн ошондай ҡарар ҡабул ителде, – тине.
Читайте нас: