Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 19:45

Транспорт министры менән дә хушлаштыҡ

Был вазифаны кем биләр?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бедереүенсә, республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев үҙ теләге буйынса вазифаһынан китте. Әлегә уның беренсе урынбаҫары Виктор Жульков ваҡытлыса был вазифаны башҡарып торасаҡ.

Алан Марзаев республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһына былтыр 1 апрелдә тәғәйенләнгәйне. 2019 йылда ул Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы булды, 2019-2020 йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы” етәксеһе ине.

Радий Хәбиров белдереүенсә, әлегә министр вазифаһына кадр ҡарары юҡ, шуға ваҡытлыса беренсе урынбаҫар эштәрҙе башҡарып торасаҡ.

Читайте нас: