Сығышы менән Башҡортостандан булған, әлеге ваҡытта Нижневартовскта йәшәүсе 38 йәшлек ҡатын ун йәшлек балаһын салып үлтерергә уйлап, ике урындан муйынын бысаҡ менән йәрәхәтләгән. Һуңынан өйөнә ут төрткән. Ялҡын телдәре йортон ялмап алыуын күргәндән һуң ғына аҡылына килеп, янғын һүндереүселәрҙе саҡырған.