Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 14:00

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға кем лайыҡ булды?

Премия үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергән өсөн ике йылға бер тапҡыр әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәренә бирелә.

Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты иғлан ителде. Мәртәбәле бүләккә 2021 йылда “Беҙҙең илебеҙ ожмахтай” тигән китабы өсөн Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды.
Премия үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергән өсөн ике йылға бер тапҡыр әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн бирелә.
Әҙибәне оло бүләге менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: