Бөгөн Өфөлә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының коллегияһында журналистарҙың эш хаҡы тураһында ла һорауҙар күтәрелде."Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина фекеренсә, яҡшы эш хаҡы тармаҡҡа йәш кадрҙар йәлеп итергә мөмкинлек бирер ине. "Тамыр" балалар телеканалының иң ҙур проблемаһы – эш хаҡы. Хеҙмәт хаҡы булһа, белгестәр буласаҡ. Бер нәмә белмәһәләр лә, эшләргә теләктәре булған кешеләр килеүен теләйем. Вуз тамамлаған кешене урынлаштырырға кәрәк, вуз уға эш тәжрибәһе бирмәй бит. "Тамыр"ҙа журфак тамамлаған бер кеше лә юҡ: филологтар, биологтар, иҡтисадсылар һәм башҡа һөнәр вәкилдәре бар", – тине коллегияла телеканал директоры.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профкомы вәкиле Александр Кузьменко журналист һөнәре абруйын күтәрергә кәрәклеген белдерҙе.“Һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәр абруйын күтәрергә кәрәклеген һөйләйҙәр. Миңә ҡалһа, журналист һөнәре тураһында һөйләргә лә ваҡыт етте. Әлеге ваҡытта журналистарға матди ярҙам тураһында уйларға кәрәк. Журналистҡа яҡшы эш хаҡы түләнһә, ул ғаиләһен ҡарай алһа, һөнәрҙең абруйы артасаҡ", – тине ул.
Коллегияла баш мөхәррирҙәр әле матбуғат хеҙмәткәрҙәренең 3-4 тапҡыр артығыраҡ көсөргәнеш менән эшләүен әйтте, улар ҡағыҙ баҫма өсөн дә, гәзиттәрҙең сайттарына ла материалдар әҙерләй.
“Журналистарҙың эш хаҡы мәсьәләһен өйрәнәбеҙ. Хәл итербеҙ", – тине республика хөкүмәте премьер-министры Азат Бадранов. Ул Башҡортостан республикаһы Башлығының Гранттар системаһын да ҡулланырға тәҡдим итә. Уның һүҙҙәренсә, ул аҡсаларға мәктәп уҡыусылары араһында һөнәри конкурстар үткәрергә һәм медиамәктәп ойошторорға була.