Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 01:29

"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсына йомғаҡ яһалды

Проекттың авторы һәм ойоштороусыһы БР Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Ул быйыл 5-се тапҡыр ойошторолдо. Сараның төп маҡсаты – йәмғәиәтебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың баһаһын, абруйын күтәреү, уңған, һәләтле, эшһөйәр, күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы республикабыҙға танытыу.
“Торатау” конгресс-холында үткән конкурстың йомғаҡлау этабына республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалаларынан, хатта күрше төбәктәрҙән дә иң шәп, иң сағыу һәм иң әүҙем гүзәл заттар йыйылды. Улар араһында күп бала тәрбиәләүсе әсәләр, уҡытыусылар, табиптар, китапханасылар, ҡул эше оҫталары, фән эшмәкәрҙәре, артистар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар ине. Еңеүселәр ун номинация буйынса билдәләнде.
Байрамда 14 ҡатын-ҡыҙға “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды. Улар араһында Башҡортостандың элекке мәғариф министры, педагогия фәндәре кандидаты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры Леонора Ҡыуатова, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры уҡытыусы, композитор һәм дирижер Мәрйәм Солтановалар бар.
Читайте нас: