Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында байрам концерты, 9 Майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр һалына, Мәңгелек ут, Муса Гәрәев ҡәбере, Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимовтар бюстары һәм башҡа һәйкәлдәр янында почетлы ҡарауыл ойоштороласаҡ, хәрбиҙәр парады, хәрби техника һәм ретроавтомобилдәр күрһәтеү, "Үлемһеҙ полк” патриотик акциялары ҡаралған.