Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 15:45

Тиҙ ҡартаймайым тиһәң...

Төйөлгән ҡаш, асыуҙан турһайған йә ҡымтылған ирендәр, башта бер туҡтауһыҙ ҡайнашҡан ауыр уйҙар ҙа маңлайҙарға һырҙар булып ята. Шуға ла, яҡшы кәйеф, яҡшы уйҙарҙа ғына йөрөү ваҡытанан алда ҡартайыуҙан да ҡотҡарыр, тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа көйләргә лә ярҙам итер.

  1. Кемдер иртән һып-һыуыҡ һыу менән йыуынһаң йоҡо оса, бәғзеләр эҫе һыу тиреләге бысраҡтарҙан арындыра тип иҫәпләй икән – яңылыша. Бары тик бүлмә температураһындағы йә һалҡынса һыуҙа ғына йыуыныу бит тиреһен тәбиғи матурлығында һаҡланырға ярҙам итер.
  2. Аҙ хәрәкәтләнеү ҙә тиҙ ҡартайыуға булышлыҡ итеүҙең беренсе “дошманы”. Хәрәкәт иткән саҡта ҡан әйләнеше әүҙемләшеү менән бергә, биттәге мускулдар ҙа эшләй башлай.
  3. Биҙәнгән килеш йоҡлау ҙа бит тиреһен тиҙерәк ҡайртайтыуға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә йыш ҡына косметиканан арынмайынса йоҡлауҙы ғәҙәт итеп алаһың икән, күҙ ҡабаҡтары шешеп, күҙ төптәрендә һырҙар барлыҡҡа килә, бит тиреһе ҡороша башлаясаҡ.
  4. Ҡояшта ныҡ ҡыҙыныу ҙа, ҡышҡы селләлә оҙаҡ йөрөү ҙә тире өсөн зарарлы. Шуға ла эҫе ҡояш нурҙарынан, һыуыҡтан һаҡланыусы кремдарҙы миҙгеленә ҡарап ҡул аҫтында тотоу мотлаҡ.
  5. Төйөлгән ҡаш, асыуҙан турһайған йә ҡымтылған ирендәр, башта бер туҡтауһыҙ ҡайнашҡан ауыр уйҙар ҙа маңлайҙарға һырҙар булып ята. Шуға ла, яҡшы кәйеф, яҡшы уйҙарҙа ғына йөрөү ваҡытанан алда ҡартайыуҙан да ҡотҡарыр, тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа көйләргә лә ярҙам итер.
  6. Читайте нас: