Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 11:55

Әйҙә киттек клубҡа!

Бында хәҙер күңелле!

Ҡариҙел ауылындағы күп функциялы клубты танырлыҡ та түгел хәҙер. "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы бында ремонт эштәре үткәрелде. Яңы шарттар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәртләнеп эшләргә мөмкинлек бирә. Бында гармунсылар ансамбле, өлкән йәштәгеләргә һаулыҡ клубы, "Грация" гимнастика төркөмө эшләй. Әүҙем ялды үҙ итеүселәр рәхәтләнеп тренажер залында шөғөлләнә, теннис, бильярд, шахмат уйнай. Хатта караоке-клуб ойошторорға ниәтләйҙәр.
Яңыртылған сәхнәлә төрлө саралар, конкурстар үтә, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн концерттар ойошторола. Күп функциялы клубта "Тамыр" телеканалы тапшырыуын да төшөргәндәр. Унда Яңы Бәрҙәш менән Ҡараяр ауыл советтарынан биш ғаилә һәм балалар саҡырылған. Балалар үҙҙәренең шәжәрәләре һәм мауығыуҙары тураһында һөйләне. Улар өсөн тематик фотосессия ойошторолдо.
Читайте нас: