Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 23:37

Айҙар Ғәлимов хаҡында ғәйбәт таратҡандар

Бындай ғәйбәттәргә йырсының йөрәге түҙерме?

Сәхнә оҫталарының тормошо халыҡтың күҙ алдында шул. Айҙар Ғәлимов тураһында ла ниндәй генә һүҙҙәр һөйләнмәне лә, ниндәй генә ғәйбәттәр таралманы.
- Ғәйбәттәр менән йәшәргә өйрәндем мин, - ти был хаҡта йырсы. - Улар ҙа минең яҙмышымдың бер киҫәге бит. Бөтә һөнәр кешеләре араһында ла төрлө эштәр бар, төрлө ҡыҙыҡтар, уңыштар-уңышһыҙлыҡтар, матурлыҡ-йәмһеҙлек бар. Әммә бөтәһенеке лә күренмәй. Завод йәки фабрикала эшләүсе киң аудиторияға ҡыҙыҡ түгел. Ә мин барыһының да күҙ алдында. Минең турала уйлап сығарыуы ҡыҙығыраҡ, сөнки мине беләләр. Ләкин мин дә үҙемде беләм. Шуға күрә кемдеңдер мине тикшереп баһа биреүенә иғтибар итмәйем. Бары тик өй эсенә кермәһендәр, ғаиләмә, балаларыма, яҡындарыма ҡыйынлыҡ килтермәһендәр. Ә ҡалғанын ҡабул итәм. Әлбиттә, бар ине борсолған саҡтар. Унан аңланым: бөтәһе өсөн дә борсола башлаһам, йөрәгем түҙмәҫ. Хәҙер күбеһен ишетмәй тыныс ҡына үткәрәм.
Читайте нас: