Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 21:28

Бөгөн Башҡортостан кинотеатрҙарыда Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы прокатҡа сыҡты

Фильмды тәүгеләрҙән булып 2 мартта Мәскәү тамашасыһы ҡараны.

Кинокартина өҫтөндә эш 2018 йылда башлана. Картинаның төп өлөшө Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлгән. Актәрҙар, фильмдың командаһына ауыл халҡы һәм район администрацияһы ныҡ ярҙам иткән.
Фильмды әҙерләүҙә 50-нән ашыу кеше эшләгән, ул тотошлай башҡорт телендә төшөрөлгән. Аҙаҡ Санкт-Петербург актерҙары тауышы менән рус телендә дубляж яҙылған.
Фильмды тәүгеләрҙән булып 2 мартта Мәскәү тамашасыһы ҡараны. Илдең баш ҡалаһының кино йортонда Башҡортостан вәкилдәре, яҡташтар, билдәле режиссерҙар, кино критиктары ҡатнашты. “Өс таған”ды барыһы ла алҡышлап ҡабул итте.
Кисә иһә Өфөнөң “Родина” кинотеатрында премьера алдынан билдәле кешеләргә, блогер, журналистарға фильм күрһәтелде. Фильмдың исем туйында ижади төркөм һәм төп ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа бар. Аҙаҡ тамашасылар улар менән аралашты, фекер бүлеште.
Читайте нас: