Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 11:05

Бала һаман аңына килмәгән

Унан һуң бер ай үтте.

30 ғинуарҙа Баҡалы ауылында 13 йәшлек спортсының көрәш мәлендә арҡаһына төшөүе, шунан һуң ҡапыл үҙен насар тоя башлауы, аңың юғалтыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусы һаман аңына килмәгән. Тәүҙә уны район дауаханаһында дауалаййҙар, Рошаль исемендәге балалар хирургияһы һәм травматологияһы ғилми-тикшеренеү институты табиптары менән кәңәшләшеп эш итәләр. Ошо көндәрҙә үҫмерҙе Республика балалар дауаханаһына алып килгәс, хәле тағы насарая.
Тәфтишселәр был аянсылы хәлде тикшерә, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эй, Хоҙайым, бала тиҙерәк аңына килһен ине!
Читайте нас: