Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 01:24

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында күргәҙмә асыласаҡ

Күргәҙмә "Ҡатын-ҡыҙҙар күҙлеге менән" фотопроекты сиктәрендә үтә.

4 мартта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Донъялағы иң абруйлы һөнәр" тип аталған күргәҙмә асыласаҡ.
Авторы - Стәрлетамаҡтың Балалар дауаханаһы ултьратауыш ярҙамында диагноз ҡуйыу табибы, Рәсәй фоторәссамдар берлеге ағзаһы Регина Валерий ҡыҙы Иванова.
Эштәрҙә врач, фельдшер, шәфҡәт туташтарының ауыр көндәлек хеҙмәте сағылған. Үҙенең коллегаларын фотоға төшөрөп алыу тураһында идея Регина Ивановаға бер нисә йыл элек килгән һәм уны яйлап тормошҡа ашырған. Күргәҙмәгә ингән рәсемдәрҙә кешеләрҙең исем-шәрифе күрһәтелмәгән, сөнки автор уйлауынса,ошолай итеп ул медицина хеҙмәткәрҙәренең дөйөм образын тыуҙырырға теләй.
Читайте нас: