Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 12:20

Ярай ҙа уҡытыусы иғтибарлы булған

Өйҙәш ирҙең ҡыҙҙарға йәбешкәнен мәктәптә белеп ҡалалар.

Волгоград өлкәһендә Таджикистандан килгән 58 йәшлек гастарбайтер башта документһыҙ-ниһеҙ, ҡайҙа етте шунда осраҡлы эштәр ҙә генә йөрөй. Һуңынан йылы урын таба. Ике балалы яңғыҙаҡ ҡатынға хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡанда танышалыр, тиҙҙән бергә йәшәй башлайҙар. Ошо мәлдән алып 9, 10 йәшлек ҡыҙ балаларҙың тормошо ысын мәғәнәһендә тамуҡҡа әйләнә. Әсәләре өйҙә юҡ саҡта йәш балаларҙы көсләй ир аҡтығы. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
Ҡурҡытып ҡуйғас, был хаҡта бер кемгә лә һөйләй алмайҙар. Уҡыусыларының ҡапыл үҙ-үҙҙәренә бикләнеүҙәренең сәбәбен белергә тырышҡан уҡытыусыларына ғына асыла ала улар. Педагог теҙгенде ҡыҫҡа тота, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Тегене ҡулға алалар.
Читайте нас: