Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 19:05

Әбйәлилдә тағы "ЧП"

Белем усағы 1970 йылда төҙөлгән.

Кисә, 5 мартта, Әбйәлил районы Красная Башкирия мәктәбенең ҡыйығы емерелгән. Был мәлдә уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа дәрестә булған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
Бер ҡатлы кирбестән төҙөлгән бинаның тимер-бетон плитәһенең емерелеп барыуы асыҡланған. Белем усағы 1970 йылда төҙөлгән. Әле 1-9 кластарҙа бөтәһе 90 бала белем ала. Артабан башланғыс кластар ике сменала урындағы балалар баҡсаһында белем аласаҡ, ә 5-9 кластар мәктәптең емерелмәгән яҡында уҡыуҙарын дауам итәсәк.
Магнитогорск ҡалаһынан махсус эксперттар саҡырылған, улар үҙ фекерҙәрен әйткәндән һуң авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш башланасаҡ.

Читайте нас: