Күңел асыуҙы һәр кем төрлөсә ҡабул итә. Кемдер дуҫтар менән өҫтәл артында ултырыуҙы хуп күрһә, кемгәлер тәбиғәт ҡосағында йөрөү оҡшай. Бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ кеүек. Әгәр ҙә әйләнә-тирәңә насарлығың теймәһә...
Тверь өлкәһендә өс ир һәм берәүһенең ҡатыны тәбиғәт ҡосағында ял ойошторалар. Ҡарҙа йөрөүсе техника менән ялан-ҡырҙарҙы гиҙгәндә быуаҙ мышыны күреп ҡалалар. “Ҡыҙыҡ” күреп кенә уны хәлдән тайғансы баҫтыралар һәм тиҙҙән әсәй булырға йыйынған дүрт аяҡлы йән эйәһе йығылғас, уны быуып үлтерәләр. Был күренеште видеоға төшөрөп торған гүзәл зат һуңынан ул яҙманы интернетҡа һала. Күңелле һәм онотолмаҫлыҡ ял көнө бүләк иткәне өсөн иренә рәхмәт әйтергә лә онотмай ул. Бындай ҡанһыҙлыҡты күреп халыҡтың иҫе китә. Сараһын күреүҙәрен һорап полицияға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә табыла. Әлеге ваҡытта йән ҡыйыуҙы ҡыҙыҡ күргән әҙәмдәрҙе ҡулға алғандар. Биш йылға иркенән мәхрүм ителеүҙәре бар.