Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 20:25

Күп балалы ғаиләләр пособиеһы арта

Күпмегә артыр икән?

Аҡсаларҙы элекке кеүек үк, аҙ килемле ғаиләләр аласаҡ. Ағымдағы йылда түләүҙәр 5 651 һум тәшкил итәсәк.
Яңы ҡағиҙәләр түләү буйынса ағымдағы йылдың 1 апреленән һуң ғына иҫәпләнәсәк. Тап шул көндө юғары пособие алыуға ғариза бирергә мөмкин.
Быйыл 8 йәше туласаҡ балаларҙың ата-әсәләре өсөн һорау асыҡ ҡала. Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан ҡабул ителгәс, 1 апрелгә 8 йәш тулған балаларҙың ата-әсәләренә социаль яҡлау органдарына ғариза бирергә тура киләсәк.
Белгестәр килем дәрәжәһен яңынан ҡараясаҡ һәм минимумға тиклем барып етеү өсөн кемгә һәм күпме түләргә кәрәккәне тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: әлегә ғаиләләр балаға йәшәү минимумының яртыһын алыуын дауам итә. Әммә апрель айында улар, ҡайтанан иҫәп башланғас, айырманы ала аласаҡ. Хатта балаға 8 мартта йәш тулһа ла, апрелдә уға айырманы өҫтәп бирәсәктәр.
Читайте нас: