Япон ҡатын-ҡыҙҙарының һомғоллоғона, әсәй, хатта өләсәй булғанда ла тәбиғи матурлыҡтарының 18 йәшлек ҡыҙҙарҙыҡы кеүек булыуҙарына күптәр һоҡланып та, аптырап та ҡарай. Бындай оҙон ғүмерле йәшлектең сере нимәлә икән?
Ҡояшлы илдә йәшәһәләр ҙә, япон һылыуҙары тиреләрен ҡояш нурҙарынан һаҡлайҙар, ҡыҙыныу улар өсөн бөтөнләй ят күренеш. Көнөнә ике-өс тапҡыр бит тиреләрен таҙартып торалар. Ғөмүмән, башҡа косметикаға аҡса бик сарыф итмәһәләр ҙә, бит йыуыу, таҙартыу өсөн ҡулланылғандарына йәлләмәйҙәр. Киске 11-гә тиклем йоҡларға тырышалар. Әлбиттә, япон ҡатын-ҡыҙҙарын йоҡосо тип тә әйтеп булмай, сөнки улар иртәнге 5 – 6 ла уянып иртәнге аштар әҙерләйҙәр. Дөрөҫ ятып йоҡлау ҙа матурлыҡты һаҡлаусы бер ысул. Япон гүзәл заттары бит, муйын, түш тиреләрен сирыш иртә ҡапламаһын өсөн арҡаға ғына ятып йоҡлауҙы хуп күрәләр. Ас ҡарынға һәм көн оҙонона һыу эсәләр. Япон ҡатын-ҡыҙҙарының күпселеге һалҡын ҡанлылар. Күрәһең, төйөлгән ҡаштар, асыуҙан турһайған ирендәр, сирылған танау, йәмрәйгән йөҙ ҙә тиҙ ҡартайталыр.