Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Искәндәр Ғәзизов:
– Минең уйымса, артист булыу еңелдән түгел...
– Һәр эштең ауырлығы бар инде. Әлбиттә, аҙналар буйы гастролдәрҙә булыу уйын эш түгел, юл йөрөү ҙә арыта. Төрлө ерҙә төрлөсә ҡабул итәләр, әммә тамашасыма үпкәм юҡ, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә – Татарстан, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Силәбе, Пермь һәм башҡа төбәктәрҙә мине өйҙәренә алып ҡайталар. Шуға ла ҡунаҡханаларҙа бик һирәк ҡунырға тура килә.
Бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үтәйем әле. Һарытау өлкәһендә гастролдә булғанда үҙебеҙҙең башҡорттарыбыҙ Гөләндәм, Зифа апайҙар алып ҡайтты. Уларҙың фермер хужалыҡтары бар. Беҙ, артистар, йоҡлап ятабыҙ. Гөләндәм апай иртәнсәк:
“Балыҡ тоттом, балыҡ күрҙем,
Әйҙә, балалар, тороғоҙ”, –
тип шиғыр һөйләп беҙҙе уятыуы иҫтә ҡалған. Бына ошо осраҡ та беҙҙең улар өсөн көтөп алған ҡунаҡ булыуыбыҙҙы күрһәтә.
– Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы шәхси тормошоғоҙ ҙа ҡыҙыҡһындыра...
– Тормош иптәшем Элина Фәнүс ҡыҙы – һөнәре буйынса социолог, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында эшләй. Бәләкәй ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Мин ҡайтҡанда улар йоҡлай, мин йоҡлағанда – улар сығып китә. Ҡыҙыма гастролдән тәмле күстәнәстәр алып ҡайтам. Бәләкәй булһа ла, гастролдә йөрөгәнде аңлай. Ҡатыным мине аңларға тырыша, артисҡа тормошҡа сыҡҡанын белде бит.