Рәсәйҙә йәмәғәт транспортынан 16 йәштән кесе билетһыҙ балаларҙы, әгәр өлкәндәр оҙатып бармаһа, төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйған закон үҙ көсөнә инә. Сабыйҙарҙы транспорттан ҡыуған кондуктор йәки водитель закон боҙған тип иҫәпләнә һәм бының өсөн яуап бирергә тура киләсәк.