Өфөлә йәшәүсе Никита Горячев "Домашние" тип аталған билмән ашағанда уның эсенән килеп сыҡҡан йән эйәһен күреп шаҡ ҡатҡан. (Бәлки, уҡшып та киткәндер, уныһын кем белә!). Гагарин урамы 60-сы һанлы йортта урынлашҡан сауҙа нөктәһенән алынған ҡаплы билмәндең эсендә ҡарышлауығы ла була. Иткә ҡушылған химиянан да, бешергән ваҡытта ла үлмәй ҡалыуын әйт әле һин уның.