Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2021, 17:15

Сираттар...

Ир-егеттәр, сәскә бәйләменә сиратҡа торҙоғоҙмо әле?

Иртәгә ҡатын-ҡыҙ байрамы,
Һаталар сәскәләр бәйләме.
Сиратта торалар ир-аттар,
Көн һалҡын. Өшөтә. Туңалар.
Туңалар... Шулай ҙа торалар.
Сираттар... Сираттар... Сираттар...
Хәтерҙә һаҡлана бөгөн дә:
Ир-аттар сиратта торҙолар
Военком ишеге төбөндә.
Саҡырымға һуҙылған сираттар
Хәтерҙә һаҡлана бөгөн дә:
Ҡатындар икмәккә торҙолар.
Магазин ишеге төбөндә.
Көҙгө төн шикелле сираттар...
Минең дә сиратта торған бар:
Бер һалыр ыумаслыҡ онға ла,
Бер ҡалаҡ тоҙга ла торған бар.
“Кипяток” исемен йөрөткән
Һыуға ла сиратта торған бар...
Сиратта сиратлап ҡунған бар.
Сиратта сиратһыҙ туңған бар...
Сираттар... Сираттар... Сираттар...
Сәскәгә торалар ир-аттар...
Тик шундай сираттар булһындар,
Бер бәйләм сәскәгә торһондар,
Туңһалар туңһындар – торһондар!
Әнғәм Атнабаев.
Читайте нас: