Әрме хеҙмәтенән ике аяҡһыҙ булып ҡайтҡан, бөгөнгө көндә билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Омскта йәшәүсе 16 йәшлек Алина Карийҙы ла юғалып ҡалмаҫҡа саҡыра. Үҫмер ҡыҙҙың һөйәгендә яман шеш тапҡандар, һуңғараҡ ғүмеренә хәүеф янағас бер аяғын ҡырҡырға мәжбүр булғандар. Ул әле дауаханала дауаланыуын дауам итә һәм: “Ауыр саҡта Рөстәм Нәбиевтың кәңәштәре ныҡ ярҙам итә”, - тип блогерға рәхмәт итә.