Силәбе сәнғәт институтының уҡытыусыһы Светлана Попова үҙенең 6 см тырнаҡтары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Кемдер был “матурлыҡ”ҡа ҡарап һоҡлана, кемдер ерәнеп, ытырғанып ҡарай. Шүрәленекенә оҡшаш тырнаҡтары менән ул ашарға бешерергә лә, машина йөрөтөргә лә өйрәнгән. Бары тик энәгә еп кенә индерә алмай икән.