Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Март 2021, 16:35

Әсәйҙәрегеҙ нисәү?

Бер мәл, нимәлер тип, әсәйҙәребеҙҙе лә телгә алдыҡ. Күгәрсен ҡыҙы: “Теге әсәйем, был әсәйем”, – тип һөйләгәнебеҙҙе иҫе китеп тыңлап ултырҙы ла: “Һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ нисәү һуң ул?” – тип һорап ҡуйҙы. “Икәү, – тибеҙ. – Атайыбыҙ һәм инәйебеҙ яғынан ике әсәйебеҙ, ике олатайыбыҙ бар”. Төшөнә алмағас: “Хәҙер урыҫ телендә аңлатығыҙ”, – ти был. Тәржемә иткәс, шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

Студент саҡта булды был ҡыҙыҡлы хәл. Беҙ икәү, Ғафури ҡыҙҙары, дөйөм ятаҡта бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Күгәрсендән дә бер ҡыҙ бар.
Райондашым менән бер-беребеҙҙе яҡындан белгәс, ғаилә хәлдәрен дә һөйләйбеҙ. Әлбиттә, һүҙ был темаға сыҡһа, атай, инәйҙәребеҙ хаҡында була. Ауылға бер нисә аҙна ҡайтмай торһаҡ, яҡындарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, һағыныу хистәрен дә шулай баҫабыҙ.
Бер мәл, нимәлер тип, әсәйҙәребеҙҙе лә телгә алдыҡ. Күгәрсен ҡыҙы: “Теге әсәйем, был әсәйем”, – тип һөйләгәнебеҙҙе иҫе китеп тыңлап ултырҙы ла: “Һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ нисәү һуң ул?” – тип һорап ҡуйҙы. “Икәү, – тибеҙ. – Атайыбыҙ һәм инәйебеҙ яғынан ике әсәйебеҙ, ике олатайыбыҙ бар”. Төшөнә алмағас: “Хәҙер урыҫ телендә аңлатығыҙ”, – ти был. Тәржемә иткәс, шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Күгәрсен яҡтарында, инәй тип ата-әсәһенән өлкән яҡын кешегә өндәшәләр. Ә Белорет, Ғафури, Дәүләкән, Ҡыйғы райондарында был һүҙ менән әсәйҙәргә әйтәләр. Бүлмәләшебеҙ иһә беҙҙе үгәй әсәйҙәр менән йәшәйҙәрҙер, шуға ла инәй тип әйтәләрҙер, тип уйлаған.
“Әсәйҙәрегеҙ ҡайҙа тип һорашһам, һеҙгә ҡыйын булыр тинем. Тормошта төрлө хәлдәр булырға мөмкин бит”, – тип һуңынан быға тиклем үҙен аптыратҡан уйҙары менән бүлеште.
Читайте нас: