Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Март 2021, 15:00

Әсәйемә

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенты Роберт Дәүләтшин.

Йылдар уҙҙы, һыуҙар аҡты,
Күлдәй тулды хәтирә.
Һәр иртәңә шөкөр ҡылып,
Күҙ һалаһың көнөңә.
Яҡты күҙҙәр айҙай тулған,
Тулған Йыһан серенә.
Шул сереңдә күрәм, әсәй,
Бөтә ғүмер әйләнә.
Һинең һүҙҙәр, дауа булып,
Доға булып терелтә.
Аңым дау-яу кисергәндә,
Һин, табиптай, эргәмдә.
Беҙ тыуғас та, һин тотондоң
Йүнләргә беҙгә ҡанат.
Үҙ иңдәреңдән ҡан һарҡый,
Ҡанат үҫерме ҡабат?..
Күңелеңдә миллион хәсрәт,
Нисәү икән шатлығың?..
Балалар хур булмаһын тип,
Тораһың бит атлығып.
Баш эйәбеҙ алдарыңда,
Мең рәхмәт һиңә, әсәй.
Һинең һының әсәй булып,
Атай булып та йәшәй.
Һин бер үҙең күтәрәһең,
Оло һинең йөрәгең.
Улдарың, әсәй, үҫер ҙә
Булыр һинең терәгең.
Читайте нас: