Был сәскәләр һинән түгел ине,
Һаны, хаҡы ла бит мөһим түгел,
Был сәскәләр һинең бүләк түгел,
Хәтеремдә, йәйен һин килгәйнең,
Ваҡыт үтә, ә сәскәләр шиңә,
Ҡурҡам әле, ят ҡалала һинһеҙ
Һулып ҡуйһам сәскә шикелле.
Эй, ҡәҙерлем, хәлдәремдән килһә,
Мин арыным бөтмәҫ көтөүҙәрҙән,
Сикһеҙ һағыныуҙан арыным.
Мөхәббәттең көсө етмәнеме,
Беҙҙе еңде алыҫ саҡрымдар.
Хәтирәләр. Яҡты иҫтәлектәр
Һәр кис һайын ала алҡымдан.
Сит кешеләр йөрөй янымда.
Бик бәхетле кеүек тойолалар,
Һине көн дә күрә алғандар.
Әгәр яҙмыш шулай ҡушҡан икән,
Күпме көтөргә лә әҙермен.
Тик ебәрәм, башҡа саралар юҡ,
Һин бәхетле генә бул, ҡәҙерлем.
Яңғыҙҙар быуаты - егерме бер,
Үҙ самаһын үткән был тойғо.
Күмәк-күмәк яңғыҙ кеше атлай,
һәр кем үҙе, ләкин бер ҡайғы.
Бәйләп торған күпме саралар бар,
Яҙ, шылтырат, һөйлә хәбәрең.
Саҡрымдарҙы тиҙ арала үтеп,
Һәр кем тапһын ине үҙ йәрен,
Һеҙ барығыҙ, ә мин ҡалам,
Бында күгем зәңгәр-зәңгәр,
Ҡасан ҡайтыу - минең иркем.
Донъям минең түп-түңәрәк,
Йәшлегемдә илһам һәм дәрт.
Һындырам тип, яндырам, тип.
Һалҡын батҡаҡ йөҙөң менән,
Һиндә, әллә саф хистәргә, ер ҡалмаған.
Мөхәббәт тә, һинең залға,
Үҙгәрергә ине, тигән уйҙар,
Баштан сыҡмай һуңғы арала.
Эй, Хоҙайым, барлыҡ шик-яттарҙан,
Арала һин, мине, бер ҡатлыны,
Ышаныуҙан юҡ-бар хәбәргә.
Көс бир миңә, ҡаршы торор өсөн,
Нахаҡ бәләләргә, йәбергә.
Үҙгәр! Ләкин балалығым күптән
Бары үҙем булып ҡалам әле,
Булмаҫ инде мине үҙгәртеп.