Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 23:05

Ул да йән эйәһе бит...

Әсәһе балаһы артынан бер нисә тапҡыр килеп ҡарай.

Примо́рье крайында диңгеҙ буйында тотороҡһоҙ тәбиғәт шарттары арҡаһында тюлень балаһы әсәһенән айырылып ҡала. Бер гонаһыҙ йән эйәһен диңгеҙ буйындағы халыҡ уратып ала, кемдер һыйпай, кемдер ярата. Әсәһе саҡырып та ҡарай был ваҡытта, тик уға иғтибар итеүсе булмай. Халыҡ таралышҡас, инә тюлень балаһы янына ике тапҡыр килә, әммә кеше еҫен һиҙеп киренән бер үҙе генә китә. Яңғыҙы ҡалған йән эйәһен "Тюлень" реабилитация үҙәгенә мәрхәмәтле кешеләр алып барып тапшыра.
Тик күмәк кешенән дә ҡурҡҡан, әсәһенең баш тартыуын да ҡабул итә алмаған тюлень балаһы төндә йән бирә.
Читайте нас: