Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 20:00

Хыялығыҙға хыянат итмәгеҙ...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Флорида Исмәғилева тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

1. Туймазы районыныү Аҙнағол ауылында дүрт балалы ғаилә кинйә бала булып донъяға килә.
2. Мәктәптә тик бишкә генә уҡый. Парталашы менән химия предметы буйынса мәктәптә алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Бер-береһе менән ярышып, сәмләшеп уҡыйҙар. Һуңынан Фәйрүзә химик һөнәрен һайлай.
3. Флорида Исмәғилева үҙен белә-белгәндән бирле: “Мин артист булам!” – тип йөрөй. Туғыҙынсы класты тамамлаған йәйҙә йырсы булырға ҡайҙа уҡыталар икән тип, Өфөгә сығып китә. Шунда уҡ Өфө сәнғәт училищеһы уҡырға инә. “Бер йыл көт, мәктәпте тамамла!” – тип өгөтләүҙәре лә буласаҡ йырсыны ниәтәненән төңөлдөрмәй. Шуға ла, йәштәргә: “Хыялығыҙға хыянат итмәгеҙ. Шул ваҡытта бар ғаләм һеҙгә ярҙам итәсәк”, - ти ул.
4. Йырсы булыр өсөн уға туғыҙ йыл дауамында көндөҙгө бүлектә уҡырға тура килә. Дүрт йыл Өфө сәнғәт училищеһында, аҙаҡ биш йыл Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында. Оло йәштәге ата-әсәһенән аҡса һорарға ҡыйынһынып, ул иҙән дә йыуа, төнгө ҡарауылсы булып та эшләй. “Эштеү ояты юҡ. Таҙа намыҫ менән табылған аҡса ғына изге эштәргә юл яра”, - ти йырсы.
5. Студент сағында уҡ филармония артистары менән берлектә концерттарға йөрөй башлай. Үҙенсәлекле тауышлы, мөләйем йәш ҡыҙҙы тамашасы яратып ҡабул итә.
6. Бер мәл, студент сағында Асия Смаҡованың балаһы ауырып китеү сәбәпле, гастролдәргә сыға алмай. Флорида Исмәғилеваны уның урынына йырларға саҡыралар. Заманында уға шулай Илфаҡ Смаҡов кеүек мәшһүр йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһау бәхете тейә.
7. Профессиональ йырсы булараҡ ул Мостай Кәримдең һүҙҙәренә, Нур Даутов көйөнә яҙылған “Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм” йыры менән сәхнәгә сыға. Был йырҙың тарихы былай була. Дөйөм ятаҡта йәшәгән студент ҡыҙ ошо йырҙы ашарға бешергәндә лә, кер йыуғанда ла үҙ алдына йырлап йөрөр булған. Шунда ғаиләһе менән күше бүлмәлә йәшәгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Нур Даутов көй яҙырға тәҡдим итә.
8. Йырсы үҙен ҙур сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Зифа Нагаеваның йырҙары сығарҙы тип иҫәпләй. Ғөмүмән, улар яҡын дуҫ, серҙәштәр ҙә икән.
9. Флорида Исмәғилева тормош иптәше вафат булғас, оҙаҡ ваҡыт икенсе яртыһын юҡһына. Тормошта үҙенә йәм тапмаған саҡтары ла йыш була. Шул ваҡыт үҙен ҡулға алып, йәшәү урынын алмаштырырға ҡарар итә һәм яңылышмай ҙа. Төркиәгә сығып китә һәм урындағы халыҡҡа, теленә, тәбиғәтенә ғашиҡ булып шунда тороп ҡалырға ҡарар итә. Үткән йылды, пандемия ваҡытында һигеҙ ай унда булған.
10. Сәйәхәт итергә ярата. Әүҙем тормош алып барыу яҡлы, спорт менән дуҫ.
Читайте нас: