Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2021, 21:01

Емерек йорттар булырға тейеш түгел

Был – 2,8 мең граждан.

Башҡортостан граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса программаны ваҡытынан алда үтәйәсәк.
29 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кәңәшмә үткәрҙе. Унда 2019 – 2025 йылдарға граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса программаға үҙгәрештәр индерелде.
"Федераль кимәлдә авариялы торлаҡта йәшәгәндәрҙе күсереү буйынса программа тиҙләтеләсәк, шуға төбәктәргә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фондынан субсидиялар биреү тәртибе үҙгәрәсәк, - тип белдерҙе Андрей Назаров. – Программаны ваҡытынан алда тамамлау республикаға федераль бюджеттан өҫтәмә субсидияларға дәғүә итеү һәм 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авариялы тип танылған йорттарҙан күсереү буйынса яңы программаларға индереү мөмкинлеген бирә".
Республиканың торлаҡ һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родиндың белдереүенсә, 2025 йылға тиклем ғәмәлдә булған күсереү буйынса программа алты этаптан тора. Республикала 39,17 мең квадрат метр торлаҡтан күсереү планлаштырыла. Был – 2,8 мең граждан. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 1,776 миллиард һум финанслау

Читайте нас: