Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2021, 20:03

Коронавирустан прививка дини ҡараштарға ҡаршы киләме?

Ҡайһы берәүҙәр вакцина менән чиптар йәки ағыу индерәләр тип ҡурҡа. Тик ғүмер – Хоҙай биргән бүләк һәм уны ҡәҙерләргә кәрәк.

Осрашыуға Рәсәй Үҙәк Диниә назараты хакимиәте етәксеһе, Башҡортостан мосолмандараның төбәк Диниә назараты рәйесе Мөхәммәт хәҙрәт Тажетдинов, Башҡортостан Диниә назараты рәйесе-мөфтөй Айнур Бирғәлин, Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Владыка Никон, Өфө һәм республиканың баш раввины Дан Кричевский, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Совет рәйесе Азат Фаттахов килде. Шулай уҡ һорауҙарға һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин менән СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге баш табибы Рафаэль Яппаров яуап бирҙе.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. 28 июнь мәғлүмәттәре буйынса республикала вакцинаның беренсе компонентын 515 мең самаһы кеше яһатҡан. Был коллектив иммунитетҡа өлгәшер өсөн кәрәк булған һандарҙың 20 проценты. Башҡортостанда 182 вакцинация пункты эшләй, шул иҫәптән 36-һы мобиль пункттар. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында сауҙа үҙәктәрендә вакцинациялау пункттары ла бар. Апрелдән алып ноябргә тиклем кешеләрҙе “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә күсмә ФАПтарҙа ла вакцинациялаясаҡтар.
Тик башҡарылған сараларға ҡарамай, теге йәки был сәбәптәр арҡаһында прививка һалдырыуҙан баш тартҡан кешеләр бар. Төрлө дингә инанған кешеләрҙә лә һорауҙар ҡала.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан дин әһелдәре белдереүенсә, дини яҡтан прививкаға бер ниндәй ҡаршылыҡ та юҡ. Бындай осраҡта дин компетентлы кешеләргә – табиптарға ышана һәм улар ҡушҡанды башҡарырға саҡыра.
– Прививка яһатыу – ислам ҡанундарына ҡаршы килмәй. Киреһенсә, Аллаһ биргән ғүмерҙе һәм сәләмәтлекте һаҡларға кәрәк тиелә. Әлеге осраҡта һаҡланыу сараһы – прививка, тимәк уны барыһы ла эшләтергә тейеш, – тине Мөхәммәт Тажетдинов.
Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Владыка Никон белдереүенсә, православие дине лә прививкаға ҡаршылыҡ күрмәй.
– Эйе, кешеләр араһында шиктәр күп. Ҡайһы берәүҙәр вакцина менән чиптар йәки ағыу индерәләр тип ҡурҡа. Тик ғүмер – Хоҙай биргән бүләк һәм уны ҡәҙерләргә кәрәк. Әлеге пандемия осоронда иһә үҙеңдең генә түгел, ә яныңдағы кешеләрҙең һаулығы тураһында ла һүҙ бара. Мин һәм яҡындарым прививка яһатты, беҙҙең сиркәүгә килгәндәрҙән дә шуны һорайбыҙ. Шунһыҙ эпидемия тамамланырға уйламай, – тине ул.
Коллегалары фекерен Дан Кричевский ҙа хупланы һәм шулай уҡ йәһүдтәрҙе һәм башҡа дин вәкилдәрен вакцинация үтергә саҡырҙы.
Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин шулай уҡ ыңғай фекер белдерҙе.
– Прививка мосолманға рөхсәт ителгән, ул зыян килтермәй, тимәк хәләл тип танылды. Хатта составында әҙерәк спирт булған осраҡта ла, ул рөхсәт ителгән кимәлдә. Һаулыҡ һәм ғүмер тураһында һүҙ барған саҡта шиктәргә урын булырға тейеш түгел, – тине ул.
Дин әһелдәре Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тәҡдим менән сыҡты һәм дин йорттарында күсмә вакцинациялау ойошторорға тәҡдим итте. Был ҡарар хупланды.
Артабан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре журналистарҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе. Һорауҙар вакцинацияға ҡағылды. Ҡасан ревакцинация яһатырға, ауырлы ҡатындарға, балаларға ҡасан рөхсәт ителер, прививка ниндәй шатммдарҙан яҡлай һәм башҡа һорауҙарға яуаптар яңғыраны.
Читайте нас: