Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2021, 19:57

ҮТКӘН ДӘ ГЕНӘ ҒҮМЕР, ҠАЛҒАН ХӘТЕР...

Бында ла Вазифа, бында түгел дә. Өй эсендә уның шәүләһе генә. Үҙе юҡ. Китапта ла, өйҙә лә. Күңеле буп - буш. Ниндәйҙер мөһим ҡарар көткән, әллә ниндәй хөкөм алдында торған кешене ситтән генә һағайып күҙәтеп торған кеүек тоя хәҙер ул үҙен ниңәлер

Туҡһандың үрен ауған инде хәҙер Вазифа әбей, аръяғына баш һарҡыу, бер ынтылһа, тултырыр туғыҙ тиҫтәне. 21 - се йылғы йотта, кеше аслыҡтан ҡырылғанда, тыуған ҡуйған үҙе әйтмәксе. Тыумай ҡалайтһын - әсәһенең эсенә үҙе инеп ятмаған бит. Ә ҡара тояҡ ҡарында ятмай инде, мөҙҙәте тулғас, донъяға яр һалған.
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын да күрергә насип булды бына, бәхете булғас, ғүмерен биргәс. Бәхете булғас, тиһә лә, күңелендә ниндәйҙер ауыр таш ятҡандай, ә тамағына ҡаты төйөр тығылған уның, тик илай алмай - күҙ йәштәре әллә ҡасан уҡ кибеп бөткән.
Күҙ йәшенең төйөр булып тамаҡ төбөн һығылдырып тороуының сәбәбе - алдында ятҡан китап. Һуғыш осоронда алһыҙ - ялһыҙ эшләп, еңеүҙе үҙ хеҙмәттәре менән яҡынайтҡан тыл эшсәндәре тураһында, ошо юбилейға арнап, "Тыл ҡаһармандары" тигән китап сығасаҡ тип ҡасандан бирле һөйләйҙәр, яҙалар. Һәр силсәүит үҙ "тылавик" тары тураһында тулы мәғлүмәттәр бирергә тейеш булған китап өсөн. Вазифа әбейҙең үҙенән дә килеп дөрөҫләтеп алдылар бер мәлде.
- Мин бар, ул да бар, анауҙың исем - фамилияһы ғына яҙылған, тегенең атаһының исемендә хәреф төшөп ҡалған, Нурғәлене һатта ике тапҡыр яҙып тороп ҡуйғандар!
Сәй һайын йә ояртыға йыйылышып ултырған һайын әбейҙәрҙең телендә шул бер хәбәр. Тик ниңәлер берәү ҙә Вазифаға:
- Һин дә бар, һине лә яҙғандар, - тимәйсе... Үҙе уҡыһын, тиҙәр инде әллә.
Уҡыр ҙа шул. Былай ҙа китап бушағанды сабыр ғына көтә Вазифа. Һине лә яҙғандар, тиһәләр ҙә алып уҡыясаҡ. Үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә барыбер тынсымаҫ.
Китапханасы Шәүрәнән дүрт күҙ менән көткән китапты алдырҙы. Юбилейҙар һайын биргән миҙалдарын ниңәлер теҙеп һалды китап эргәһенә. Күҙлеген әҙерләп ҡуйҙы , кеймәһә лә. Бик ваҡ хәреф менән яҙылғанды уҡығанда ғына кейә ул әшкеһен, ә былай - кәрәкмәй.
"Ғ" хәрефенә башланған фамилияларҙың бөтәһен дә уҡып сыҡты - үҙен тапманысы. Күҙлеген кейеп, һәр юлды, һәр кешене бармаҡ йөрөтөп, тағы бер ҡат уҡып сыҡты. Юҡ! Ғәлиева Вазифа Сәйетҡәле ҡыҙы юҡ бер ерҙә лә!
- Ни мужыт быйт... - тип ҡуйҙы һеңгәҙәгән ҡарсыҡ. Биш йыл элек вафат булған ҡартының һүҙҙәре нисек итеп иҫен йыртып килеп ингәндер теленә - аңғармаҫтан әйтеп ҡуйғанаына үҙе лә аптыраны. Күҙе насар күргән Ғирфанын һуғышҡа алманылар. Мәскәү янындағы "зәрә лә главный бер завуд" та трудауай армияла булған Ғирфаны руссаға харап оҫтарып ҡайтҡайны. Берәй нәмәгә ышанмаһа, - - - Ни мужыт быйт, ти ҙә ҡуя ине.
- Әй, Шәрифуллина, тип яҙғандарҙыр! Тәүҙә, йәш саҡта, загысыбыҙ булманы бит әле! Пинсийәгә сығыр мәл еткәс кенә торҙоҡ та инде загысҡа!
Дәртләнеп, ҡанатланып китте Вазифа, күңелләнеп көйләй - кәйләй төшөп китте исемлек буйләп. Тағы табып уҡыманы үҙен. Тағы юҡ...
Теге миҙалдарҙың береһен китап битенә ҡыҫтырҙы ла тәҙрә тупһаһына терһәктәрен ҡуйып, тын ҡалды. Оҙаҡ ултәрҙә урам буйына ҡарап, уйҙарын йыйып ала алмай, ни уйларға ла белмәй.
Тороп бит - күҙҙәрен һалҡын һыу менән йыуып алды. Һығылған тыны иркенәйеп китте, шикелле.
- Ат-а-ҡ, ҡалай асығып киткәнмен...
Самауыр ҡайнатып тороп, яйлап сәй эсеп алды. Яңғыҙ булһа ла самауыр һөйрәй ҙә йөрөй ул, Ташламай үҙе менән ҡуша оҙатылып килеп, бергә ҡартайған ҡәҙерлә монаятын.
Бында ла Вазифа, бында түгел дә. Өй эсендә уның шәүләһе генә. Үҙе юҡ. Китапта ла, өйҙә лә. Күңеле буп - буш. Ниндәйҙер мөһим ҡарар көткән, әллә ниндәй хөкөм алдында торған кешене ситтән генә һағайып күҙәтеп торған кеүек тоя хәҙер ул үҙен ниңәлер.
- Бар! Таптым! Нишләп булмай, ти... Мына - Ғәлиева Вазифа Сәйетҡәле ҡыҙы! Ни мужыт быйт булмаҫҡа! Сәйетҡәле ҡыҙы... Тәәк. "Ҡыҙыл байраҡ" колхозы ағзаһы. Эйе шул. Һуғыш мәлендә калхуздың исеме шулай булды. Бармы- ы-н, Аллаға шөкөр. Атыу ни... Тәәк. 1926 йылғы. Атаҡ, ништәп 26 - сы йылғы булайым, ти мин?
Шунда ғына Вазифа үҙен икенсе район кешеләре араһында эҙләп йөрөгәнен аңланы.
Тамаҡтағы теге ҡаты төйөр шартлап ярылды. Күҙҙәренең йәштәре лә кибеп бөтмәгән икән - даръя булып урғылды. Әйләнеп яҡтығына ҡоланы. Бәләкәс кенә ҡураныс кәүҙәһе ҡалтырай, әсе күҙ йәштәре сикәләрен өтөп алып бара.
- Һы... Мына инде..Һуң мин атыу ҡайҙа йөрөгән икән эштәмәй? Ыһ...Егерме йәштек балаһыҙ бисәне кем өйҙә буш һалып ҡуйған икән һуғыш мәлендә?...Ыһ..
Һамаҡлай - һөйләнә оҙаҡ иланы Вазифа. Йәшһеҙ иланы һуңынан.
- Ни мужыт быйт, тиер инең микән? Юҡмын шул, мына үҙең ҡара эшәнмәһәң. Юҡмы ни? Ана шул -шул. Ярар. Алай ҙа һине яҙғандар, исмаһам.... Эшләнек, Аллаға шөкөр. Ярар. Халыҡ белмәһә, балыҡ белер...
- Егерме һигеҙҙәр, егерме туҙыҙҙарға тиклем бар, ә самай һуғыштың ауыр мәлендә эшләгән бер мине төшөрөп ҡалдырғандар! Мужыт икән быйт, мына күрҙеңме?
Ғирфанының стенала торған фотоһы менән гел һөйләшә ошолайтып Вазива. Икәүләп төшкәйнеләр районға алдынғы калхузсылар слетына ебәргәндәрендә.
Китапты шапылдата япты ла тәҙрә төбөнә ташланы. Уның елпеүенә тәҙрә быялаһында баянан бирле ойоп торған күбәләк күтәрелеп китте хатта. Ҡағылмаясаҡ башҡаса. Ана кемдәр бар, шулар уҡыр ҡыуанып. Шәүрә килеп алғанса ятыр шунда. Патпис итеп алды бит, үҙ ҡулына тапшырыр. Вис уҡып сыҡтым, эрәхмәт, тиер...
Эй, хәтер тигән нәмә... Кеше хәтерен Вазифа тәрән һыулы киң йылғаға оҡшата. Ҡайһы бер хәтирәләр, тау - таш араһынан, бейектән ағып төшкән шарлауыҡ шикелле шаулап килеп ҡушыла ла йылғаның һыуын ҡайнатып, болғандырып, буръяҡландырып ебәрә. Ҡайһылары, аҫтан бәреп сығып, өҫкә урғыла, һыуҙы сафландыра, һалҡынайта. Бындай хәтирәләр күңелде лә йыуата. Ана шундай хәтирәләр тулҡынында бәүелә Вазифа. Был китапты япты ла яҙмышы китабын асты.
Ҡырҡынсы йылдың башында өйләнешкәйне улар. Егерме дүрт йәше менән барған, әсәһе менән генә осон осҡа ялғап йәшәп ятҡан Ғирфандың кәләш алылыҡ боло юҡ, шуға был хаҡта һүҙ сығармаҫҡа тырыша. Зәкир ағаһы димләне уға ҡыҙҙы.
- Күрше Имән ауылында ҡыҙ бар, ҡустым, һиңә. Ата - әсәһе хәлле кешеләр. Ҡыҙ үҙе лә шәп. Әйҙә, ҡустым, апарам, күрәйек.
Вазифаны күрҙе лә Ғирфан, оҡшатты ла. Һөйкөмлө, алсаҡ йөҙ, ҡыйылып киткән ҡаштар, муйыл ҡара күҙҙәр. Бер генә әтнәкәһе бар - буйға бәләкәй икән.
- Булһын, - тип мәрәкәләне буласаҡ ҡоҙаарын Зәкир ағаһы,. - Кейемгә расхуты әҙ булыр.
Вазифа еңгәләре күрһәткән егетте үҙе лә оҡшатты. Барам!" - тине.
Матур ғына йәшәй башланылар. Тик Вазифа балаға уҙа алманы ниңәлер.
- Һылыуҙығына ҡыҙығып, ҡата башындай бисә алғас... Итен күр ҙә һурпаһынан төңөл, тигәндәй, унан ниндәй бала өмөт итмәк кәрәк...- Ҡәйнәһе Хәшиә әбей яйы сыҡҡан һайын семетеп кенә торҙо. Мунсалай ғына туҡалаҡ өйөнә төшкән бай киленен кейәүгә сыға алмай улултырып ҡала яҙған ҡарт ҡыҙҙан да кәм күрмәне. Үҙе йәштәрҙе аулаҡ ҡалдырыу тураһында уйлап та ҡараманы, шикелле.
Унан - һуғыш. Өс йыл ярым йөрөнө Ғирфан трудармияла. Вазифа сабырһыҙлыҡ менән көттө
кейәүен.Сабырһыҙланыуының йәшерен сәбәбе бар ине.
Һуғыштың өсөнсө йылы ине, шикелле. Ауылға ҡайһы яҡтандыр бер ҡатын килде. Фап китабы аса, ноҡот һала, йондоҙлама һөйләй, тип һалдат ҡатындары, йәш ҡыҙҙар, әбей - һәбейҙәрҙең күбеһе был ҡатынға күренеп бөттө.
- Нимә уйлап йөрөгәнеңде лә, кемең ҡайҙа икәнде лә, бүтәнен дә вис кенә әйтә лә бирә. Һин нишләп уға күренмәйһең ул, Вазифа? - тип аптырай бергә эшләгән ҡатындар.
- Эйй.. - Вазифа ҡул һелтәй.
Әмәлгә ҡалғандай, ул ҡатын бер көндө Хәшиә әбейҙәргә килеп инде. Вазифа ла өйҙә - өсөнсө көн ямғыр. Быларға сәй ултыртып бирҙе лә соланға сығырға ыңғайланы Вазифа.
- Балаҡай, ҡал, ҡайҙа бараһың? - тип туҡтатты уны бәрхәт кеүек йомшаҡ, яғымлы тауышы менән фалсы ҡатын.
Сәйҙән һуң соланда ҡашығаяғын йыуып, ер иҙәнде селек һепертке менән һепереп йөрөгән киленен Хәшиә әбей өйгә саҡырҙы.
- Килен, ин, һиңә сират.
Үҙе тыңларға, тип йәтешләп ултырырға иткәйне генә, фалсы:
- Мин берәрләп кенә һөйләйем, апай, - тине Хәшиәгә һәм ипле генә итеп ишеккә ымланы.
Артыҡ бер нәмә лә һөйләмәне лә үҙе. Килеп ингәндән үк Вазифаға һынсыл ҡараш ташлай - ташлай ултырҙы фалсы.
- Ҡана ят әле, балаҡай, эсеңде ҡарайым.
Ундай йомшаҡ ҡул Вазифаны\әсәһендә генә бар.
- - Кендегеңдең инә тамыры һуға, тик ауыр күтәреп, эсең борлоҡҡан. Белгән генә кешенән һылат эсеңде. Бәпәйҙәрең булыр, ҡайғырма, балаҡай.
Вазифа иланы ла ебәрҙе.
-Тик ҡырҡа һуҡма, уйлап эшлә һәр эште.
Шуға уғата һағынып, ымһынып көттө Ғирфанын Вазифа.
- Эй, ғүмеркәй - ғүмертәй, тигён ти берәү. Ҡырҡа һуҡтым шул. Үҙең бит... Һинән булды балаһыҙлыҡ...
Бөгөнгөләй хәтерендә Вазифаның ул йәйге иртә.
Ғирфан ҡырҡынсы йылдың ҡышында ҡайтып төштө.
- Иң ауырын үткәрештегеҙ, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн Тыуған ил һәм Коммунистар партияһы һеҙгә оло рәхмәттәр әйтә. Хәҙер инде һәр ҡайһығыҙ үҙ яғығыҙға ҡайтып, илде күтәрегеҙ, - тигәндәр Ғирфандарға. - Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ армия хеҙмәтенә тиңләштерелә, - тигәндәр.
Сәсеү эштәребөтөп, күптә тормай, бесәнгә сыҡтылыр. Ҡыуышлып ятып эшләнеләр бесәнде. Иртәнге, киске һыуһындарҙа бесән сабыу, шат, күңелле тауыштар, ҡыйҡыу һалып, күбә тарттырыуҙар, ышыртҡы менән дә бесән һөйрәү, кәбән һалыуҙар.
Вазифаның иң бәхетле йәйе ине был.
Йәйге йылы төн. Ҡыуышҡа Ғирфан ҡалын итеп хуш еҫле йәш бесән түшәй. Ләззәткә, наҙға иҫереп, Вазифа бәхеттең етенме ҡатында йөҙә. Бәпәйҙәре буласаҡ икәнде белгәс, ул айырыуса ихлас. Ғирфан быны кәләшенең һағыныуына юрай.
Бесәнселәр бригадаһы ҡыуышлап ятҡан яландан бер нисә саҡрым ғына ерҙә - ИМән ауылы. Бер - ике үрҙе артылып, әҙерәк кенә барһаң, атай йортоноң кәртә артына бара ла етәһең. Саҡ ҡына бушаһа, йәки һыуһын араһында Вазифа әсәләренә бара һалып етә. Ҡайһы саҡ Ғирфан үҙе лә алып барып ҡалдырып китә кәләшен.
- Йоҡлап ҡайт, бригадирға үҙем өйтермен әле, - тип өлтөрәп тора.
Бер көндө төштән һуң Вазифа Имәнгә йыйынды.
- Киске һыуһынға килеп өлгөрәм мин, - тип әйтеп китте Ғирфанына.
Ян - яғына ла ҡарамай, таныш түтә юлдан шәп - шәп атланы ул. Әсәһенән ул - был кәрәк - яраҡ, бер аҙ ашанты ала һалып кире урарға иҫәбе.
Бер мәл ниндәйҙер шом биләп алды уның күңелен. Тиктәҫкә лә булмаған - Вазифаның алдынан ғына эйәртенешеп биш - алты бүре юлды арҡыры сығып бара!. Үҙ - үҙен белештермәй, ҡото осоп йәнасыҡҡа сарылдап ебәрҙе Вазифа. Бөгөн, тик бөгөн генә бит уның эсендә бала яраласаҡ илаһи төн!. Әгәр бүреләр... Эй Аллам, үҙең арала мине!...Ул арала һайт та һайт, тигән тауыш ишетелде, яҡында ғына сыбыртыҡы шыртланы. ИМәндән Өхмәтщәрәф икән.
Вазифа әсәһенә бер нәмә лә һөйләмәҫкә ҡара иткәйне тик ул мунсаға һыу ташыған арала Әхмәтшәрәф ысҡындырған хәбәрҙе.
- Һине ҡайтарып ебәреп, мин ни йәнем сыҙап ултырып ҡалайым. Таң һарыһынан уятырмын.
Икәүләп мунса төштөләр. Әсәһе Вазифаның эсен тағы һыланы.
- Шифаһы тейә генә күрһен.
Бер нәмә белмәй йоҡлап киткән Вазифа таңға ҡарай сәйер төш күреп уянды.
- Әсәй, ҡарале, Ғирфан менән Бәҙәр икеһе йылғаның теге ярында, мин бер үҙем был ярҙасы... Ғирфанға ҡысҡырам- ҡысҡырам, әйләнеп тә ҡарамай. Етәкләшеп китеп тик баралар.
- Ай әттәгенәһе... - Һынсыл Бибиғәйшә ҡыҙы менән кейәүе араһына берәү керәсәкте аңланы шундуҡ. Ҡыҙына өндәшмәһә лә төрлө шипкерт хәбәрҙәрҙе ул сала - сарпы булһа ла ишеткеләне инде.
- Эй, әсәй, ҡайтарманың...
Иртәнге һыуһындан алда ҡайтты Вазифа. Бесәнселәр әле тормаған да. Урман ситендә тышаулы аттар юшап тора. Баштарын сайҡап ғуйһалар, ҡыңғырауҙары сыңлап китә. Ҡоштәр сутылдаша. Эй, матур шул йәйге таңдар!
Ҡаҙан тирәһендә ураланған Менәүәрә ымлап ҡына Вазифа еңгәһен эргәһенә саҡырҙы.
- Эй, еңгәм, нишләп кенә ҡайтманың кисә кис? Теге икәү бөгөн ҡушылдылар бит ҡыушығыҙҙа. Аһылбикә әбей никах ҡыйған булды, йәнәһе, хәләлдәп ҡуя, ҡороғор. Төнө буйы ҡыландылар ғына... Эй, еңгәкәйем...
- Ҡайһы теге икәү? Кемдәр ҡушылды? Ниндәй никах?
- Һуң Ғирфан ағайым менән теге Бүздәк бисураһы Бәҙәр!
- Ништәп ҡушылғандар?
- Ыстаа.. - Менәүәрә бот сапты. - Еңгәй, әллә һин шыпа бер нәмә лә ишетмәй йөрөйһөйңмө? Үәт, исмаһам, һуҡыр!
Мына настайәшшей һаңырауҙы күрмәһәгеҙ - күрегеҙ! Һуң Ғирфан ағайым өҫтөңдән йөрөй ҙә баһа шул Бәҙәр менән!
Бына әлеге үҙе әйткән буръяҡ хәтирә. Һуғыштан алда әллә ҡайҙан, ниндәйҙер Бүздәк тигән райондан ауылға өс - дүрт йәшлек бер ир бала эйәрткән ҡатын килеп юлыҡты. Асығыу, йонсоуҙың сигенә сыҡҡан, өҫтөндәге һәләмәне кейем тип тә булмай. Балаһын әйтеп тораһы ла юҡ.КЕмдәндер, нишәләптер ҡасып килеп сыҡҡан, тинеләр.
Вазифа стеналағы фотоға ҡараны.
- Тыуыр баламды тапманым һинең арҡала, һиңә ҡарышып. Ҡырҡа һуҡтым. Эсемде лә һылатманым. Уллы ла илай, улһыҙ ҙа. Мин балам юҡ, тип бер иланым, һаман йәшәйем әле, Аллаға шөкөр. Бәҙәрең ана яңғыҙ улына һыйманы. Һинән тапҡан ҡыҙы эсеп, янып үлгән, ти...
Мин үлер кәрәк ине лә һине килеп күрер кәрәк ине, ти ҙә йөрөй торғайның, мине еңә алмаһаң.Күр мына. Илап ултырам, китаптан төшөп ҡалғанмын тип. Зату Бәҙәр ҙә юҡ. Шул кәрәк уның һымаҡ кейәңке бисәләргә.
Матур ғүмер кисерҙе улар. Һыр бирмәне Вазифа. Йәр бирмәк - йән бирмәк, тиҙәр. Ул сабыр була белде, ҡотороғо бөтөр әле, барыбер минеке бит ул, үҙемә ҡайта. Мин сәйнәп төкөргәнде ит күрмәгән емтектәр ялаһын әйҙә. , тип яптыра торғайны ғәйбәтсе бисәләрҙең ауыҙын.
Үҙ балалары булмаһа ла яңғыҙ түгел ине улар. Ошо ауылға бер туған һеңлеһенең ҡыҙы уҡытырға килгәйне. Кейәүгә сығып, ошонда ҡалды. Шул ҡыҙҙың балалары олатай ҙа өләсәй, тип өҙөлөп торҙолар. Ҡарты китеп барғас та яңғыҙ түгел Вазифа.
Ана инеп килә Таңсулпаны бәләкәй ҡыҙы менән. Мәктәптән ҡайтып баралар. Юл һуҡмай үтмәйҙәр балалары.Алланың рәхмәттәре яуһын үҙҙәренә..
- Ул китапта фактик хаталар күп, тиҙәр, инәй. Төҙәтмәләр, өҫтәлмәләр менә яңыртып сығарасаҡтар.
-Һин унда иң беренсе торасаҡһың, өләсәй! - тип әүрәтә өләсәһен ейәнсәре Нәргизә. Таңсулпан инәһен тупылдатып һөйә.
- Борсолма, инәй, яңыһы сыҡһа, бергәләшеп уҡырбыҙ.
- Борсолмайым, юҡҡа борсолоп ни. Унан башҡа ғәмем әҙ ине.
Ярай, сыҡһа ни, һеҙ уҡырһығыҙ. Һеҙ онотмаһағыҙ була. Минең үҙемдең китабым әллә ҡасан яҙып бөтөлгән. Уҡып, осона сығып барам инде, бите күп тә ҡалмаған. Һеҙ һау булығыҙ, һуғыш күрмәгеҙ, балаҡайҙарым.
Таңһылыу Ҡарасурина.
Ғинуар, 2011йыл.
Читайте нас: