Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2021, 16:33

Мәктәптәрҙә дистанциялы уҡыу булырмы?

.

Мәскәү ҡалаһындағы мәктәптә уҡыған 3-сө класс уҡыусыһы ил Президенты Владимир Путинға тура бәйләнеш ваҡытында уҡыуға бәйле һорау бирҙе. “Сентябрҙә киләһе уҡыу йылын беҙ ҡайҙа ҡаршы алырбыҙ: мәктәптә - парта артындамы, әллә өйҙәме, компьютер ашамы?” тип һораны ул.
– Был һорауға әлегә яуап биреп булмай, – тине Владимир Путин. – Ике ай эсендә хәлдәрҙең нисек үҙгәреп китеүен бер кем дә белмәй. Шулай ҙа әгәр өлкәндәр аңлылыҡ күрһәтеп прививкалар яһатһа һәм коллектив иммунитет тупланһа, мәктәптәрҙе ябыу булмаҫ тип ышанам. Һәр хәлдә башланғыс класс уҡыусылары мәктәпкә йөрөр тип уйлайым, быға тиклем дә уларҙы мәктәптә уҡытырға тырыштыҡ. Ә өлкән кластар буйынса ҡарар ваҡыты етә килә ҡабул ителер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта ил Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш бара. Һорауҙарҙың бик ҙур өлөшө коронавирус һәм вакцинация мәсьәләләренә ҡағыла.
Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан ир кеше биргән һорау ҙа ошоға ҡағылды. Уның ҡатыны уҡытыусы һәм прививка яһатыу өсөн һаулығы буйынса ҡаршылыҡтар бар. Әммә эштә әгәр вакцина эшләтмәһә, уны ҡыуасаҡтар тип янағандар. “Был законлымы?” тип һораны ир. Владимир Путин бының законлы булмауы тураһында белдерҙе.
Читайте нас: