Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 16:36

Өлкәндәр ҡайҙа булған икән?

Бер йәшлек бала 5-се ҡаттан ҡолап төшкән

Бәлә Өфөнөң Борисоглебский урамында 30 июнь булған. Ике йәше әле тулмаған бала нисектер тәҙрә төбөнә менеп, москит селтәренә һөйәнгән. Әммә уның ауырлығын тота алмаған селтәр ысҡына. Шулай сабый бишенсе ҡаттан ҡолап төшә. Быны күреп ҡалған күршеләре тиҙ ярҙам саҡыра. Ауыр йәрәхәттәр алған сабый әлегә дауаханала.
Бәлә ваҡытында баланың әсәһе икенсе бүлмәлә бәләкәй балаһын ҡарап ултырған була.
Читайте нас: