Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2021, 15:06

Шифалы үҫемлектәр: уҫаҡ

   Дауалау өсөн уҫаҡтың ҡайыры, бөрөләре, япрағы һәм үҫентеләре ҡулланыла. Ҡайыры составында глюкоза, фруктоза, сахароза исемле углеводтар, хуш еҫ биреүсе кислоталар, фенол- гликозидтар һ.б. биологик актив матдәләр бар.

Шифалы үҫемлектәр: уҫаҡ
Шифалы үҫемлектәр: уҫаҡ
 

     Уҫаҡ, ауһаҡ (русса: осина, латинса: Populus tremula L.) — эре ағас. Бейеклеге 30—35 метрға етә. Апрель — май айҙарында (ағас япраҡ ярғанға тиклем) сәскә ата. Уҫаҡ йылға, күл ярҙарында, урман ситендә, һаҙлыҡта һәм шулай уҡ тауҙарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек. Уны урамдарҙа ултыртып та үҫтерәләр.
     Дауалау өсөн уҫаҡтың ҡайыры, бөрөләре, япрағы һәм үҫентеләре ҡулланыла. Ҡайыры составында глюкоза, фруктоза, сахароза исемле углеводтар, хуш еҫ биреүсе кислоталар, фенол- гликозидтар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Үҫемлектең япрағында С витамины, каротин, флавоноидтар, фенолглико- зидтар һ.б. биологик актив матдәләр табылған. Бөрөләрендә лә төрлө шифалы матдәләр күп. Ағастың ҡайыры иртә яҙ башланыу менән урман ҡырҡҡан ерҙә әҙерләнергә тейеш. Шыма ҡайырҙар алына, башта улар ҡояшта һулытыла, аҙаҡ күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Уҫаҡ япрағы май — июнь айҙарында йыйыла һәм күләгә урында киптерелә. Ағастың бөрөләре (улар ярылғанға тиклем) әҙерләнә һәм кисекмәҫтән мейестә йәки духовкала киптерелә.

     Температура 50-60 градустан артмаһын. Кипкән дауалар ҡәҙимгесә һаҡлана.
     Уҫаҡ бөрөләренән әҙерләнгән төнәтмәне халыҡ медицинаһында подагра ауырыуынан, төнгө бойлоҡһоҙлоҡ булғанда, бәүел ҡыуығы шешкәндә, тирләттереү маҡсатында ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 балғалаҡ киптереп ваҡланған бөрөнө 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Уҫаҡ ҡайырынан әҙерләнгән ҡайнатма менән эренле яра-йәрәхәтте, бешкән урынды, тиренең шешеүен сылатма, ванна рәүешендә дауаларға мөмкин. Ҡайнатманы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған ҡайырҙы 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш талғын утта 30 минут ҡайнатырға. Был дауаны үрҙә һанап сыҡҡан эске ауырыуҙарҙан да ҡабул итергә мөмкин: көнөнә 3-4 тапҡыр, ашаған ваҡытта, 1-2 аш ҡалағы эсергә. Уҫаҡ япрағы, нигеҙҙә, эселмәй торған дауа булараҡ ҡулланыла. Яңы өҙөп алынған япрағынан әҙерләнгән иҙмәһе менән аяҡ-ҡул быуындары һыҙлағанда ыуынырға (йәки бәйләп һалырға) мөмкин. Был иҙмәне эренле яра-йәрәхәткә һөртөү ҙә файҙалы. Ошо маҡсатта кипкән япраҡ менән дә файҙаланып була: онталған япраҡ ҡайнар һыуҙа ебетелә.
                                                                   «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: