Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2021, 14:36

Шифалы үҫемлектәр: ҡайын

 Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре ике йыл, ә япраҡтары бер йыл буйы шифаһын юғалтмай.

Шифалы үҫемлектәр: ҡайын
Шифалы үҫемлектәр: ҡайын

   Ҡайын (русса: береза (бородавчатая), латинса: Betula verrucosa Ehrh) — бейеклеге 20 метрға етә алған ағас. Апрель — май айҙарында сәскә ата, емеше август — сентябрҙә өлгөрә. Республикабыҙҙың айырым райондарында (Балаҡатай, Салауат, Бөрйән, Йылайыр, Белорет һ.б.) күп үҫә. Дауалау өсөн ҡайындың бөрөләре һәм япрағы ҡулланыла. Уларҙың составында фитонцидтар, микроэлементтар, витаминдар, шәкәр һ.б. биологик актив матдәләр бар. Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлендә өҙөлә, ә япраҡтары май айы аҙағында һәм июнь баштарында әҙерләнә. Был дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ҡәҙимгесә. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре ике йыл, ә япраҡтары бер йыл буйы шифаһын юғалтмай.
     Ҡайын бөрөләре төнәтмәһен тын алыу юлдары, үт ҡыуығы һәм үт юлдары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, ревматизм, подагра кеүек сирҙәр, экзема, нейродермит һымаҡ тире ауырыуы башланғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөләрен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға, 1 аш ҡалағы эсергә.

     Ҡайын япрағы төнәтмәһен бәүел юлдары шешкәндә, эсәктәрҙә, үт ҡыуығы һәм үт юлдарына «лямблий» исемле микроскопик зат эйәләшкәндә эсеү файҙалы. Төнәтмәне әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған ҡайын япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 2-3 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Яҙғыһын дауаланыу өсөн ҡайын һыуын да файҙаланып була. Ул төрлө витаминдарға, микроэлементтарға, ферменттарға бай. Иртәле-кисле 1 стакан эсеү зәңгенән, аяҡ-ҡул һыҙлауҙан килешә.
     Ҡайын япрағы төнәтмәһе эселмәй торған дауа булараҡ та ҡулланыла. Мәҫәлән, баш ҡысытҡанда, ҡауаҡлағанда, сәс насар үҫкәндә халыҡ медицинаһында башты йыуғандан һуң был төнәтмә менән сайҡарға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: бер-ике ус кипкән ҡайын япрағын 1-1,5 литр ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Ошо төнәтмә менән экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан сылатҡыс та яһап була.
     Ҡайын туҙынан яһалған дегет шифалы, унан әҙерләнгән дарыу майын экзема, ҡысынма, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланырға мөмкин. Дарыу майын әҙерләү: 1 балғалаҡ дегетте һарыҡтың 3-4 аш ҡалағы туң майына (аҡ майға, вазелинға) ҡушып бутарға кәрәк. Дарыуханаларҙа ҡайын күмеренән яһалған «карболен» исемле препарат һатыла. Ул ағыуланғанда, эстә газ йыйылғанда тәғәйенләнә.
Ҡайын дауалары бик көслө, һәр кемгә лә килешмәҫкә мөмкин. Мәҫәлән, бөйөрө сирле булғандарға файҙаланырға ярамай. Шуға күрә дауаланыу мотлаҡ врач билдәләүе буйынса ғына үтергә тейеш.
                                                                «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: