Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2021, 11:30

Сибай филармонияһын танырлыҡ та түгел

Янғындан ҙур зыян күргән Сибай филармонияһы 2021 йылдың сентябрендә асыласаҡ.

Янғындан ҙур зыян күргән Сибай филармонияһы 2021 йылдың сентябрендә асыласаҡ. Был хаҡта үҙенең инстаграмдағы битләүендә Радий Хәбиров хәбәр итте.

2015 йылда янғын сығыу сәбәпле,  бина ныҡ ҡына зыян күрә. Өс стенаһы ғына имен ҡала. Объектты былтыр тапшырырға тейеш булалар. Әммә пандемия арҡаһында пландар үҙгәрә. “Янғындан һуң беҙ бинаны тулыһынса ҡабаттан төҙөнөк, тамашасы залын 500 урынға тиклем ҙурайттыҡ, кесе зал өсөн дә урын бүлдек”  - тине Радий Хәбиров уникаль архитектура ҡомартҡыһын һаҡлап ҡала алыуҙы ла күҙ уңында тотоп. Реконструкция барышында бинаның тирә-яғы ла  төҙөкләндерелә. Шулай уҡ уның янында яңы корпус та тҙөҙөлә.

 
Сибай филармонияһын танырлыҡ та түгел
Сибай филармонияһын танырлыҡ та түгел
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: