Был проект мәғариф, күңел асыу майҙансыҡтарын һәм махсуслашҡан күргәҙмәне берләштерә. Мөһим мәсьәләләр һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм социаль яҡлау ведомстволары белгестәре менән конференция һәм түңәрәк өҫтәл сиктәрендә ҡарала.
Интерактив уйын логик фекерләүҙе үҫтерергә, кәүҙә менән идара итергә өйрәтә. Кескәйҙәрҙең был майҙансыҡтан киткеһе лә килмәй. «ВДНХ-ЭКСПО» майҙанында ойошторолған «Ғаилә һәм бала саҡ донъяһы» форумында төрлө белгестәр консультация үткәрә.
Табиптар ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, балаларға ашығыс ярҙам күрһәтеү, һаулыҡты һаҡлау өсөн шифахана-курорт ойошмаларҙың әһәмиәте тураһында һөйләне. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын социаль хеҙмәткәрҙәр менән бергә эҙләргә мөмкин. «Ғаилә һәм бала саҡ донъяһы» форумының эшлекле өлөшөндә Мәшғүллек үҙәге, һалым хеҙмәте, Күп функциялы үҙәк, Пенсия фонды, юристар һәм психологтар ассоциацияһы белгестәре кәңәш бирә.
Һигеҙенсе йыл уҙғарылған проект был юлы ла бихисап кешеләрҙе йыя. Күргәҙмә-форум сиктәрендә йәш ғаиләләр, ата-әсәләр һәм балалар өсөн лекция, тренингтар үтәсәк. Өс көн дауамында консультациялар һәм йәрминкә майҙаны эшләй. Әйткәндәй, бында уҡ балаларҙы түңәрәктәргә яҙҙырыу мөмкинлеге бар.
28 август, форумдың һуңғы көнө, Ғаилә фестивале менән тамамаланасаҡ. Ҡунаҡтарҙы төрлө оҫталар менән ижади дәрестәр, күңел асыу программаһы, оҫталыҡ дәрестәре көтә.
"Национальныепроекты"
"Миллипроекттар"
Әлфинә Килдейәрова.



