Шоңҡар
+11 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь , 20:50

Петр Беренсе лә дауалаған

Герань халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла.

Герань халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла. Уның составында гераниол, линалоол, нерол, цитронеллаль һәм лимонен кеүек актив берләшмәләр барлығы билдәле. Батша Петр Беренсе ҡул бармағының тырнағы оҙаҡ йүнәлмәй йонсотҡанда ярангөл сәскәһенән әҙерләнгән мазь менән дауаланған. Әлеге ваҡытта ла был гөл халыҡ мдицинаһында киң ҡулланыла.

Тымау ваҡытында  2 - 3 тамсы герань япрағының һутын танауға тамыҙырға.

Тамаҡ ауыртҡанда гөлдөң 5 - 6 япрағын 1 литр һыуға һалып 5 минут талғын утта ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң, 3 - 4  сәғәт һайын тамаҡты сайҡатырға.

Ҡолаҡ һыҙлағанда – 1 япраҡты ипләп кенә ыуалап йомшатырға, һуңынан йоморлатып бөкләгәндән һуң ауыртҡан ҡолаҡҡа ярты сәғәт самаһы ваҡытҡа ҡуйып торора.

Эс ауыртҡанда бер япрағын ваҡлап турарға һәм 1 стакан ҡайнар һыуға һалып 5 минут талғын утта тоторға. Әҙер төнәтмәгә үҙе хәтлем үк ҡайнап һыу ҡушып яҡшылап болғатырға. Ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.

Аналыҡтан ҡан туҡтамағанда 20 – 30 тамсы ярангөл япраҡтарының һутын ике сәғәт һайын эсергә.

Йоҡоһоҙлоҡтан герань гөлөн ике төрлө ҡулланырға мөмкин. Беренсеһе, 10 япрағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Әүен баҙарына китергә йыйынғансы ярты сәғәт алда өстән бер өлөшөн эсергә. Икенсеһе, киптерелгән ярангөл япраҡтары һәм сәскәләренән эшләнгән мендәр ҙә ҡаты итеп йоҡларға ярҙам итер.

Күҙ эренләгәндә 10 япрағын йә сәскәһен бер балҡалағы ҡорт балы менән яҡшылап бутарға. Кистән иртәнгә тиклем ултыртып торорға. Икенсе көнөнә ауыртҡан урынға бер-нисә тапҡыр һөртөргә.

Йәрәхәттәр тиҙерәк бөтәшһен өсөн 3 тамсы герань майын кокос майына ҡушырға һәм боҙолған урынға һөртөп бәйләп ҡуйырға. Ул төрлө бактериаларҙы ла үлтерә.

Ярангөл косметологияла ла киң ҡулланыла. Бер нисә тамсы герань һутын көн дә ҡулланған лосьонға ҡушҡанда йыйырсыҡ-сырыштарҙы бөтөрә, тирене йомшарта.

 

Шулай ҙа герань менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү ҙә мотлаҡ һанала. Ҡан ныҡ ҡуйырғанда, ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, ашҡаҙан язваһы менән яфаланғанда, ауырлы саҡта һәм өс йәшкә тиклемге балаларға, оло йәштәгеләргә ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.

Петр Беренсе лә дауалаған
Автор:Разинә Зайнетдинова