Шоңҡар
+11 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 12:45

Ҡайҙа барып, кемдән ярҙам һорарға ла белмәйбеҙ...

Башҡортостандан бер ғаилә Төркиәгә ял итергә барып урамда ҡалған.

27 йәшлек Алия Миллер ике балаһы, ире менән Анталияға ял итергә барған. Өфөгә ҡайтыр саҡта йәш ҡатынды уғрылыҡта ғәйепләгәндәр. Имеш тә ул эсендә 800 доллар ятҡан янсыҡты урлаған. Урындағы полиция уға ошо “енәйәт”е өсөн ике айға илдән сығырға ҡушмаған.

“Мине уғрылыҡта ғәйепләгәс, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды. Баҡһаң, янымда ятҡан (бәлки, уны кемдер төшөрөп ҡалдырғандыр, бәлки, кемдер миңә үсләшкәндер) янсыҡ өсөн тик торғандан мин ғәйепле һаналдым”, - ти сәйәхәтсе ҡатын.

Һуңынан тәртип һаҡсылары улар йәшәгән бүлмәлә тентеү яһайҙар, әммә шикләнерлек бер нәмә лә табылмай. Әлеге ваҡытта ике йәш балалы ғаилә урамда ҡалған. Ҡуртымға фатир алырға аҡсалары юҡ, ҡунаҡханан күптән сығарғандар.

“Ҡайҙа барып, кемдән ярҙам һорарға ла белмәйбеҙ. Ҡыҙымды хөкөм итһәләр, 6 айҙан 3 йылға тиклем ултыртып ҡуйыуҙары бар”, - ти бәләгә тарыусы ҡатындың әсәһе Айгөл Камалиева.

Ҡайҙа барып, кемдән ярҙам һорарға ла белмәйбеҙ...
Автор:Разинә Зайнетдинова