Шоңҡар
+11 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 14:54

Ер өҫтөнә ынтылыш. Тәскирә ДАЯНОВА

Антиутопик повесть Гули күҙҙәрен асты. Һәр саҡтағыса дөм-ҡараңғы. Был абсолют ҡараңғылыҡ, сөнки Гули ер аҫты донъяһында йәшәй. Уның атаһы ла, олатаһы ла, унан алдағы быуындар ҙа ошонда йәшәгән. Был ниңә шулай, артабан бәйән ителер, ә әлегә ун ете йәшлек Гули үҙенең бәләкәй генә йоҡо бүлмәһендә лампочка тоҡанғанын көттө.

Ер өҫтөнә ынтылыш. Тәскирә ДАЯНОВА

Ҡыҙ гел дә яҡтынан алдараҡ уяна, аяҡ-ҡулдарын яҙа торған хәрәкәттәр яһай, битен һыпыра, унан тороп ултыра. Ул арала бүлмәлә һүрән генә яҡтылыҡ ҡабына. Ҡыҙ тороп, ятағын стенаға этеп, бүлмәһен ҙурайта, уның урынына өҫтәл менән ултырғыс төшөрә. Бәләкәй кәштәнән ашамлыҡ тип һаналған һоро пластинаға оҡшаған нәмәне – кеше йән аҫраһын өсөн витаминдар һәм аҡһым йыйылмаһын ала. Ысын булһа, уны саранча ононан преслап эшләйҙәр, тиҙәр. Ҡайҙалыр, бик төпкөлдә, ошо бөжәктәрҙең фермаһында уларҙы ябай халыҡ ризыҡланһын өсөн үрсетәләр икән. Ҡыҙ, ғәҙәттә, был аҙыҡ менән генә хушһына алмай. Тумбочка аҫтына йыйып ҡуйылған бәләкәй термостан көрөшкәгә ҡайнар һыу ағыҙып, үҙе үҫтергән үләндәрҙән сәй бешерә. Эсеңә йылы төшһөн, ти торғайны өләсәһе. Улар ғаиләһе йылы уртламай йәшәй алмай, был быуаттар дауамында күсә килгән ҡанун. Эскә йылы инһә, ысынлап та, рәхәт: хәрәкәттәр етеҙләнә, тән йылына.

Гули биш минут эсендә тамаҡ ялғаны ла эш әйберен кейә башланы. Ҡыптыр комбинезон менән йоҡа куртка тәнде екһендереп, ышҡып бөтә. Ҡыҙ, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, эстән йоҡа футболка менән ыштан кейә. Шулай итһәң, уңайлы ла, йылы ла. Бүлмәләге температура, ғәҙәттә, һүрән була – 16–18 градустан артмай, ә урамда 12–13 градус.

Гули тышҡа сыҡты. Бында ла һүрән генә уттар емелдәй, ике сәғәттән урамда яҡтылыҡ арта төшәсәк. Әлегә өҫтәге уттарҙың яртыһы ғына ҡабыҙылған.

Ҡыҙ урамға сығыу менән күрше фатирҙың да ишеге асылды, унан ҡыҙҙың тиңдәше, дуҫы Арыс килеп сыҡты. Иптәшен күреү менән ул, ғәҙәтенсә, киң йылмайҙы.

– Хәйерле иртә! – тине ул. Был донъяла көн, төн булмаһа ла, бер-береңә именлек теләү һаман да онотолмаған әле.

– Сәләм, сәләм! Киттекме? – Егет ҡыҙ эргәһенә килеп тә етте.

Йәштәр киң булмаған урам буйлап атланы. Уның исеме юҡ, 15-се һанлы урам тип атала. Бында бер-береһенә терәп һалынған дүрт-биш ҡатлы йорттар теҙелгән. Ихата эсенән тар ғына уйым – арка алып сыға. Аяҡ аҫтына арлы-бирле таш йәйелгән. Иғтибарлы булмаһаң, абынып йығылырға мөмкин.

Ер аҫтында исемдәр ҙә ҡасабала, ғаиләлә генә ҡулланыла, ә өҫтәгеләр өсөн төҙөлгән отчеттарҙа улар һан менән теркәлә. Мәҫәлән, 10-сы һанлы ҡасабаның 45-се һәм 46-сы һанлы йәшәүселәре. Анһат бит, оҙон итеп исем-фамилия яҙып торорға ла кәрәкмәй. Ҡыҙ менән егет урам бөткән ерҙә туннелгә төшөп, юҡ булды.

Бында тағы ла ҡараңғыраҡ. Йәштәр бер-береһенә һыйынды. Ниңәлер ошо туннелдәрҙән бәләкәйҙән ҡурҡалар. Әллә кескәй саҡта тыңлаған әкиәттәр сәбәпсе булды инде. Ярай әле юл оҙон түгел, 10 минут самаһы булыр. Бер нисә аҙым яһауға, гөлт итеп ут ҡабынды. Бында Гули эшләгән теплица, Арыс тәрбиәләй торған аттар кәртәһе урынлашҡан. Мал менән үҫемлектәрҙең йәнәш урынлашыуы юҡҡа түгел: мал тиҙәге ямға төшөрөлә, биологик актив матдә өҫтәлә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уңдырышлы тупраҡҡа әйләндерелә. Тупраҡ үҫемлектәр өсөн кәрәк. Аттарға тәғәйен йәшел масса ла ошонда үҫтерелә. Уны оло ғына кеше тәрбиәләй.

Ер аҫты хөкүмәтендә йәшәгән халыҡ ҡатламдарға бүленгән. Иң юғарыла тороусы альфаларға президент, уның яҡын ярандары, министрҙар, хөкүмәт эйәләре, хәрби башлыҡтар ҡарай. Шулай уҡ был ҡатламға юғары исемле артистар, ҡасандыр ҙур асыш яһаған профессорҙар ҙа инә. Яңғыҙы ғына түгел, ә тотош ғаиләләре менән. Беталар – белемле кешеләр: юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, табиптар, альфа балаларын уҡытыусылар, инженерҙар, малсылыҡ

һәм үҫемлекселек белгестәре, модельерҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре. Ҡыҫҡаһы, зыялылар. Гаммалар – хеҙмәтләндереү өлкәһендәге төрлө һөнәр эйәләре. Шулай уҡ медицина, уҡытыу эшендәге бәләкәй белгестәр ҙә гамма ҡатламын тәшкил итә. Дельталарҙы иң бәхетһеҙ ҡатлам тиергә була. Уларҙы омегалар араһынан иң-иңдәрен генә һайлап алалар. Дельталар альфалар йортонда хеҙмәт итә, уларға ғаилә ҡороу тыйылған. Иң түбән ҡатлам – омегалар. Улар малсылыҡ, үҫемлекселек, төҙөлөш, таш сығарыу кеүек ауыр ҡара эштәр менән шөғөлләнә.

Гулиҙың әсәһе, өләсәһе, унан алдағылар ҙа баҡса үҫтереүселәр булған. Тимәк, омегалар була инде. Ғөмүмән, был ҡасабала эш урыны быуындан-быуынға күсә килә. Балалар, 12 йәшкә тиклем башланғыс белем алғандан һуң, ата-әсәһе менән һөнәр өйрәнергә йөрөй, ә 16 йәштән үҙ аллы эшләй башлай.

Ҡасабала йәшәүсе фельдшер дәрәжәһендәге медицина әһеле, уҡытыусы, һатыусы, башҡа һөнәр эйәләре лә эшкә үҙ балаларын үҙҙәре өйрәтә, хәйер, уларға бының өсөн уҡыу йортон тамамлау талап ителмәй. Профессияны үҙгәртеп булмай, ул быуындан-быуынға күсә килә. Һәр ғаиләлә йә бер, йә ике генә бала тәрбиәләнә. Был да алдан уҡ көйләнгән: артыҡ бала тапмаҫ өсөн махсус инъекция ҡаҙала. Шуға күрә эшләй торған халыҡ һаны кәмеүгә бара. Киләсәктә уларҙы ярымкешеләр алыштыра башлаясаҡ.

Арыс нәҫеле – ат ҡараусы. Әлеге ваҡытта аттарһыҙ булмай, сөнки электромобиль бөтә ергә лә барып етә алмай. Бынан тыш уларҙы өҫтәгеләр ҙә алып киткеләй. Аҡһөйәк балалары тыңлаусан хайуандар менән күңел аса, дауалана икән.

Ер аҫты кешеләре һөнәрҙәрен алыштыра алмай тиһәк тә, ара-тирә был маҡсатҡа ирешеүселәр ҙә табыла. Мәҫәлән, Гулиҙың әсәһе бәләкәй сағынан кейем бесеүсе, тегенсе булырға хыялланған, әммә ҡыҙы уны алыштырыр йәшкә етмәйсә, эш урынынан ебәрмәгәндәр. Шунан һуң ғына үтенес ебәреп, бер нисә тапҡыр рәттән һынау тотоп, көс-хәл менән тегеүселеккә күсә алған.

Гули гөлт итеп балҡып торған эш урынына килеп инде лә бер аҙ һоҡланып торҙо. Уның тик тороуын һиҙгән тикшереү механизмы шундуҡ зыңғырҙап тауыш бирҙе. Шундай саҡтарҙа уның күҙәтеүсе күҙҙе бәреп төшөргөһө килә, тик таба ғына алмай.

Теплицала көндөҙгө яҡтылыҡ биреүсе лампалар яна. Көн тигәндең нисек булыуын ҡасабала бер кем дә белмәй. Әҙәми заттар ҡасандыр Ер тип аталған матур планетала йәшәгән, хәйер, әле лә шундалар, ләкин аҫталар.

Ҡыҙ иң беренсе үҙе үҫтергән үҫемлектәрҙе ҡарап сыҡты: ҡайһыһы сәскә атҡан, ҡайһыһы емешкә төймәлгән, ҡайһыһын өҙөп алырға ваҡыт еткән. Үҫемлектәр – йәшелсә тигән типҡа ҡараған ҡыяр менән помидор. Һәр береһенә яраҡлы программа – дымлылыҡ, йылылыҡ ҡуйылған. Бар ерҙә лә автоматика. Ситтәрәк ҡорораҡ һауа яратҡан кишер, сөгөлдөр, һуған урынлашҡан, улар ҡатлы-ҡатлы кәштәләрҙә үҫтерелә. Бына еләк түтәлдәре. Ҙур ғына майҙандағы теплицаны ҡыҙ бер үҙе тәрбиәләй, кәрәгенсә һыу һуғарып торамы-юҡмы икәнен тикшерә, ә бына йомшартыу эшенә, емеш йыйыуға кеше ҡулы талап ителә. Был йәшелсә-еләктәр ҡасабала йәшәүселәр өсөн түгел, ә өҫтәгеләр өсөн үҫтерелә. Шулай ҙа бик яҡшы эшләгән баҡсасыға көн дә бер нисә бөртөк йәшелсә алып ҡайтырға рөхсәт ителә. Гулиға ла ҙур ғына ҡыяр, помидор тәтей. Был ожмах һыйын әсәһе, атаһы, һеңлеһе бүлешеп ҡабып ҡуя. Күп ризыҡ булмаһа ла, күңел күтәрергә ярап ҡала.

Гули эш урынына ашҡынып килә, сөнки бында яп-яҡты. Яҡтыртҡыстарҙа ҡояштың барлыҡ нурҙары йыйылған. Шунһыҙ сифатлы уңыш йыйып булмаҫ ине. Йылылыҡ 25 градустан түбән төшмәй, ҡайһы саҡ помидорҙар бешһен өсөн 27–30 градусҡа ла етә. Ә төнөн температура 15–18 градустан артмай. Көн менән төн дә Ерҙе ҡабатлай, сәғәт мәңгелеккә көйләп ҡуйылған, ул бер ҡасан да туҡтамай.

Гулиҙың башҡалар белмәгән сере лә бар: төпкө буйҙағы урынды күҙәтеп тороусы күҙ ниңәлер күрмәй. Ҡыҙ бында Ер үләндәре үҫтерә. Орлоҡтарын ҡасандыр иң боронғо өләсәһе алып төшкән, тиҙәр.

Бөтнөк, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, меңъяпраҡ, мелисса булған ул. Ҡыҙ үләндәрҙе артыҡ үрсетмәй, өлгөргәс тә төптән киҫеп, алып ҡуя. Шунан уларҙы киптереп, сәй итеп эсә. Әлеге мөйөштө бейек помидор ҡыуаҡтары ҡаплай, шуға ла уны күҙәтеүсе күҙ күрмәй. Гули бында йыш ҡына хәл йыйырға килә. 12 сәғәт туҡтамай хәрәкәт итеү йәш кешене лә арытмай ҡалмай шул.

Эйе, бындағы ваҡыт, ер аҫтына төшкәне бирле, ер өҫтө ваҡыты менән бергә аға. Иртәнге сәғәт алтыла яҡтылыҡ бирелә, киске ун-ун бер араһында һүндерелә. Алты эш көнө. Етенсеһе – ял. Ялға ҡаршы ғына иртәнге өскә тиклем ут һүнмәй. Бер үк бинала клуб, кафе, буфет бар. Шунда уҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт, почта. Бөтәһе лә түбән кимәлдә. Мәктәптә VI класҡа тиклем генә уҡыйҙар, сөнки уҡытыусының белем кимәле лә шунан артмай. Ул махсус уҡыу йорто тамамламаған, белемде әсәһенән йә атаһынан алған. Фельшерҙың белеме лә шул сама. Ул тәүге ярҙам, баш ауыртыуы, ҡан баҫымы, ашҡаҙан боҙолоу кеүек сирҙәрҙе генә дауалай, операция яһай, ҡатмарлы дауалау ысулдарын белмәй. Кеше ауыр хәлгә төшһә, ҡайҙалыр оҙатыла. Әммә ҡайҙа икәнен бер кем дә аныҡ ҡына белмәй.

Почта бүлексәһенә юғарылағыларҙың указдары, һай ғына йөкмәткеле әҙәби әҫәрҙәр баҫтырылған гәзит һәм балалар өсөн әкиәт-шиғырҙар яҙылған журнал килә. Журнал төҫһөҙ, һүрәттәр менән биҙәлһә лә, балалар уны бик ярата. Сөнки башҡа күңел аҙығы юҡ. Ҡиммәт кенә хаҡҡа икенсе ҡасабала йәшәгән туғандар менән телефон аша бәйләнешкә сығырға мөмкин.

Ҡасаба һайын тәртип һаҡсыһы һәм уның ярҙамсыһы бар. Кешеләрҙең төрлөһө бар бит, тәртип һаҡларға кәрәк, бигерәк тә системаға тел тейҙереүселәр уяу күҙәтеү аҫтында. Кешеләрҙең ошо рәүешле йәшәүенә дүрт быуат тулып, бишенсеһенә китте.

Бында ике көслө мәмләкәт йәшәй, улар донъялағы беренселеккә ынтылып, бер-береһен күрә алмай дошманлашып, ядро һуғышы башларға ҡарар итә. Ябай халыҡ был хаҡта белһә лә, “әле булмаҫ” тип йәшәүен дауам итә. Хәйер, белеп тә ни эшләһен?

Ҡыҙыл төймәгә баҫыласаҡ ваҡытты разведчиктар мәркәзгә хәбәр итә. Элита тип аталған заттар сыуалышты халыҡҡа һиҙҙермәй генә, мәркәзде ҡалдыра башлай. Донъяның тотороҡһоҙлоғон белгән башлыҡтар күптән инде үҙҙәренә “өң” ҡаҙа башлаған булған. “Өң” тигәнең хәрби база була инде. Был урын баш ҡаланан мең саҡрым алыҫлыҡта, урман, тау-таш, йылғаға бай булған төбәктә урынлашҡан. Төҙөлөш алып барыр өсөн ташы-ҡомо, ағасы, мәғдәне лә ҡул аҫтында. Йылдар үткән һайын ер ҡуйынында эш нығыраҡ ҡайнаған. Хәрби база тигәнең миллиондан ашыу кеше һыйҙырырлыҡ ҡалаға әйләнә барған: иҫ киткес уңайлы, элита балаларын уҡытыу өсөн юғары уҡыу йорттары, фәндең һуңғы һүҙе буйынса яһалған медицина ҡорамалдары ҡуйылған дауаханаһы булған, хатта ял итер өсөн парктар, урман-болондар, һыу инер өсөн яһалма күлдәр, пляждар ҙа ерҙе ҡабатлай икән. Был люкс ҡалаға хөрмәтле фән әһелдәре, хөкүмәт етәкселәре, ҡала төҙөү өсөн иҫәпһеҙ аҡса күсергән олигархтар, хәрбиҙәр генә түгел, уларҙың әтрәгәләм эйәрсәндәре лә, сәстәре менән ер һепергән ҡуштандары ла эләгергә юл тапҡан. Аҡһөйәктәр ни тиклем ғорур булып, ябай халыҡты мәхлүккә тиңләһәләр ҙә, халыҡһыҙ йәшәй алмай. Эштәр ашығысҡа киткәс, мәркәздән үҙҙәренә хеҙмәт итеүселәр килтерә алмағас, урында йәшәгән халыҡ араһынан йәшенә ҡарап, ғаиләләре ҙур булмағандарҙы һайлап, аҫҡа алып төшкәндәр. Халыҡ бер ни ҙә аңламай ыҙа сиккән, ҡасырға тырышҡан, әммә бик ҡыйыуҙар ғына сығып та китә алған. Улар бында төшөрөүҙең сәбәбен аңлағас та, илемдә, иректә үләм, тип тартышҡан.

Өҫтәге хайран ҡалырлыҡ ҡаланың исеме лә үҙенсәлекле – Эдем, йәғни Ожмах. Хужалар был атамаға киң мәғәнә һалырға тырышҡан. Эдемдан аҫта энергетик блок. Мәңгелек итеп эшләнгән атом реакторҙары һәр тарафҡа йылылыҡ, яҡтылыҡ ебәрә. Ҡайһы береһе эшләй, ҡайһы береһе ял итә. Уларҙы мәңге эшләрлек итеп уйлап сығарған һәм төҙөлөш менән етәкселек иткән гений булған. Уның бар белгәне уйлап табыуға һәм шуны тормошҡа ашырауға йүнәлтелгән, хатта ҡайһы ваҡыт хатта ашау, йыуыныу тураһында ла онотҡан. Ғалимдың ғаиләһе булмаған. Янында унан бер тотам ҡалмай йөрөгән,

бар ғилемен үҙләштерергә тырышҡан берҙән-бер яҡын кешеһе – шәкерте генә булған. Был икәүҙән һуң белемгә мөкиббән киткән кеше табылмағас, халыҡ араһынан аң кимәле юғары булған балаларҙы уҡытырға керешкәндәр. Әммә теге ике хыял эйәһе кеүектәр табылмаған, ахырҙа фән башҡа алға бара алмай, бер кимәлдә ҡатып ҡалған. Улай ғына ла түгел, өҫтәгеләрҙең яҡшы тормошон тәьмин итерлек табип, уҡытыусы, инженер, иҫәп-хисап эштәре белгестәре, модельер, рәссам, музыкант, сәнғәт әһелдәренең балалары ла ата-әсәләре кеүек талант эйәһе булып тыумаған. Шулай итеп, элита балалары деградацияға бирелә башлаған. Тәмле ашап, яҡшы кейенеп, күңел асып, хәмер эсеп, наркотиктар ҡулланып йәшәү уларҙы шул көнгә төшөргән. Ерҙәге тормоштоң бар кәмселектәре ер аҫтына ла күскән.

Иң аҫта йәшәгән, ысын аҙыҡ күрмәгән, физик эш менән шөғөлләнгән кешеләрҙең балалары бер ҙә деградацияға бирелмәгән. Туҡтауһыҙ хәрәкәт иткән, иҫерткес эсемлектәрҙең нәмә икәнен дә белмәгән ябай халыҡтан аң кимәле ныҡ юғары балалар тыуыр булған. Шуның өсөн улар араһынан йылына бер тапҡыр үткәрелгән тест буйынса иң аңлы, юғары күрһәткескә өлгәшкәндәрен аҡыл эштәренә уҡытырға алып киткәндәр. Улар менән бергә сәләмәт, көслө балаларҙы ла алырға тырышалар. Уларҙың артабанғы яҙмышы башҡа бер кемгә лә билдәле булмай. Ҡайһы бер ата-әсәләр, балам ҙур кеше булырға юғарыға китте, тип шатланһа ла, күптәр уларҙы ебәрмәү өсөн яуаптарында хата ебәреүҙәрен үтенә.

 

Тәүге йөҙ йыллыҡта Ер өҫтөнә сығып, анализға өлгөләр алып торғандар, элекке тормошто, Ҡояш, Айҙы, хатта ел-ямғырҙы, тәбиғәтте һағыныу көслө булған. Икенсе йөҙ йыллыҡта ер аҫты тормошона күнегә башлағандар, йәшәү өсөн бөтә нәмәне тиерлек булдырырға өйрәнеп алғандар. Өҫкә илтә торған юлдар онотолған, бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалған. Ә шулай ҙа бындағы тормош кешеләргә, бигерәк тә Гули менән Арысҡа бик күңелһеҙ өмөтһөҙ тойола.

Үҫмерҙәр был хаҡта йыш һөйләшә, тик төплө генә фекергә килә алмай.

Бөгөн бер килке эшләп алғас, Арыс ҡыҙ янына килде. Тәрбиәле матур түтәлдәргә һоҡланды. Шул арала күҙәтеүсе күҙҙең сиренаһы ҡабынды. Ҡыҙ менән егет аулаҡ урынға, түтәлдәр артына китте. Бында тәпәш эскәмйә эшләнгән. Уны Гулиҙың атаһы Гиз, эшләп арығас, бил яҙырһың, тип эшләп ҡуйған.

– Минең бер уйым бар, – тип һүҙ башланы Арыс, – 30 көн ялһыҙ эшләйек тә, шунан оҙайлы ял алып, тирә-яҡ менән танышып ҡайтайыҡ.

– Үҙебеҙгә яҡын ҡасабаларҙы берәмләп күреп бөткәнбеҙ ҙә инде.

Үҙҙәренә туннель аша йәшәгән дүрт ҡасабала булғандары бар барын. Унда ла баҡсасылар, мал ҡараусылар йәшәй. Тик үҫтергән нәмәләре генә икенсе төрлө: береһендә емеш ҡыуаҡтары, уларға ҡарап ауыҙ һыуҙары ҡойолһа ла, тәмдәрен белмәйҙәр. Икенсеһендә ҡош-ҡорт үрсетәләр. Уларҙың тауышынан тирә-йүн геү килә. Һауа ла насарыраҡ кеүек тойола. Вентиляторҙар туҡтап ҡалһа, тын алыуы бөтөнләй ауыр, тиҙәр. Уларға ни, үҙҙәре өйрәнгәс, бер ни түгел. Ә унан арыраҡ шул тиклем матур емештәр үҫтерәләр. Улар ҙур ағастарҙа йоҙроҡтай аҫылынып тора: алма, груша, әфлисун, слива, тиҙәр. Элегерәк был емештәрҙе ауыҙ итеү ныҡ тыйылғас, баҡсасылар баш күтәргән, оло майҙанға сығып, аслыҡ иғлан иткән икән.

Оло майҙан – күп мәсьәләләрҙе хәл итә торған урын ул. Шунда уҡ өҫтән килгән башлыҡтар яңылыҡтарын иғлан итә, Яңы йыл байрамы үткәрелә. Күп халыҡ йыйыла, кешеләр бер-береһе менән танышып ҡала. Шунда уҡ аҫҡа-өҫкә йөрөүсе ике ҙур лифт ҡуйылған. Унда үҫкән еләк-емеш, мал-тыуар, машиналар күтәрелә. Туннелдәр аша йөрөп тә була. Тик был юл хәүефле, тиҙәр.

Йәш кешеләр үҙҙәренсә кәңәш-төңәш итеп, байтаҡ ултырып ташланы.

– Сәйәхәт итер өсөн кейем дә кәрәк бит әле, – тине Арыс.

– Әлдә әсәйем тегенсе, – тип шатланды Гули. – Уны йыш ҡына уртала йәшәүсе интеллектуалдар ҡаласығына саҡыралар. Һәйбәт

кешеләр хеҙмәт хаҡы итеп яҡшы туҡыма бирә. Улкебеҙгә лә яңы кейемдәр тегеп бирә аласаҡ. Юғиһә спецовка кейеп сәйәхәттә йөрөһәң, шунда уҡ тотоп аласаҡтар.

– Бер йылдан чип ҡуйыу үткәреләсәк, ул ваҡытта инде беҙ бер ҡасан да сәйәхәт итә алмаясаҡбыҙ. Шуға беҙгә ашығырға кәрәк. Әммә был турала ләм-мим, – тип Арыс фекер алышыуҙы түңәрәкләп ҡуйҙы.

Арыс менән Гулиға бик борондан, кешеләр ер өҫтөндә йәшәгән саҡта уҡ көслө генетик рух һалынған. Баш эйеп йәшәп, эш хайуанына әйләнеп барғанда ла улар нәҫеле борондан килгән булмышты юғалтмаҫҡа тырыша. Әлеге ваҡытта баҡсасы, малсы эштәрен башҡарһа ла, элек Гиздар нәҫелендә табип, иҫәп белгесе, инженер-ғалим, Аси яғынан уҡытыусы, тәбиғәт белгесе булғандар. Улар үҙҙәренең башҡорт халҡының вариҫтары икәнен белгән, быуындан-быуынға тапшыра килгән. Хатта исемдәрен дә үҙгәртмәйсә ҡушырға тырышҡандар. Атаһы Гиз – Ғиззәт, әсәһе Аси – Асия, Гули үҙе – Айгөл, Арыс – Арыҫлан, уның атаһы Дэн – Даниял, әсәһе Кери – Кәримә. Гиз менән Дэн нәҫеле бер ауылдан, хатта боронғо ата-бабалары бергә эшләгән.

Гиз менән Аси, шулай уҡ Дэн да йәш саҡта үҙҙәрен бик күрһәтмәй, насар кейем менән йөрөп, үҙҙәрен һаҡлап ҡала алған. Был ғаилә шулай уҡ Илаһ тигән бөйөк көс барлығын белеп йәшәй. Шуны балаларына ла төшөндөрөргә тырыша. Ул көс кешеләргә изгелек йә яза ебәргән. Әлеге көндә әҙәмиәттең сысҡан кеүек ер аҫтында йәшәүен Гиз менән Аси нәҫеле артыҡ шашып киткәне өсөн яза тип ҡабул итә.

Әле балаларының сәйәхәт итергә теләүҙәренә ғаилә ағзалары һис ҡаршы булманы, сөнки улар Илаһ ҡөҙрәте менән ошо һоро өңдән, өмөтһөҙ донъянан ҡотолоп, ер йөҙө тигән нурлы, яҡты донъяға сығырҙарына ышана. Яңылыҡҡа ынтылған аҡыллы балалары яңы йәшәйешкә юл асыр һымаҡ. Гиз үҙе лә йәш сағында өҫкә сығырға ынтылып ҡарағайны ла, тик бер кем менән дә кәңәш итмәүе, тоғро иптәше булмауы арҡаһында маҡсатына ирешмәне.

Ошо һөйләшеүҙән һуң Арыс менән Гули баш күтәрмәй эшкә йөрөнө. Ҡыҙҙың әсәһе бер минутын да әрәм итмәй ике балаға кейем

әҙерләне. Интеллектуалдар ҡаласығындағы йәштәр (йәғни беталар) уҡырға йөрөгәндә ҡупшы аҡ өҫлөк, зәп-зәңгәр комбинезон, ап-аҡ спорт аяҡ кейеме кейә. Уңайлы ла, ҡарап тороуға ла күркәм.

Өҫ кейемдәрен әсә кеше тиҙ арала өлгөртһә лә, аяҡ кейеме генә ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Эш кешеләре һығылмалы пластиктан ҡойолған аяҡ кейеменән башҡаны күргәне юҡ. Бәхеткә күрә, беталар араһында Асиҙың һөнәрен хуп күреүсе ҡатындар күп. Был юлы ла улар ярҙам итте. Аҫтағыларға кейем-һалым, аҙыҡ-түлек биреү ҡаты тыйылһа ла, эш хаҡын тауар менән түләне улар.

Альфалар ҙа, беталар ҙа кейем-һалымды туҙҙырғансы кеймәй. Артыҡтары махсус мейестә яндырыла. Артҡан аҙыҡ-түлек тә шулай юҡ ителә. Был эш белә күрә, эшсе халыҡты һанламауҙан, кеше тип һанамауҙан башҡарыла. Шулай ҙа беталар араһында ла яҡшы күңелле кешеләр осрай. Улар аҡыл яғынан юғары, инсафлы, тыйнаҡлы баҡсасыларҙың күплеген белеп, аңлап йөрөй. Гиздар ғаиләһе бигерәк тә юғары баһаға лайыҡ.

Аси үҙе әҙерләгән бүләктәрҙе балаларға күрһәтергә булды. Эштән ҡайтҡан Арыс таҙа итеп йыуынғандан һуң Гулиҙарға инде. Бында уларҙы хәл ҡәҙәренсә һый – йәшелсә һурпаһы, үлән сәйе көтә ине. Бындай танһыҡ тәғәмдән һуң саранча пластиналарына боролоп ҡарағылары ла килмәй. Күңелдәре көрәйеп киткән үҫмерҙәр ят кейемдәрҙе кейеп ҡарағас, уларҙың ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнен аңланы. Аҡ күлдәк йөҙҙәренә аҡлыҡ, сафлыҡ һипте, зәңгәр комбинезон йәш кәүҙәләренең зифалығын, һылыулығын асты.

– Интеллектуалдар ҡаласығының йәштәренән тамсы ла айырылмайһығыҙ, – тип һоҡланды Аси. – Ундағы йәштәр ошондай кейем менән уҡыу йортона йөрөй, – тип аңлатты.

Быға тиклем өндәшмәй ултырған Гиз:

– Балалар, һеҙгә ҡыҙыҡ уйын һымаҡ тойолалыр ҙа ул, ләкин белегеҙ, хәтәр юлға сығасаҡһығыҙ. Һеҙҙе йәштәр мажара теләй тип кенә ебәрмәйбеҙ. Был сәйәхәткә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Өҫкә сығыу юлдары хаҡында мәғлүмәт алып ҡайтырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

– Юлда һеҙгә оҡшаған нәмәләр күп осраясаҡ. Алданып, башығыҙҙы юғалта күрмәгеҙ. Өҫтәге ялтырауыҡ тормош күҙегеҙҙе томаламаһын, – тине Аси.

– Әсәй, һеҙ ундағы тормошто күргән, хатта йәшәп тә ҡараған һымаҡ һөйләйһегеҙ, – тип ғәжәпләнде Гули.

– Ундай хәлдәр булды, балалар. Хәҙер әйтһәк тә була инде. Беҙ ҙә йәш саҡта өҫкә менеп, ундағы тормошто күреү юлдарын таптыҡ. Башыбыҙҙы юғалтмау арҡаһында ғына һеҙҙең алдығыҙҙа ултырабыҙ. Беҙҙән башҡа күтәрелеүселәрҙең береһе лә иҫән түгел, – тине Аси көрһөнөп.

– Альфалар омегаларҙың унда күтәрелеүен теләмәй, – тине Гиз. – Аҡыллы омегалар килеп, түңкәрелеш яһар, тип ҡурҡа. Хәйер, мин үҙебеҙҙең ғаиләне, Дэн ағайыңдарҙы ла бер ҡасан да омега тип уйламаным.

– Беҙ беталарҙан һис түбән түгел. Аҡыл тиһеңме, төҫ-ҡиәфәт тиһеңме. Тик белем генә башҡа, беҙҙе уҡытмайҙар бит, – Аси тағы һағышланды.

– Йә, таралышайыҡ. Йоҡонан тороу менән юлға, балалар.

Гули тыңғыһыҙ йоҡланы, ғәжәйеп төштәр күрҙе. Шундай матур, яҡты, нурлы донъяға барып сыға, сикһеҙ киңлеккә, зәп-зәңгәр бейек көмбәҙгә ҡарап тора. Ундағы сикһеҙлекте күреп, иҫһеҙ була. Аяҡ аҫтына ҡараһа, йәм-йәшел үҫемлектәр аяҡтарын иркәләй. Был йәшеллек араһында балҡып торған сағыу биҙәктәр күрә. Артабан уны ғәжәйеп донъянан айырырға теләгән бапаҡтар баҫтыра башлай.

Бәләкәй саҡта ҡустыһы менән бер-береһен бапаҡ менән ҡурҡыта торғайнылар. Йәнәһе, йөнтәҫ, йәмһеҙ йән эйәһе. Үҙе көслө, бәләкәй балаларҙы ашауы ихтимал. Шулай һаташып йоҡлағанда, әсәһе ҡыҙҙы уятты. Дөйөм ут ҡабынмағайны әле. Бәләкәй генә яҡтыртҡыс ҡабыҙып, тамаҡ туйҙырып ултырғанда әсә һаман кәңәш биреүен дауам итте:

– Бына рюкзағыңа уранып ятыр өсөн йылы йомшаҡ әйбер һалам. Үҙе еңел, күп урын да алмай. Арысҡа ла һалдым. Уларҙың бындай нәмәләре юҡ. – Шунан һуң дүрмөйөшлө ҡаты, ялтыр ҡатырға

әйбер һондо. – Бына был карта тип атала, икегеҙгә берәр. Өҫтәге ҡаттарҙа магазиндарҙа шул нәмәләр менән иҫәпләшәләр. Баштан уҡ ризыҡ алып ҡуйығыҙ, аҙаҡ ваҡытығыҙ булмаҫ.

Ул арала ут тоҡанды. Бер нисә минуттан Арыс ишек ҡаҡты. Ул да тейешенсә кейенеп, рюкзак тағып алған.

– Йә, балалар, хәйерле юл, Хоҙай юлдаш булһын, – тип Аси оҙатып ҡалды.

“Хоҙай” һүҙен Арыс аңламаны, ләкин һорашып торманы. Йәштәр лифт майҙанына ашыҡты. Бында реакторҙа эшләүселәр йыйылғайны инде. Бынан ҡара эш атҡарыусылар, ә беталарҙан – белгестәр эшкә йөрөй. Лифт янында тәртип һаҡсылары күренмәне. Был урынға эшселәрҙән башҡа кеше йөрөмәй, тип уйлайҙар, күрәһең. Егет менән ҡыҙға иғтибар итеүсе булманы. Күтәргес машинала менеү ғәләмәт ҡыҙыҡ тойолһа ла, һаҡ булдылар.

Лифт эшселәрҙе төшөргәс, беталарҙы алырға менде. Йәштәр был юлы ишек асыла башлау менән сығып китте. Шулай итеп, Интеллектуалдар ҡаласығына менеү уңышлы тамамланды. Улар ҡаласыҡтың осона килеп туҡтаны. “Аҡыл һәм белем – беҙҙең тормошобоҙ” тип яҙылған плакат эленгән. Ҡаласыҡта кемдәр йәшәгәнен белдереп торған яҙыуҙы икеһе лә бер тауыштан уҡып ҡуйҙы.

Киң юл уларҙы ҡалаға алып килде, ул үҙҙәре йәшәгән ҡасабанан ныҡ айырыла: урам киң, яҡты, йорттар ҙур һәм ҡатлы-ҡатлы. Баш осондағы көмбәҙ бейек, йылы, рәхәт. Урам ситләтеп үҫкән үлән ҡуйы йәшел, тигеҙләп киҫелгән. Артыҡ бейек булмаған ағастар теҙелеп киткән, уларҙың ҡайһы берҙәре сәскә атҡан. Уйым-уйым сәскәлектәр күренә. Был үҫемлектәрҙе ҡайһы берәүҙәр тәрбиәләп тә йөрөй.

Кешеләр барыһы ла ашыға, эшкә баралар, күрәһең. Йорттарҙан зәңгәр кейемле йәштәр сығып, бер яҡҡа ағыла. Сәйәхәтселәр ҙә уларға ҡушылып китте. Кешеләрҙең йөҙө етди, уйсан, бик һөйләшмәйҙәр, тәртип ҡаты һымаҡ. Алда бейек, матур итеп колонналап төҙөлгән һарайға “Университет” тип яҙылған. Йәштәр шунда инеп юғалды. Гули менән Арыс бәләкәйерәк йортҡа ышыҡлана төшөп бүтәндәрҙе

күҙәтте. Барыһы ла ҡыҙыҡ, һоҡланғыс тойола. Бина эсендә ҡыңғырау зыңғырланы, хәрәкәт туҡтап ҡалды. Дәрестәр башланды, тимәк, улар быны ғына аңлай ине. Йәшенеп торған урындары ашамлыҡ һата торған кибет икән. Шунда уҡ өҫтәлдәр ҙә бар. Аҙыҡ-түлек биреп тороусы инеүселәргә төбәлде.

– Уҡырға инмәй йөрөүселәрҙе хеҙмәтләндерергә ҡушылмай, – тип һөйләнде лә унан йомшара төштө.

Өҫтәлгә ике стакан эсемлек менән ниндәйҙер түңәрәк ашамлыҡ ҡуйылды. Гули менән Арысҡа ултырып тамаҡланыуҙан башҡа сара ҡалманы. Татлы эсемлектең тәменә хайран ҡалһалар ҙа, һиҙҙермәҫкә тырыштылар. Ҡаба торған ашамлыҡ та тәмле, эсенә ниҙер һалынған. Аҙ булып ҡалды, тик һорарға ҡурҡтылар. Уларҙың хәлен аңлап торған һатыусы тағы ҡабатлап бирҙе. Сығыр алдынан һатыусынан һут, ваҡ күмәс һәм тағы ла ниндәйҙер банкалар һатып алды. Тышта үтеп барыусылар уларға өнәмәй ҡараһалар ҙа, тәртип һаҡсыларын саҡырманылар.

Беталарҙың балалары өҫтәге аҡһөйәктәрҙе хеҙмәтләндерер өсөн юғары белем ала. Шуға күрә тәртип ҡаты ҡуйылған. Интеллектуалдар ҡаласығына параллель тағы ҙур ғына ҡасаба. Бында һәр төрлө хеҙмәтләндереү ойошмалары, унда эшләгән кешеләр йәшәй. Кер йыуыу, кейем тегеү, сәс киҫеү, унан башҡа күп һөнәр эйәләренең эш урыны теҙелеп киткән. Быларҙың тормошо беталарҙыҡынан ҡайтыш булһа ла, омегаларҙан күпкә яҡшы. Йылылыҡ, яҡтылыҡ шул уҡ. Аҙ булһа ла, үҫемлектәр бар, улар араһына эскәмйәләр ҡуйылған. Үҙ мәктәптәре, шифаханалары, клубтары бар. Кейемдәре аҡһыл һоро төҫтә. Оҫтаханалар үҙҙәрендә булғас, бик ыҡсымдар. Электромобилдәр йөрөп тора. Арбаларға йөк тейәлгәндәре күп. Бындай йөк машиналары аҫҡа йәшелсә алырға ла төшә. Был ҡаласыҡта йәшәүселәр гаммалар тип атала.

– Быларҙың донъяһын аңларлыҡ инде, – тип ҡуйҙы Арыс. – Лифт янындағы схемала беталар ҡаласығының икенсе яғындағы ла ҙур ғына ҡаласыҡ бар.

– Уны бөгөн күреп өлгөрә алыуыбыҙ икеле. Алыҫ йөрөргә кәрәк була бит, – тине ҡыҙ.

– Әйҙә, тамаҡ ялғайыҡ, – тине егет. Кеше йөрөмәгән бәләкәй баҡсаға инеп, ҡыуаҡтарға һыйынып ултырҙылар. Бер банкалағы бик тәмле аҙыҡты Арыс тәмләп ҡарағас: ”Был ит”, – тине.

– Нимә ул ит?

– Мин малсылыҡта эшләгәс беләм. Ҡайһы бер хайуандарҙан аҙыҡ етештерәләр.

– Ай-ай! Тере йән эйәһен аҙыҡ итер өсөн ни эшләйҙәр ул? Улар ҙа бит кеше кеүек, тик ҡиәфәттәре генә башҡа, – ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш тулды.

– Юҡҡа әйттем, юғарыла йәшәүселәр итте йыш ашай. Беҙ генә сиңерткә менән туҡланабыҙ. Ул да йән эйәһе.

Гули шунан һуң ғына тынысланды. Ваҡ ҡына күмәс, емеш һыуҙары телде йоторлоҡ ине. Тамаҡ ялғап алғас, гамма кибетенә инеп, аҙыҡтарын тулыландырҙылар. Артабан лифт майҙанын үтеп, тағы интелектуалдарға килделәр.

– Бөгөн был урамдың осона сығырбыҙмы икән? – тине Гули.

Ҡала йәнләнгән, урам уҡыуҙан ҡайтыусылар менән тулы. Гули менән Арыс баш баҫып атлауҙарын белде. Көстәре һуң сиккә етә башлағанда улар янына электромобиль килеп туҡтаны. Ҡыҙ менән егет аптырап ҡалды. Кабинанан уларға студент формаһы кейгән алсаҡ йөҙлө егет ҡараны. Шул тиклем дә ихлас йылмайыу уларҙы әсир итте.

– Йығылып бараһығыҙ бит, әйҙә, ултырығыҙ. Тиҙерәк. Бында туҡтау рөхсәт ителмәй.

Арыған юлсылар ни булһа ла булыр, тигән ҡиәфәттә машинаға ултырҙы.

– Мин Тим булам. Универҙа уҡыйым, техника, закондар өйрәнәм. Ә һеҙ кем?

– Беҙ студенттар Гули һәм Арыс. Гули – үҫемлектәр буйынса уҡый, – тине лә Арыс, туҡтап ҡалды. Ул уҡыу йортонда малсылыҡ буйынса өйрәтәләрме-юҡмы икәнен белмәй ине.

– Ниңә факультеттарҙы күрһәтә торған значоктарығыҙ юҡ? Беҙҙе уҡыу йортона шунһыҙ үткәрмәйҙәр, – үҙе бәләкәй электромобиль һүрәте төшөрөлгән билгегә ымланы. Сәйәхәтселәр өнһөҙ ҡалды.

– Һеҙ ҡуҡмағыҙ, мин һеҙҙе тәртип һаҡлаусыларына тоттормам. Һеҙ, моғайын, ҡала гиҙергә сыҡҡанһығыҙҙыр. Ундайҙар осрап тора. Тик тәртип күҙәтеүселәренән ары йөрөгөҙ. Ҡайҙа юл тоттоғоҙ?

– Алдағы ҡалаға.

– Яңы ҡалаға, улайһа.

– Ә ни өсөн Яңы ҡала? – Гули үҙҙәрен тоттороуын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Һеҙ бөтөнләй бындағы түгел. Юғиһә был ҡала хаҡында белгән булыр инегеҙ.

Арыс хәлдең ҡотолғоһоҙ икәнен аңлағайны инде. Был алсаҡ егет, бәлки, ярҙам итер, тип өмөтләнде. Унан килеп Тим Гулиға йыш-йыш күҙ ташлай. Быныһы оҡшамай, әлбиттә. Гули ҙа өҙлөкһөҙ йылмая. Ҡанһыҙ аҡ йөҙөнә алһыулыҡ ҡалҡыу сәбәпле бигерәк матурайып киткән.

– Студенттарҙың күпселеге кешеләрҙе бета, гамма, омегаларға бүлеүҙе өнәмәй. Омегалар гаммаларҙан ҡайтыш түгел, тик тейешле белем генә ала алмағандар. Ҡайһы берҙәрҙең аҫтағы ҡасабаларҙа туғандары бар. Йәшерен генә осрашалар. Былтыр күршеләге бер бета һиҙҙермәй генә аҫтан ҡатын алды.

– Белмәнеләрме? – Гули ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

– Ун һигеҙ тулмаҫ борон эшләргә тура килә бындай эштәрҙе. Үҫеп еткән кешеләрҙе бөтә ергә теркәп бөтәләр, ныҡ күҙәтәләр. Юғарылағыларға оҡшамаған эш булһа, шунда уҡ ликвидация.

– Нимә, нимә? – Гули менән Арыстың был һүҙҙе ишеткәндәре юҡ.

– Белмәйһегеҙме ни? Юҡ итеү.

– Беҙгә юҡ булған кешеләрҙе башҡа үлсәмгә китте, тип аңлаталар. Башҡа донъя, унда рәхәт, йәнәһе.

– Алдайҙар.

Улар ҡала ситенә килеп етеп, туҡтап ҡалғайны. Ә һөйләшәһе һүҙҙәрҙең сиге юҡ.

– Яңы ҡаланы күргәс, ни эшләргә уйлайһығыҙ?

– Иң юғарыны күреү. Арыс ер өҫтөнә сығырға юл эҙләүҙәрен әйтмәй торорға булды.

– Һеҙ был студент кейемдәре менән өҫтә йөрөй алмаясаҡһығыҙ. Ундағы йәштәр башҡа төрлө кейенә.

Юлсыларҙың кәйефе төштө.

– Юҡҡа ҡайғырмағыҙ. Яңы ҡаланы ҡарап сығығыҙ ҙа дүрт сәғәттән бына ошонда осрашабыҙ. Мин һеҙгә кейемдәр килтерермен.

– Шунан ут һүнергә ваҡыт етә бит, – тине Гули

– Эйе, һеҙгә йоҡлап алырға кәрәк буласаҡ. Уныһын үҙем хәстәрләрмен.

Алда Яңы ҡала. Альфа, бета, омегалар өсөн йәшәү урындары алдан уҡ төҙөлөп ҡуйылған булған. Кәрәге сыҡҡанда ҙурайтып, йә ремонтлап торғандар. Тора-бара ер өҫтөнән килгән ҡайһы бер кәрәк-яраҡ туҙа, кәмей, бөтөнләй юҡҡа сыҡҡандары ла бар. Шуның өсөн ер аҫтында ла кейем тегергә тауар, һауыт-һаба, йорт кәрәк-ярағы, төҙөлөш материалы һ.б. етештереү өсөн сәнәғәт булдырырға ҡарар ителә. Пластмасса, ҡағыҙ ҡаптар, ҡалай банкалар, хатта быяла ватыҡтары береһе лә ташланмай. Бындағы биналар оҙон, бейегерәк тә итеп һалынған. Тик был ҡалала беталарҙыҡы кеүек ҡупшылыҡ, йәшеллек юҡ. Кешеләр ҡуйы һоро йә ҡара кейем кейә, йөҙҙәре лә алсаҡ түгел. Ана оҙон таш бина. Эстә кешеләр, техника ҡайнашҡаны һиҙелә. Арба таҡҡан электромобилдәр ҡом-балсыҡ, таш ташый. Икенсе ҡапҡанан инде әҙер кирбес, шымартылған таш, тимер-бетон плиталар тейәп сығалар.

Балсыҡ, пластмасс, быяла һауыттар яһау фабрикаһы ла бар икән. Икенсе урам шунда йәшәүселәр өсөн. Бар нәмә мәңгелек, тыштан ныҡлы тойолһа ла, гел һоро төҫ өҫтөнлөк иткән ҡала оҡшаманы йәштәргә.

Бейек ҡоймалы ҡоролмаға түшкә-түшкә ит индерәләр. Был консерва заводы. Малсыларҙың үҙенә насип булмаған деликатестар

ошонда эшләнә. Эргәлә кибет. Бында йәшәүселәр нормалап үҙҙәре етештергән тауарҙы ала, буғай. Ҡурҡа-ҡурҡа инһәләр ҙә, икеһенә икешәр консерва, яртышар кило колбаса бирҙеләр. Беталарҙың бында килеп йөрөүе йыш, күрәһең. Гули иртән ит ашағанда хайуандарҙы йәлләүен онотҡайны инде. Хәҙер ит ашау уға тәбиғи тойола.

Ҡала уртаһындағы бейек йорт башындағы сәғәт сәйәхәтселәргә ашығырға ҡуша ине. Ныҡ арығанлыҡ ҡыҙыҡһыныуҙы кәметте. Улар ҡала ситенә ашыҡты. Туҡтауһыҙ йөрөп торған электромобилдәр ҙә ҡурҡыу тыуҙыра. Бер аулаҡ ергә ултырып быҡтырылған ит ашап алдылар.

– Тегендә ҡайтҡас нисек кенә яңынан сиңерткә пластиналарын ашауға күсербеҙ икән? – тип һөйләнде Арыс.

Ят аҙыҡ тәндәрен ауырайтып ебәргән кеүек. Сәйәхәтселәр бер-береһенә баш терәп, бер аҙ серем итеп тә алды. Ул арала елдереп Тим килеп етте.

– Тиҙерәк ултырығыҙ, һеҙҙе тәртип һаҡлаусылар күҙәтә, үҙегеҙ белмәйһегеҙ ҙә.

Үҫмерҙәр ҡурҡып, осоп тигәндәй, электромобилгә инеп ултырҙы. Тим тиҙ генә ҡуҙғалып та китте. Арттан килеүсе булманы. Егет машинаһын бер бейек ҡоролма ышығында туҡтатты.

– Был ҙур склад, – тине ул. Яңы ҡалала сығарылған продукция ошонда һаҡлана. Халыҡ күп булғас, аҙыҡ-түлек тә күп кәрәк. Элиталар ашау-эсеүҙә сама белмәй. Әйҙәгеҙ, ут һүнмәҫ борон лифтҡа барайыҡ.

– Ә ниңә лифтҡа? – Юлсылар ҡурҡып китте.

– Мин дә һеҙҙең менән барам. Лифтҡа һеҙҙе индермәйәсәктәр. Туннелдәр аша йөрөһәгеҙ, аҙашырһығыҙ. Әле үк менеп ҡалырға кәрәк.

Тим электромобилен ашыҡтырып ҡыуҙы. Лифт янында машинаһынан төшөп, картаһын күрһәтте. Һаҡсы картаны тейешле ергә ҡуйып алғас, машинаны лифтҡа үткәрҙе. Юғарыға менеп етеү менән ут та һүнде. Бөтә тирә-яҡты абсолют ҡараңғылыҡ солғаны.

– Фараларҙы яҡтыртыу машинаның көсөн күп ала, – тип һөйләнде Тим. – Юғарыла зарядкаға ла ҡуйып булмаҫ, бәлки.

– Нимә һуң ул зарядка? – Арыс һорамай түҙә алманы, егет кеше бит. Тимдың техниканы ауыҙлыҡлап йөрөүенә уның күҙе ҡыҙа. Мөмкин булһа, үҙе лә шундай эштә эшләй алыр ине.

– Был электромобиль тип атала. Уны үҙәк энергия системаһына тоташтырып, көс йыйҙырырға, йәғни зарядкаға ҡуйып алырға кәрәк, – тип ябай ғына итеп аңлатты.

Арыс менә Гули үҙҙәренең ауыр юлға сыҡҡандарын аңлай баралар. Әгәр Тим осрамаһа, ни эшләрҙәр ине? Тотолоп ҡуйырҙар инеме икән?

– Миңә һеҙҙең менән сәйәхәт итмәй булмай. Берҙән, үҙемә лә ҡыҙыҡ, икенсенән, һеҙ өҫтә бөтөнләй баҙап ҡаласаҡһығыҙ. Беҙ барасаҡ урын Эдем тип атала, йәғни ожмах.

– Ожмахты беләм, – Гули шатланып, үҙенең дә белгәнлеген күрһәтергә тырышты. – Унда шул тиклем рәхәт, йәмле. Емештәре тамам тип торған ағастар үҫә, матур һыуҙар аға. Кешеләр матур урындарҙа ял итә, йәшәй.

– Ҡайҙан уйлап сығарҙың уны? – Тим аптыраны.

– Уйлап сығарманым, өләсәйем һөйләгәйне.

– Ул хәҙер ҡайҙа?

– Өләсәй башҡа үлсәмдә, бәлки, шул ожмахтың үҙендәлер.

– Ололар алтмыш йәшкә етһә, – тип дауам итте Арыс, – уларҙы башҡа үлсәмгә оҙаталар. Унда бер эш эшләмәй генә йәшәйҙәр, тәмле ашайҙар. Эстәре боша башлаһа, сәскә үҫтерәләр, бесәй балалары тәрбиәләйҙәр.

– Һеҙ улар менән осрашып тораһығыҙмы?

– Юҡ шул. Ул урынға барып булмай, тип аңлаталар.

– Осрашмайһығыҙ шул. Ауыр булһа ла, әйтәйем. Кешеләр олоғайғас, сирләй башлай, тимәк, ауыр эш башҡара алмай. Уларҙы ашатыуҙан да, дауалауҙан да файҙа юҡ. Шуға ла йоҡлата торған инъекция биреп, крематорийға – мейестәргә оҙаталар.

Гули менән Арыс өнһөҙ ҡалды. Уларға күңелһеҙ, ҡурҡыныс булып китте. Шундай ҡотолғоһоҙ киләсәк көтә бит барыһын да.

– Ә элиталар нисек? – Гули ҡатын-ҡыҙға хас ҡыҙыҡһыныуын ҡуйманы.

– Улар үҙҙәренең ғүмере бөткәнсе йәшәй. Сирләһәләр – дауалайҙар, берәй органдары эштән сыҡһа – алыштыралар. Беталар һеҙҙән ете йыл артығыраҡ йәшәй ала, йәғни 67 йыл, гаммалар – 64 йыл. Беталар араһында табиптар күп, улар дауаланып йәшәй. Һаулыҡтары бик яҡшы булһа – 70-кә тиклем рөхсәт ителә.

Арыс тағы ла нимәлер һорамаҡсы булғайны, Тим уны бүлдерҙе.

– Етер, беҙгә йоҡлап алырға кәрәк. Уңайлы итеп ултырығыҙ ҙа, бәү-бәү, – тине. Үҙе ултырғысын артҡа иңкәйтте лә күҙен йомдо. Бер аҙҙан Арыс менән Гули ҙа тыныс ҡына һулыш алып, йоҡоға талды.

Гули, ғәҙәттә, ут ҡабынмаҫ элек уянды. Ике ышаныслы дуҫы эргәһендә уға рәхәт һәм тыныс ине. Йәшлектең йоҡоһо татлы, ти торғайны өләсәһе. Тимдың хәбәре иҫкә төшөп, Гулиҙың йөрәге семтеп алды. Ҡыҙ турайып ултырҙы. Арысты уятты. Уларҙың хәрәкәтенә Тим да күҙҙәрен асты.

– Хәҙер ут яна, – тине. Әйтеп тә бөтмәне, берәм-берәм лампалар тоҡана башланы. – Әйҙә, кеше күренә башламаҫ борон кейемдәрҙе алмаштырып, тамаҡ ялған алайыҡ.

Тим рюкзағынан кейемдәр сығарып бирҙе. Егеттәр машинанан сығып кейенеп алғас, Гули ҙа уларҙы ҡабатланы. Ҡыҙ кейер әйбер салат төҫөндәге йомшаҡ, һуҙылмалы ғына тауарҙан тегелгән күлдәк ине. Нисек ҡупшы, уңайлы. Аяҡ кейеме спорт аяҡ кейеменә тартым булһа ла нәфис, ипле ултыра.

– Сәсеңде рәтлә, – Тим өйрәтеүҙән туҡтаманы. – Унда ҡыҙҙар сәстәрен арҡаһына таратып төшөрөп йөрөй.

Тик Гулиҙың сәстәре матур итеп таралып китмәй, уҡмашыбыраҡ тора, сөнки сифатһыҙ ғына һабын менән йыуа. Шулай ҙа оҙаҡ ҡына тарағас, бер аҙ ипкә килде. Егеттәр кейеме текә яғалы, оҙон еңле, тәнгә һылашып ҡына тора, салбарҙары тура төшкән, артыҡ

тар түгел. Һәйбәт кейем Гулиҙы бермә-бер үҙгәрткән, Тим унан күҙен ала алмай интекте. Арыс түҙмәйсә:

– Үҙең ашыҡтыра инең, әле ул хаҡта оноттоң, – тип әйтте.

Тим уның һүҙен ҡолағына ла элмәйсә үҙ хәбәрен һөйләүен белде:

– Унда йөрөгәндә аптырауығыҙҙы һиҙҙермәгеҙ, сырайығыҙҙан кем икәнегеҙҙе белмәҫлек булһын. Белһәләр – ликвидация.

– Һин ҡайҙан бөтәһен беләһең?

– Атайым медицина буйынса ҙур белгес һанала. Бында йыш саҡыралар. Уҡыу йортонда башҡа фәнде өйрәнһәм дә, атайым менән йөрөп, медицинаны ла беләм. Һәр ергә инеү, нимәлер һатып алыу өсөн атайыма карта күп бирәләр. Ул тотоноп та бөтөрмәй, беҙгә бирә. Әле лә бик ярап ҡалды.

Әкренләп ҡуҙғалып киттеләр. Килеп етеү менән ҡала хайран итте. Тим аптырамағыҙ тиһә лә, юлсылар телһеҙ ҡалды. Йөҙҙәренә һоҡланыу, хайран ҡалыу билдәләре сыҡты. Бында шул тиклем яҡты, йылы. Тим электромобиль тәҙрәләрен асып ҡуйған. Йәшеллек, сәскәләр балҡый, уларҙың хуш еҫе менән һауа тулған. Йорттар бейек, ҙур. Гел аҡ, аҡһыл ғына зәңгәр төҫтәр өҫтөнлөк итә. Көмбәҙ ныҡ бейек, унан зәңгәрлек ағыла һымаҡ.

– Бик аптырамағыҙ тинем бит, – Тим асыулана башланы.

Арыс менән Гули тырышлыҡ менән үҙҙәрен ҡулға алды. Тим машинаһын парк алдында туҡтатып, тейешле урынға ҡуйғас, юлсылар ҡупшылап эшләнгән ҡапҡа эсенә уҙҙы. Гули менән Арыс тәүҙә ҡараштарын күтәрмәй генә йөрөргә тырышты. Бында кешеләр ҡайнаша. Беҙҙең ҡасабала кеше тулып йөрөмәй, бөтәһе лә бер төрлө кейемдә лә түгел, тип уйланы Гули. Ә былар ҡупшы, матурҙар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге аҡ йөҙлө, һары сәсле. Йөҙҙәрендә алһыулыҡ балҡый. Беҙҙәге ҡыҙҙар көл төҫөндә, тип уйлауын дауам итте ҡыҙ. Тим менән Арыс кеүек кейенгән егеттәр күренә. Студенттар булырға оҡшай. Улар парктың ҡуйыраҡ еренә атланы. Төрлө-төрлө ағастарҙан аллея бар икән. Беседкаларҙа ял итеп ултырған оло ғына 

кешеләр ҙә күренә. Сыр-сыу килеп бала-саға уйнай. Уларҙың үҙ майҙансығы бар: тауҙан шыуалар, яһалма аттарға атланып әйләнәләр.

Тим юлдаштарына ҙур тәгәрмәстә әйләнеп төшөргә тәҡдим итте. Йомшаҡ урындарға ултырып, ҡайыштар менән нығытҡас, тәгәрмәс әйләнә башланы. Тим Гулиҙы үҙе менән ултыртҡан. Етмәһә яурынына ҡулын һалған. Арысҡа йәмле донъя төҫөн юғалтты. Бына һиңә мә, һин үҙеңдең буласаҡ йәрең тип һанаған ҡыҙҙы күҙ алдыңда тартып алмаҡсы булалар. Гули сибәр ҡыҙ, ә мин ябай ғына егет. Тимдан бар яҡтан ҡайтыш. Үҙемде еңергә кәрәк. Төп маҡсат рәхәт сигеп йөрөү түгел, ер өҫтөнә юл эҙләү, тип уйланды Арыс. Гули сыр-сыу килә, 45-се һанлы ҡасаба ҡыҙы түгел тиерһең. Ҡыуанып көлә. Иң бейек нөктәгә еткәс, Тимға сатырман тотоноп алды, уға һеңде. Тимға шул ғына кәрәк. Ике ҡуллап ҡосаҡлап алды, оҙаҡ ебәрмәне. Егеттең йөрәге дөп-дөп типте. Уның сәйәхәтселәргә эскерһеҙ ярҙамы ошо ҡара күҙле, оҙон сәсле ҡыҙ арҡаһында бит. Егеттең быға тиклем ундай хистәр кисергәне юҡ ине. Ә инде Гули Арыс хаҡында, уның ғазапланыуы тураһында уйлап та бирмәй. Шулай иләмһерәп китеп, тәгәрмәстән төшкәс тә, бер аҙ Тимға һыйынып тора бирҙе. Бынан һуң фонтан янына барҙылар. Сылтырап, ялтырап ҡойолған һыу тамсылары, китмә, тигән төҫлө тойолдо ҡыҙға. Бында килеүселәр матурлыҡҡа алданып, шулай әрәм булып ҡуяларҙыр. Арыстың шаҡтай уҫал тауышы ҡыҙҙы был хәләттән сығарҙы.

– Беҙҙең маҡсат бөтөнләй башҡа түгелме ни?!

– Ә ниндәй маҡсат? – Тимдың ҡолағы ҡарпайҙы.

– Беҙ ер өҫтөнә юл эҙләр өсөн сәйәхәткә сыҡҡанбыҙ, – Арыс барыһын да асып һалғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.

Был хаҡта иркенләп һөйләшеү өсөн улар парктан сығып китте. Унан электромобилгә инеп, тәҙрәләрен ябып уҡ ҡуйҙылар.

– Танышҡас уҡ мин һеҙҙең юҡҡа йөрөмәүегеҙҙе һиҙенгәйнем инде. Алдығыҙҙа һеҙгә теләктәш кеше тора. Беталар араһында ер өҫтөнә сығып, ундағы хәлдәрҙе тикшереп ҡайтырға кәрәклек хаҡында хәбәрҙәр йыш сығып тора. Тик ниңәлер һаман төплө фекергә килмәйҙәр, дөрөҫөрәге ваҡыт арттыра алмайҙар. Альфалар күптән үҙ

вазифаларын үтәмәй: тәмле ашап, матур кейенеп, концерттар ҡарап, азартлы уйындар уйнап ғүмер үткәрә. Улар ысын паразитҡа әйләнгән. Төп вазифаны үҙәк компьютер системаһы атҡара. Унда беталар ултыра.

– Ә президент? Ул бар бит, – тине Арыс.

– Ул исем өсөн генә. Яңы закондар инде 100 йыллап сыҡҡаны юҡ, ти атайым. Башҡарма хөкүмәт закондар үтәлеүен күҙәтеп, тикшереп ала, буғай. Төрлө тармаҡтағы министрҙар башҡараһы эштәрен беталарға оҙатып ултыра. Күрһәтмәләр тиҫтәләгән йылдар буйы гел бер төрлө. Һаман шулай барһа, әллә ниндәй хәлдәр килеп сығыуы бар. Ҡыҫҡаһы, система ныҡ серегән. Ә донъяны әйләндереү өсөн көслө етәксе кәрәк. Беталарҙың өлкәндәре күнегелгән тормоштарын үҙгәртергә ашыҡмай, уларға былай ҙа йәшәүе ауыр түгел бит.

– Ә хәҙер ни эшләйек инде? – Гули ҡыйыуһыҙ ғына һорап ҡуйҙы.

– Һеҙгә башҡаса бер ҡасан да ирекле йөрөү тәтемәйәсәк. Бөгөнгә үҙегеҙ теләгәнсә ял итегеҙ, ә иртәгә ут тоҡанғас та өҫкә юл алырбыҙ.

– Беҙ бит өс көнгә генә киткәнбеҙ, эҙләй башлаһалар?

– Эшегеҙҙе берәйһе башҡарамы?

– Атай-әсәйҙәргә икеләтә көс төшәсәк.

– Улай булғас, эҙләмәҫтәр. Ҡыҫҡаһы, мин һеҙҙе хәҙер урманға алып барам.

Юл уларҙы ҡаланың бер ситенә алып сыҡты, тиҙ үк ҡуйы ағаслыҡҡа барып терәлделәр. Бындағы ағастар парктағы кеүек тәртип менән ултыртылмаған. Уҫаҡ, ҡайын, йүкә, ара-тирә ҡарағайҙар бар, урман ситләп ҡыуаҡтар ҙа күренә. Электромобилдән сығыу менән үҙенә башҡа саф һауа рәхәтлек менән күкрәктәрҙе тултырҙы. Ҡоштар һайрай, үлән араһында өйкөм-өйкәм сәскәләр балҡый.

– Их, урман! – Тим ергә ауҙы. – Һис ҡайтмай ятыр инем.

Арыс менән Гули ҙа Тимды ҡабатланы. Йәш кешеләрҙең күңел болоҡһоуы, рухтарындағы эске тартҡылыш, тәндәге ауырлыҡ, күңелдең билдәһеҙлек алдынан була торған шөбһәләнеүҙәре юҡҡа сыға барҙы. Барыһының да эске донъялары рәхәт бер йомшарыу,

тынысланыу кисерҙе. Улар эргәһендә ятҡан Тимдың яғымлы тауышы ишетелде:

– Беҙҙең ата-бабалар аҡыллы булған. Ерҙе һағынасаҡтарын белеп, урман ултыртҡан. Тик был байлыҡ менән альфалар ғына файҙалана, ә беталарға тәтемәй. Ә ер йөҙөндә бындай урмандарҙың иге-сиге булмаған. Әммә уларҙы тәрбиәләү бик ҡиммәткә төшә. Ағастарҙы тәртиптә тотоу өсөн ике-өс ай һайын тотош отрядтар эшләй. Ғәскәр тиһәң дә була. Хәҙер һуғыш булмаһа ла, ғәскәр бар әле. Унһыҙ элитаның ҡото оса.

– Кемдән?

– Билдәле инде, үҙенән түбәндәрҙән.

Төпкәрәк киттеләр. Һыу шаулауы ишетелде. Бейек булып ҡалҡып торған ҡаялар араһынан шарлауыҡ атыла, аҫтағы күлгә йыйыла. Һыу шул тиклем үтә күренмәле. Унда йөҙөп йөрөгән йән эйәләрен күреп, сәйәхәтселәр шаҡ ҡатты.

– Былар балыҡ тип атала. Улар ерҙәге һыуҙарҙа иҫәпһеҙ күп булған. Ау тип аталған сеткалар менән һөҙгәндәр ҙә төрлө ризыҡтар әҙерләгәндәр. Хәйер, элита өсөн балыҡ үрсетә торған махсус ҡасабалар бар.

– Һин бик күп беләһең, – тип һоҡланды Гули.

– Мин ныҡ ҡыҙыҡһыныусан кеше. Ҡалын-ҡалын китаптар уҡыйым. Иң ҙур китапхана беталар ҡалаһында. Һәр һөнәр, хайуандар, үҫемлектәр, төҙөлөш, медицина, уҡыу-уҡытыу, алып-һатыу, аҙыҡ-түлек, тағы әллә нәмәләр хаҡында белергә була. Әйтәм бит, ата-бабалар үтә күп белгән, күп яҙған. Хәҙерге донъя артҡа тәгәрәй. Былай барһа, тағы 100 йылдан, бәлки һуңғараҡ, ҡот осҡос хәлдәр башланыуы мөмкин.

– Нимә булыр икән? – ти Арыс.

– Аҙыҡ-түлек, башҡа нәмәләр өсөн һуғыш-ҡырылыш башланыр. Ямандар еңер.

– Етер, Тим, арттырма, – тип ҡысҡырҙы Гули түҙмәй. – Беҙҙең дә китаптар бар ул. Уҡырға, яҙырға, миҫалдар сисергә өйрәтәләр. Ҡурҡыныс әкиәттәр китабы ла бар.

– Нимәләр тураһында?

– Ҡурҡыныс саранчалар хаҡында. Улар аҡылдары, кәүҙәләре менән кешегә оҡшай башлаясаҡтар. Йомро күҙҙәре ҙур, ҡулдары дүртәү. Улар ҙа кешеләрҙе бөтөрөп, ер аҫтында үҙҙәре генә ҡалырға тырыша.

– Эйе, шунан иң-иң төпкөлдә, – тип элеп алды Арыс, – ауыҙынан ут бөркөп ултырған дейеү хаҡында әкиәттәр күп. Ул да кешеләрҙең төп дошманы. Ҡайһы бер тыңлауһыҙ балалар уның аҙығына әйләнә. Шуның өсөн балалар ныҡ ҡурҡа, улар ата-әсәләре йә уҡытыусы-тәрбиәселәр оҙатыуында ғына йөрөй.

– Былары инде һеҙ ҡурҡаҡ булып йәшәһен өсөн уйлап сығарылған, ә кешегә ташлана торған саранчалар бар.

– Ысынмы?

– Ныҡ төптә, унда йәшерен лифт ҡына төшә. Уның менән хәрбиҙәр генә ҡуллана. Радиоактив ҡалдыҡтар күмгән ергә нисектер саранчалар үтеп ингән. Йәшәйҙәр, хатта үрсейҙәр, ти.

– Хәрбиҙәр уларҙы атмайҙармы?

– Үлтерәләр, әммә һаман үрсейҙәр. Ер аҫтын ҡаплап алыуҙары ла мөмкин.

– Ҡурҡыныс… Клубта “Кеше ашаусы саранчалар” тигән фильм ҡарағаныбыҙ бар, – тине Гули.

– Ә беҙ киноны фатирҙа телевизор, компьютер аша ғына ҡарайбыҙ.

– Нисек? – тип аптыраны Гули менән Арыс. Улар кино ҡарарға бик ярата ла бит, тик уны айына бер мәртәбә генә күрһәтәләр.

– Бына һеҙҙе ниндәй хәлдә йәшәтәләр. Һеҙ шуға ла түҙәһегеҙ.

– Юҡ, беҙ түҙмәйбеҙ. Башҡа төрлө донъяла йәшәгебеҙ килә. Киноға ғына алданырға теләмәйбеҙ, – тип ярһып китте Гули.

– Тыныслан. Беҙ һеҙгә ҡарағанда күпкә яҡшы йәшәйбеҙ. Тик минең дә ысын донъяны, ҡояшты, айҙы, йондоҙҙарҙы, йыһанды күргем килә.

– Ә улар нимә була? – тип аптыраны Гули.

– Улар ысын донъяла йәшәү сығанаҡтары тиергә лә мөмкин. Бына беҙҙең боронғо ата-бабалар башҡорт тип аталған. Улар ирек һөйгән.

– Беҙҙең дә иң боронғолар башҡорт бит, тимәк, беҙ туғандар булып сығабыҙ, – Гулиҙың аҡһыл йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе.

– Беҙ бер заттан, беҙ туғандар!

– Гел бергә булырға ант итәйек!

“Ант! Ант! Ант!” – тип ҡосаҡлашты үҫмерҙәр.

 

Тамаҡ ялғап алғас та ваҡыт етерлек ине әле.

– Әйҙә, һеҙҙе концертҡа алып барам, – тине Тим.

Электромобиль ҡала яғына елдерҙе. Гули һаман да матур урамға, ал таҡталарға, иҫ киткес магазиндарға, фонтандарға, матур, сағыу кейемдәр кейгән кешеләргә ҡарап туя алманы. Уларҙың ҡасабаһы буҙ, йә булмаһа һоро таш төҫөндә. Йорттар ҙа, аяҡ аҫты ла, кейемдәре бер төҫтә. Арыу кейем аҡһыл-буҙ, эш кейеме – ҡараһыу-буҙ. Кешеләр ҙә аҡһыл, ҡобараһы осҡан төҫлө. Ярай әле башҡа төҫтәрҙе эш урынында күрә.

Ҙур, бейек һарай эргәһенә килеп, иҫәпләшкәндән һуң эскә үттеләр.

– Эдем бына ниндәй икән, – тип ҡуйҙы Арыс уйсан ғына.

Һарай түшәмендә янған затлы, нәфис шәмдәр, оло фойела ултыраған һанһыҙ гөлдәр, урталағы фонтан, хатта кешеләрҙән ҡурҡмай ғорур ғына йөрөгән тауис ҡош күркәмлек биреп ҡалмай, күңелдәрҙе күтәрә, рәхәтлек бирә. Ирекһеҙҙән үҙеңдең дә башты юғарыға сөйгө килә башлай. Гули менән Арыс та үҙҙәрен иркен тота башлағайны инде. Залға инеп, йомшаҡ урындарға ултырҙылар. Кеше күп, төрлө йәштәгеләр булһа ла, йәш-елкенсәк аҙ күренә. Концерт кешеләрҙе күңелле ял итергә саҡырған дәртле йыр менән башланды. Бер буйлы, бер төрлө кейем кейгән һылыу егеттәр шат тауыш менән йырлай. Күңел үҙенән-үҙе күтәрелә. Сәхнәлә аллы-гөллө нурҙар уйнаҡлап сабыша. Ул арала сәхнәлә бер төркөм бейеүсе ҡыҙҙар күренде. Улар бейек күтәрмәле туфлиҙа сыр-яланғас төҫлө тойола.

Гули оялып, ҡарашын аҫҡа төбәне, ә зал уларҙы хуплап алҡышлай, һыҙғыра.

– Оялма, уларҙың кейеме тән төҫөндә бит, – тип шыбырҙай Тим.

Ярай, уларҙын һуң сыҡҡан ҡатындың кейеме оҙон, йыры моңло булып сыҡты. Концерт дауам итте. Дөмбөрҙәк музыка, барабан тауыштары хәлдән тайҙырҙы. Уйын-көлкө һөйләп, көлдөрөргә маташыусылар ҙа булды. Кешеләр шарҡылдап көлдө, ә сәйәхәтселәр иһә был һүҙҙәрҙе аңлаһалар ҙа, мәғәнәһенә төшөнә алмай аптырап ултырҙы. Тәнәфестә буфетҡа барып, тәмле һут эстеләр, печенье тигән тәмлекәс ашанылар.

Бында ут һуң ғына һүнә икән. Концерт сәғәт ун берҙә тамамланды. Урамда йәштәр һаман да шарҡылдап көләләр, эркелеп йөрөй. Ҡайһы беренең көлөүе шашҡан кешеләрҙеке һымаҡ ишетелә.

– Наркомандар шаша, – тип ҡуйҙы Тим.

– Улары кем инде?

– Улары бындағы рәхәтлеккә сыҙамаған бай балалары. Тағы ла күберәк ләззәт алыу өсөн махсус матдәләр ҡабул итәләр: еҫкәйҙәр, укол итеп тә ҡаҙайҙар. Тик күбеһе оҙаҡ йәшәй алмай.

– Ниңә ҡабул итәләр улайһа?

– Бер башлаһаң, ташлап булмай, ти.

– Артыҡ рәхәт йәшәүҙең язаһын да алалар, күрәһең, – тине Гули.

– Эйе, эшләмәй йәшәгән өсөн көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр инде. Телдәрен арҡыры тешләгәнсе ауыр эш эшләһәләр, улай шаша алмаҫтар ине, – тине Арыс.

Тим уларҙың аҡыллы һығымтаһына аптырап ҡуйҙы, быларға белем генә эләкмәгән. Үҙенең башына бындай уй бер ҙә килгәне юҡ ине әле.

– Улар өсөн беҙ эшләйбеҙ, гаммалар, дельталар…

– Дельталарҙы альфаларҙың өйөндә хеҙмәтсе булырға беҙҙең аранан һайлап алалар, – тине Арыс.

– Иң аянысы, альфаның ниндәй ҙә булһа ағзаһы эшлектән сыҡһа, ул ағзаны дельтанан ярып алалар. Һәм тағы альфалар ҡарт

хеҙмәтсе яратмай. Шуға күрә 50 йәшкә еткән дельта ликвидацияға дусар ителә.

Тимдың һөйләгәндәренән сәйәхәтселәрҙең сәсе үрә торҙо.

– Был донъя аҫтан өҫкә әйләнергә тейеш. Альфаларҙы төпкөлгә оҙатырға кәрәк, – Гули үҙенең ҡыҙыу ҡанлыға әйләнә барыуын һиҙҙе.

– Һин бунтарь икәнһең, – тип көлөп ебәрҙе Тим.

– Беҙгә альфаларҙан өҫкәрәк күтәрелергә кәрәк бит әле, – тине Арыс.

– Унда сығыу менән проблемалар бөтөрмө? Идеаль донъя бер ҡасан да булмаған. Тик уныһы инде бөтөнләй икенсе мәсьәлә…

– Әйҙә, йоҡлайыҡ инде, – күп кисерештәрҙән арыған Гулиҙың күҙҙәре йомолоп бара ине.

Ут бында бер сәғәткә һуңғараҡ ҡабына. Юлсылар ут менән бергә уянды, шулай итеп артығыраҡ йоҡлап ташланылар.

– Беҙ кисә план ҡормай ятҡанбыҙ, – тине Тим.

– Миңә ҡалһа, лифт янына барырға кәрәк, – Арыс үҙ фекерен белдерҙе.

Ашығып ҡына ҡапҡылап, эшселәр комбинезоны кейеп алдылар. Йөрәктәрен шик-шөбһә солғап алды. Лифт майҙанында бер кем дә юҡ ине, сөнки альфалар иртән үк эшкә йөрөмәй. Тим һаҡсы янына барып, өҫкә менә торған карточкаһын һуҙҙы, икенсеһен бүләк итеп тә бирҙе. Лифт юғарыға ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуһа ғына йөрөй икән, шуға Тим үҙҙәрен иң өҫтәге күренештәрҙе тикшерергә сыҡҡан студент-практиканттар тип танытты. Ниндәйҙер танытманы һаҡсының танау төбөндә елпелдәтте. Һаҡсы ҡарышманы, лифтты өҫкә оҙатты.

Алда ҙур ғына майҙан шәйләнә. Юҡ, был ер өҫтө түгел. Электромобилде шунда ҡалдырып, артабан йәйәү китергә булдылар. Яҡтылыҡҡа күҙ өйрәнгәнсе бер ни күренмәне. Аяҡтар тиҫтәләрсә йылдар дауамында йыйылған (хәйер тиҫтә генәме) туҙанға бата. Бөтә стеналарҙы, мөйөштәрҙе һәрмәп тигәндәй йөрөй торғас, ишек һымаҡ бер уйым шәйләнде. Был төймәгә баҫып ҡына шыуҙырып аса торған ишек булып сыҡты. Бүлмәлә дөм-ҡараңғы. Арттан ишек кире шыуып,

ябылды. Ярай әле Тимдың фонары булған, тоҡандырып ҡарай торғас, стеналағы ут һүндергесте күреп ҡалды. Ут ҡабынды. Был ҙур ҡыуаныс ине. Стеналар буйлап шкафтар теҙелгән, береһе лә бикле түгел. Бына скафандрҙарға оҡшаш кейемдәр, улар менән йәнәш кокон һымаҡтары ла бар. Башҡа шкафтарҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ консерва, һыу шешәләре. Йәнә бер ишек. Бында ла ҡараңғы. Зал һымаҡ урын. Уртаға өҫтәлдәр теҙелгән, шәмдәр ҡуйылған. Тимдың ут тоҡандырғысы ла бар икән, шәмдәрҙе ҡабыҙҙы. Стена ситтәрендә урындыҡ, һәндерәләр. Ундағы түшәк-матрастар пленка менән ҡапланғайны.

– Өҫкә сығып йөрөгән кешеләр бында ял иткәндәрҙер, – тип ҡуйҙы Гули. – Ана, тағы ишек, бикле түгел.

Егеттәр уны көс-хәл менән асып ебәрҙе. Танауға еләҫ һауа бәрелде. Үпкәләрҙе йыртырлыҡ дәрәжәлә иркен, саф һауа. Бында ла ҡараңғылыҡ, тик ер аҫты ҡараңғылығы түгел ине. Ниндәйҙер күләгәләр һиҙелә.

– Минең олатайым да ер өҫтөнә сыҡҡан бит, ул да ҡараңғылыҡ күреп күңеле ҡайтҡан. Бүтән өҫкә бер ҡасан да йөрөмәйем, тип эсе бошоуҙан үлгән, – тине Тим.

– Туҡта, бер аҙ торайыҡ. Өмөтһөҙләнергә ашыҡма. Юғарыға ҡарағыҙ әле, – тине Гули.

Бөтәһенең башы өҫкә сөйөлдө. Ә унда… һанһыҙ яҡты нөктәләр емелдәй, баҙлай, атылып та китә. Өсөһө лә юғарыға ҡарап ҡатып ҡалды. Был мөғжизә уларҙы шул тиклем арбаны, күпме торғандарҙыр, ваҡытты һиҙмәнеләр.

– Был яҡты нур сатҡылары йондоҙҙар тип атала бит! – тине Тим ярһыу, шатлыҡлы тауыш менән. – Минең был хаҡта уҡығаным бар. Тимәк, хәҙер төн. Төн йоҡлай торған ваҡыт, төндөң көнө лә була.

– Әйҙәгеҙ, ултырып торайыҡ, артабан нимә булыр, көтәйек, – тине Гули.

Ерҙә һуҙылып ятҡан оҙон, йыуан нәмә күреп, шунда ултырҙылар. Улар, әлбиттә, бының ҡасандыр ауған ҡарт ҡоро ағас икәнен аңламай ине. Йылы булһын тип, ҡыҙҙы уртаға алдылар. Төрлө хистәрҙән, яңылыҡтан арыған егеттәр, үҙҙәре лә һиҙмәйсә, серемгә

китте. Гули ғына оҙаҡ йоҡлап китә алманы. Ул мөғжизә көттө. Бер аҙ уяулы-йоҡоло ултыра торғас, йоҡлап та алды, буғай. Кинәт күҙҙәрен асты. Бик йыраҡ та түгел ҡалҡыулыҡ шәйләнә. Ҡыҙ йәнә күккә баҡты. Йондоҙҙар юғалған, күк аҡһылайған. Тау ситләтеп ҡыҙғылт һыҙат һыҙылған. Гули хайран ҡалып күҙәтеүен дауам итте. Ҡыҙыллыҡ шыйыҡлана барып киңәйҙе, яҡтырҙы. Матур ал төҫ саф зәңгәр төҫмөр менән ҡушылды. Ҡарап туймаҫлыҡ саф матурлыҡ күкте иңләй, яҡтыра бара. Офоҡ ситенән күҙ сағылдырғыс ҡыҙыл шар сите күренә, ул ҡалҡа бара, нурҙары күккә, ергә тоташып, һаман донъяны солғай бара. Уға инде ҡарап та булмай. Бар тирә-яҡ шул тиклем дә яҡты, шундай рәхәт! Ҡыҙ егеттәрҙең дә уянып, ҡуҙғала алмай хайран ҡалып ултырыуын күрҙе. Өсөһө лә бер ыңғайҙан һикереп торҙо. Ҡысҡырып та, һикерешеп тә алдылар. Көлдөләр ҙә, хатта күҙҙәренән йәштәр атылды. Тим кеҫәһенән нимәлер сығарып, тирә-йүнде тикшергәндәй ҡыланды.

– Һин нимә эшләйһең ул? – Арыстың да тик торғоһо килмәй ине.

– Был – дозиметр. Мин һауалағы, ерҙәге радиацияны үлсәнем. Норма! Дуҫтар, норма! Радиация юҡ, мәңгелек ҡыш та, мәңгелек төн дә юҡ! Беҙ бәхетле. Ер аҫтындағы кешеләр ҙә бәхетле.

Гули ҙа ниҙер һөйләне, көлдө, иланы. Уның һөйләгәндәре бәхетле киләсәк, иркен донъя хаҡында ине, буғай. Арыс та бәхетле, ләкин сабыр. Сәйәхәтселәр үҙҙәре сыҡҡан урындан арыраҡ китеп, тирә-яҡты әкренләп тикшерә, байҡай башланы. Аяҡ аҫты бейек үлән. Улар торған урын тау һырты булырға тейеш, сөнки күҙ күреме ергә ҡырлас, ташлы һырт һуҙыла. Ҡайһы ерҙәре шыйыҡ үлән менән ҡапланған. Тауҙар теҙмәһенән аҫҡа һуҙылған тәрән йырындар, тарлауыҡтар күренә. Ҡайһы йырын ҡуйы ағаслыҡ, ҡыуаҡтар менән ҡапланған. Алда ҡалҡып торған бейеклек тау өҫтөндә тау һымаҡ эре-эре таштарҙан тора.

– Әйҙә, шунда менеп, тирә-яҡты ҡарайыҡ, – тип саҡыра Тим.

Бер-береһенә ярҙам итә-итә тырышып ҡая ташына үрмәләнеләр. Таштар эре, ныҡ урынлашҡан, емерелерлек түгел.

Артылыу шаҡтай ауыр эш икән, тирләп сыҡтылар. Бына менеп еттеләр һымаҡ. Өҫтә яҫы таштар түшәлгән төҫлө. Уңайлы урын һайлап, һәр тарафҡа күҙ һалдылар.

Тау һырттарынан түбәндәрәк икһеҙ-сикһеҙ урман һыҙаттары һуҙылған. Ара-тирә асыҡлыҡтар ҙа күренә, ләкин урман күберәк. Аҫтараҡ киң генә йылға борма-борма юл һалып ағып ята. Һыу ситтәрендә лә асыҡ урындар байтаҡ. Ни йәшергән был урындар? Ер йөҙөндә кешеләр бармы? Әгәр булһалар, ҡайҙалар? Сәйәхетселәрҙең башы етерлек түгел ине быға. Кинәт кенә бынан киткеләре, йомран шикелле үҙ өңдәренә инеп боҫҡолары, үҙҙәренең өйрәнелгән тормошона ҡайтҡылары килде. Ә шулай ҙа нисек рәхәт быда! Ҡояш үҙенең йылы, яҡты нурҙарына ҡойондора, еләҫ кенә ел иҫә. Һауа һулап туйырлыҡ түгел. Ә ниндәй сикһеҙлек! Ана һауала бер йән эйәһе оса.

– Ҡош тип атала ул, – ти Тим. – Оса, тимәк, ҡош, мин ул турала уҡығаным бар. Мин бит ҡасан булһа ла ергә сығырмын, тип йәшәнем. Ундағы йәнлектәр, ҡоштар, үҫемлектәр хаҡында өйрәндем.

Түбән төшә башланылар. Көн эҫетеп ебәрҙе. Нур сығанағы шаҡтай бейек күтәрелгән, йылыһы ла артҡан. Ҡаянан икенсерәк урындан килеп төштөләр. Бында үлән дә һирәгерәк. Гули ара-тирә үҫкән матур, ҡыҙыл емештәр күреп ҡалды.

– Еләк бит был! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Өҙөп алып ауыҙына ла оҙатырға өлгөрҙө.

– Ағыулы булһа, төкөр, – Тим киҫәтеп ҡысҡырып ебәрҙе.

– Юҡ, булмаҫ. Мин бит баҡса үҫтереүсе, бер ҡарауҙан таныйым да ҡуям. Ваҡ ҡына булһалар ҙа, ер аҫтында үҫкәндәргә ҡарағанда йөҙ тапҡыр тәмлерәк.

Өсәүләп еләк ашарға керештеләр. Татлы нәмәгә иҫтәре китте, һаҡлыҡ тураһында бөтөнләй оноттолар. Ниндәйҙер асыулы мөңгөрҙәү баштарын күтәрергә мәжбүр итте. Уларҙын 20 аҙым самаһы ғына йыраҡлыҡта ҙур, йөнтәҫ йән эйәһе бәләкәй генә асыулы күҙҙәре менән ҡарап тора ине. Был күптән шунда йәшәгән оло кәүҙәле айыу, үҙенең биләмәләренә һорауһыҙ килеп ингән ике аяҡлыларҙы 

нимә эшләтергә белмәй, аптырап тора ине. Бына ул ҡот осҡос итеп үкереп ебәрҙе, үҫмерҙәр йәшен тиҙлегендә тороп саптылар. Гүли әллә ҡурҡыуҙан, әллә хәле бөтөүҙән артта ҡала башланы. Тим уны етәкләп алды, былай йүгереү тиҙлекте кәметә ине, ләкин егет ҡулын ысҡындырманы. Ә Арыстың табандары ғына ялтырай, исмаһам, боролоп ҡараһасы. Улар көс-хәл менән инеп өлгөрҙө, айыу бөтә тәне менән ишеккә килеп бәрелде. Хатта стена һелкенгәндәй тойолдо. Арыс тиҙ генә ишекте бикләп тә ҡуйҙы. Айыу ни тиклем төйгөсләһә лә, тимер ҡоролма бирешмәне. Сәйәхәтселәр хәлдән тайып, эскәмйәгә ултырҙы. Йөрәктәре һаман да дөп-дөп типте.

– Йыртҡыс. Исемен хәтерләмәйем. Энциклопедиянан ҡарармын әле. Ғәләмәт көслө тойола, тештәре ҡайһылай оҙон.

– Ни арала тешен күрҙең?

– Ер өҫтөнә сығып йәшәп булмай былай булғас, ҡыуһалар ҙа сыҡмаясаҡмын, – Арыстың тауышы ҡәтғи ине.

Гули иһә әле генә балҡып торған гүзәллек донъяһы тәьҫиренән айный алмай ине. Шәм һөрөмө һеңгән, туҙанға батҡан урын айырата шыҡһыҙ тойолдо.

– Ә унда ниндәй рәхәт, йәмле ине, – тип хыялға бирелгән тауыш менән һөйләнде ҡыҙ, хатта ишек яғына уҡталып ҡуйҙы.

– Һин нимә? Йыртҡыс беҙҙең башты ашамай туҡтамаҫ. Әллә ҡайҙа боҫоп, көтөп яталыр, – Тим һаман белдеклелеген күрһәтте.

– Хатта йыртҡыс булмаһа ла, бер нәмәһе булмаған буш донъяла нисек йәшәмәк кәрәк? – Арыс бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелде. Ул ер өҫтөндә йәшәү мөмкин түгел тип һанай ине.

– Йәшәй торған урында үҙең булдыраһың. Күрҙеңме урманды – икһеҙ-сикһеҙ, ул төҙөлөшкә ярай. Ә ташлы тауҙар? Бында йәшәү өсөн иң беренсе торлаҡ ҡорорға кәрәк, – тине Тим.

– Йәшелсә баҡсаһы үҫтерергә була, – тип элеп алды Гули.

– Йыртҡыс юл ҡуямы? Ул берәү генә тиһегеҙме?

– Йыртҡыстан яулап алырға тура килер йәшәр урынды. Тау-таш башында йәшәргә тимәгән бит, аҫҡа, һыу эргәһенә төшөргә кәрәк.

Беҙҙең олатайҙар бик аҡыллы булған бит. Йыртҡысҡа ҡаршы ҡорал ҡалдырманылармы икән?

Өсәүләп ҡатлы-ҡатлы шкафтарҙы, тартмаларҙы асып ҡарарға тотондолар, саң-туҙанға батып бөттөләр.

– Бына улар! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Гули. Егеттәр уның янына ашыҡты.

Был киң, ҙур шкафтың ишеге тимер менән көпләнгән. Эсендә майлап ҡуйылған ҡорал шаҡтай күп ине. Ҡайһылары оҙон көбәкле, ҡуш көбәклеләре лә бар. “Һунар ҡоралдары” тигән яҙыу эленгән. Шунда уҡ ҡоралдың төҙөлөшө, нисек атырға бик ентекләп аңлатылған ҡулланма. Үҙеңде һаҡлау, дошманға ҡаршы тороу хаҡында ла аңлатма. Пистолеттар ҙа байтаҡ.

– Пистолеттар шәхси һаҡлыҡ сараһы икән, – тип үҙ алдына ҡәнәғәт һөйләнде Тим.

Уның өсөн ҙур мәсьәлә хәл ителгән төҫлө. Һәр береһе үҙе теләгән пистолетты һайлап алды. Гули түҙмәй ишеккә барҙы, асып ебәрҙе. Эскә яҡтылыҡ һирпелде, күңелдәр күтәрелде.

– Әйҙә, ҡорал булғас, атырға ла өйрәнәйек инде, – тине Тим.

Тышҡа сыҡтылар. Ҡулдарында ҡорал булғас, ҡурҡманылар.

– Мин тәүҙә инструкцияны өйрәнәйем, һеҙ көтөп тороғоҙ.

Тыңламай хәл юҡ, араларында иң булдыҡлыһы, белемлеһе ул. Арыс тешен ҡыҫып булһа ла, түҙә. Тим үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә пистолеттың деталдәрен ятлай-ятлай өйрәнергә кереште: “Көбәк, затвор, спусковой крючок, магазин, пружина, рукоятка. Магазин тулы икән. Хәҙер атып ҡарарға ла була.” Ул ҡулын һуҙып бер ташҡа төбәне, ҡулы ҡалтырай, пистолет аҫҡа тарта һымаҡ тойолдо. Шулай ҙа тәтегә баҫты, шартлау яңғыраны. Онталған таш киҫәктәре осто.

Күҙ ҙә йоммай Тимды күҙәткән Арыс та уның хәрәкәттәрен ҡабатланы. Уның ҡулы ҡалтырамай ине. Егет ҡәнәғәт ҡалды. Һауаға сыр-сыу килеп ҡоштар күтәрелде. Тау аҫтынан һылыу кәүҙәле, тарбаҡ мөгөҙлө бер хайуан сабып үтте.

– Бер нәмә лә күренмәй ине лә баһа, – тип аптыраны Гули. – Әллә күпме ҡош, йәнлек урынынан ҡупты.

– Йөҙәр йылдар ҡорал тауышы яңғырамаһа ла, ҡурҡыныс икәнен аңлайҙар шул, – тип ҡуйҙы Тим. – Был уларҙың ҡанында.

– Минең атҡым килмәй. Былай ҙа бик күп йән эйәләре ҡурҡты, – тине ҡыҙ. – Ана, айыу ҙа күренмәй.

Ә айыуҙың башҡа урында ла еләктәре күп ине, ул ҡурай еләге ашарға урманға киткәйне. Гел еләк кенә лә ашап йөрөмәй ул, йыртҡыс та баһа. Матур, сихри донъя йәш кешеләрҙе һаман үҙенә саҡырҙы. Ҡояш юғары тора, көн эҫе.

– Әйҙә, артабан барайыҡ, – тине Гули ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай.

Тау һөҙәкләп аҫҡа һарҡый. Бер аҙ төшә биргәс, мең-мең сәскәле аҡлан, унан түбәндәге йылғаға ла күп ҡалмай инде. Арыс та Гулиға булған рәнйеүен онотоп, гүзәл донъяға һоҡлана. Уның да ошо ерҙә йәшәгеһе килә, әлбиттә. Тик Гули менән. Тәпәй баҫҡас уҡ бергә йөрөгән, аралашҡан, үҙенеке итеп кенә күнеккән Гулиҙы бер кемгә лә биргеһе, сигенгеһе килмәй.

Аҫтағы үҙәнгә нисек килеп еткәндәрен дә һиҙмәй ҡалдылар. Йылғаның был яҡ яры тигеҙ ҡомлоҡ. Һыу сылтырап аға, төпкәрәк барған һайын тәрәнәйгәне һиҙелә. Гули аяҡ кейемен сисеп һыуға инеп китте, туҙанға батҡан бит-ҡулын йыуҙы. Егеттәрҙе лә саҡырҙы. Тим өҫ кейемен һалып, эске кейемдә һыуға төштө, Арыс та шулай итте. Гули ғына оялып, бер урында тапанды.

– Әйҙә, һин дә ин, беҙ ҡарамай торорбоҙ, – тип ҡысҡырҙы уның хәлен аңлап торған Тим.

Шулай иттеләр ҙә. Гули сыр-сыу килде, бөткөһөҙ шатланды. Аҙаҡ эҫе ҡом өҫтөндә йылындылар. Тәндәренә көс-ҡеүәт ингәндәй тойолдо. Ҡыҙ аллы-гөллө сәскәләрҙән күҙен алманы. Тау битләүендә еләк тә күп ине. Алан-йолан ҡарана-ҡарана ашанылар. Ҡарындары асҡайны шул. Имен генә базаға ҡайтып еттеләр. Улар мауығып йөрөгән арала ҡояш түбәнәйеп, тау битенә ҡунғайны. Бына ул күҙгә күренеп юҡҡа сыға башланы, шунан бөтөнләй батып та ҡуйҙы. Ҡуйы ҡыҙыл балҡыш ҡына ҡайҙалыр нур сығанағы барлығы хаҡында һөйләй. Әлегә дөм-ҡараңғы түгел.

– Ҡабат нисә сәғәттән сығыр икән? – тип ҡуйҙы күп белергә яратыусы Тим.

Аҙыҡтарын тышҡа сығарып саф һауала ашанылар. Ергә плащ-палатка йәйеп, табын ҡорҙолар. Тәғәм айырыусы тәмле һымаҡ тойолдо.

– Шкафтағы ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡарағанда? – тип ҡуйҙы Арыс.

– Була, уларҙың ваҡыты сикһеҙ тип яҙылған. Бына ҡайһылай булдыҡлы булған олотайҙар.

Шкафтан ике консерва алып астылар: береһендә ит ҡатыштырылған бутҡа, икенсеһендә үҙ һутындағы емеш ине.

– Бөтөнләй башҡа тәм, – тине Гули.

– Был аҙыҡ борон, бик борон ерҙә үҫкән булырға тейеш.

Әкеренләп ҡараңғы төштө, һалҡынайтты, ләкин был һалҡынлыҡ ер аҫтындағылай үҙәккә үтмәй. Ҡараңғылыҡ та дөм-ҡараңғы түгел, тирә-яҡ яҡшы шәйләнә. Ҡайҙа ағас, ҡайҙа ҡая-таш торғаны күренеп тора.

Ныҡ арытҡан инде, күҙҙәре йомолоп бара. Тышта ла йоҡлап булыр ине, айыуҙан ҡурҡтылар. Һикеләргә ҡапланған ябыуҙарҙы алып ташлап, урын һалып йоҡларға яттылар. Бер нәмә һиҙмәй йоҡланылар. Өсөһө лә бер ваҡытта уянды. Гули йүгереп барып ишекте асты. Яҡты, ҡояш байтаҡ күтәрелгән инде. Һалҡынсараҡ әле, ләкин рәхәт. Тим кирелеп-һуҙылып гимнастика яһаны. Ҡарап торған иптәштәренә:

– Һеҙ ҙә минең арттан ҡабатлағыҙ, – тине. Гули көлә-көлә уның артынан күнегеүҙәрҙе ҡабатланы.

– Беҙгә кире китергә ваҡыт бит, – тине Арыс. Атай-әсәйҙәр аптырап та, ҡурҡып та бөткәндер.

– Шул тиклем китке килмәй, – Тим күңелһеҙләнде.

– Егеттәр, беҙ бында бөтөнләйгә кире әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, – ҡыҙ дуҫтарының күңелен күтәрергә тырышты.

Йәштәр үҙҙәренә төйәк булған урынды тәртипкә килтерҙеләр. Китер алдынан тышҡа сыҡтылар.

– Әлегә һау бул, ҡояш! Беҙ һинең яныңа тағы ла ҡайтасаҡбыҙ, – тип ҡысҡырҙы Гули яңғырауыҡлы саф тауыш менән.

Тауҙар уның һүҙҙәрен ҡабатланы: “Ҡайтасаҡбыҙ! Ҡайтасаҡбыҙ!” Ишекте эстән бикләп, лифт янына киттеләр. Аҫтағы ҙур майҙанға төшкәс, саҡырыу картаһын ҡуйып, лифтты көттөләр. Ләкин бер ниндәй ҙә тауыш-тын булманы. Лифт килмәне.

– Нисек инде улай? – Тим картаһын ҡат-ҡат ҡуйып ҡараны.

– Бер аҙ көтөп торайыҡ, шунан тағы саҡырырбыҙ.

Көттөләр, тағы саҡырҙылар. Ваҡыт әкрен үтте. Юҡ…

– Беҙҙең киткәнде белделәрме икән? – тине Арыс.

– Былай булмай, – тине Тим, – өҫтә йәшәргә әҙерлек юҡ.

– Әгәр лифт килмәһә, әҙерлек юҡ тип тормай, йәшәргә тура киләсәк, – тине Гули.

– Тәүтормош кешеләре һымаҡ йәшәй алмаясаҡбыҙ.

Гули бирешергә теләмәне, унда ике егеттә лә булмаған саялыҡ бар. Әле лә шул сифат уға көс бирҙе:

– Юғарыла ҡалырға тура килгән хәлдә, мин нисек тә йәшәй алыр инем һымаҡ. Ә хәҙер бөтә урындарҙы ла тикшереп сығайыҡ. Икенсе запас юл булырға тейеш, тип уйлайым. Беҙҙең ата-бабаларҙың аҡыллы, аңлы булғанына нисәмә мәртәбә төшөндөк бит инде.

– Эврика! Был идея! – Тим Гули һымаҡ уйлай алмағанына эстән генә оялып ҡуйҙы.

Стеналарҙы сантиметрлап тигәндәй тикшерә башланылар. Һәм тырышлыҡ бушҡа китмәне. Лифтҡа ҡаршы яҡ стенала ус ҙурлыҡ төймәләр ҡалҡып тора ине. Уларҙы ҡат-ҡат баҫҡысланылар. Теләр-теләмәҫ кенә шыуып, стена асыла башланы. Был ҙур ишек ине. Алдарында ҙур ғына майҙансыҡ асылды, унан ары аҫҡа табан киң генә туннель һуҙылған, ярайһы уҡ яҡтыртылған да. Һис белерлек түгел. Был юл киләсәктә уларға кәрәк буласаҡ әле, өсөһө лә ошо хаҡта уйланы.

Әкрен генә баралар. Күпмелер аҫҡа төшкәс, туннель икегә айырыла. Тура юл аҫҡа төшөүен дауам итә, ә һул яҡҡа боролған юлға “Эдем” тигән тамға ҡуйылған.

– Әһә! – тип шатланды Тим. – Беҙгә Эдемға инмәйенсә лә китергә була. Бик ҡулай килеп сығасаҡ.

Улар аҫҡа төшөүҙе дауам итте. Юл йәнә айырыла. Айырылып киткән туннель яғына “Интеллектуалдәр ҡаласығы” тигән күрһәткес ҡуйылған.

– Беҙгә лә ҡайтып етергә күп ҡалмай, – тип ҡыуанды Арыс.

– Әйткәндәй, кейемдәрҙе алыштырырға кәрәк. Беҙҙең кем икәнде аңламай төрмәгә бикләп ҡуйыуҙары бар, – тип бойорҙо Тим.

Тиҙ генә студент формаһы кейеп алдылар. Унан һуң байтаҡ барҙылар әле.

– Беҙ ҡот осҡос тәрәндә йәшәйбеҙ икән, – тип ҡуйҙы Гули.

Бына омегалар ҡасабаһына боролдолар. Һыйыр ҡараусылар, ҡош-ҡорт тәрбиәләүселәр, йәшел масса үҫтереүселәр һәм башҡа төрлө шундай уҡ ҡасабаларҙы үтеп киттеләр. Һәр урындың үҙ еҫе, үҙенә ҡаршы күренеше бар һымаҡ.

– Беҙ, баҡсасылар, яҡшыраҡ һауалы урында йәшәйбеҙ икән, – тине Гули.

– Эйе, малсылар ҡасабаһында һауа насар. Ә ер йөҙөндә уларға күпкә еңелерәк булыр ине, – тип дөйөмләштереп ҡуйҙы Тим.

– Ҡояш аҫтында йәшәү менән сағыштырғанда ер аҫты шундай шыҡһыҙ, – Арыс та ыңғай фекер ҡыҫтырыуҙы кәрәк тапты.

– Беҙҙең тормош ытырғаныс. Ана, альфалар тормошо ер аҫтында ла шәп, – тине Гули.

– Шундай айырманы аңлы беталар күптән белә. Улар ҙа ер өҫтөндә йәшәргә хыяллана. Беҙ яҡты донъяға беренселәр булып сығып, тормош башларбыҙ.

– Их, шулай булһа ине, – тип йөрәкһене ҡыҙ.

Һөйләшә-һөйләшә 20-се һанлы ҡасабаға килеп еттеләр.

– Бына һеҙ йәшәгән урынға килеп еттек. Артабан үҙегеҙ ҡайтығыҙ. Миңә һеҙҙең менән бик ҡыҙыҡ булды, артабан нисек хәбәрләшеү юлын табырмын, – тине Тим бойоҡ ҡына.

Ул юлдаштарының ҡулын ҡыҫты. Гули егеттең ҡулдарының наҙын тойоп, әллә ни эшләп китте. Әлегә тиклем бындай тойғолар

кисермәгән ҡыҙ, электромобиль китеп барғас та, урынында тора бирҙе.

– Әйҙә, аптырама, беҙҙе күптән көтәләр бит, – Арыстың тауышы шаҡтай тупаҫ яңғыраны.

Гули аптыраһа ла, өндәшмәй генә егеттең артынан атланы. Уның һөйләшкеһе лә, бер кемде күргеһе лә килмәне. Фәҡәт үҙ кисерештәре менән бер аҙ яңғыҙ ғына ҡалғыһы килә ине. Ата-әсәһе эштә булырға тейеш. Өй, ысынлап та, буш: ярым-ҡараңғы бүлмәләр, ярлы йыһаздар бигерәк шыҡһыҙ күренде. Альфаларҙың балҡып торған донъяһы, гөлт итеп торған яҡтылыҡ, йылылыҡ үҙенә саҡыра һымаҡ. Бынан ары нисек түҙеп йәшәмәк кәрәк ҡараңғы баҙ-донъяла? Тәме, йәме булмаған һоро пластиналарҙы ризыҡ итеп нисек ашамаҡ кәрәк? Ә ер өҫтө матур! Матур ғына түгел, ҡурҡыныс та. Унда бер әҙерлекһеҙ сығып йәшәп китерлек тә түгел. Нисек кенә булһа ла йыйылышып китергә! Бөтә омегаларҙы алып китеү өсөн ҙур көс кәрәк буласаҡ. Гули бының өсөн бөтә тырышлығын һалыр. Был хаҡта ата-әсәһе менән бөгөн үк һөйләшер. Унан ары ниндәйҙер бер ойошма булып ойошорға, берҙәм булырға кәрәк булыр. Шулай ғына атҡарып була был эште. Ҡыҙҙың хәҙер үк ошо мәшәҡәттәр менән шөғөлләнгеһе килде.

Ҡыҙ эшләгән еренә барырға булды. Әсәһе бында түгел ине, моғайын, үҙ эшендәлер. Ә үҫемлектәр ҡараулы, күкрәп үҫеп ултыралар. Туғандарына ауырға тура килгәндер инде. Өлгөргән йәшелсәләр күп күренә. Уларҙы хәҙер үк йыйып алмаһаң, тәмһеҙләнә башлаясаҡ. Ҡыҙ ишек эргәһенә теҙелгән йәшниктәрҙең береһен алып, помидор йыя башланы. Бер ҡулына өлгөргән йәшелсәне алып ашағанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ҡыҙыҡ, бер ҙә ҡурҡыныс түгел, бер кем дә йүгереп килеп етмәне, ҡыҙҙы ҡулға алманы. Һеҙҙе һәр ваҡыт ҡарап-күҙәтеп кенә торалар тигәндәре дөрөҫ түгел, күрәһең. Нисек күңелһеҙ, хатта эшләге килмәй. Тимдан айырылғанға эсе бошамы, әллә ер өҫтөн һағынамы, әлегә үҙе лә аңламай. Бәлки, икеһе лә бер юлылыр. Шулай ҙа тырышып йәшелсәләрҙе йыйып бөттө. Бер нисә ҡыярҙы, помидорҙы кеҫәһенә һалды. Ер өҫтөнә барып ҡайтыу уға

ҡыйыулыҡ өҫтәгәйне. Ул арала тулы йәшниктәрҙе алып китеүсе электромобиль килде. Шулай итеп, эш көнө тамам, ҡайтырға кәрәк. Ул арала Арыс та килеп етте. Ул да бойоҡ. Һөйләшмәй генә ҡайтырға сыҡтылар.

Ҡыҙ ҡайтып ингәндә ата-әсәһе өйҙә ине. Улар ныҡ оҙаҡ күрешмәгән кешеләй бер-береһенең ҡосағына ташланды. Ысынлап та, улар быға тиклем айырылышыуҙың нимә икәнен белмәй ине бит. Күп тә үтмәне, ҡулдарына күстәнәс тотоп, ата-әсәһе менән Арыс килеп инде. Гиздар ҙа Гули алып ҡайтҡан нәмәләрҙән етеҙ генә өҫтәл әҙерләнеләр. Бәләкәй генә бүлмәнең бер ҡасан да ул тиклем кеше менән тулғаны юҡ ине әле. Шуға күрә ашағанда бер ниндәй ҙә һөйләшеү булманы. Һыйланып бөткәс, балаларҙың нисек йөрөп ҡайтыуын белеү фарыз ине.

– Арыс йүнләп һөйләй белмәй ул, әйҙә, Гули ҡыҙым, һин һөйлә, – Егеттең ата-әсәһе шулай һүҙ башланы.

Гули бер аҙ иҫен йыйып ултыра биргәс, хисле, аптырау, һоҡланыу, ваҡыты менән ҡот осоуҙарын тасуирлап һөйләй башланы. Ике ғаилә лә тын да сығармай хайран ҡалып тыңланы. Ул йылмайған ерҙә йылмайып, һоҡланған ерҙә һоҡланып, айыу тураһында һөйләгәндә ҡоттары осоп ултырҙы. Бына ҡыҙ һөйләп туҡтаны. Бөтәһе лә бер аҙға тын ҡалды.

– Тимәк, олатай ер өҫтөнә сыҡҡанда төн ваҡыты булған, – тип һүҙ башланы Гиз.

– Ер аҫтында йәшәгәс, көн менән төн буталып бөткән инде, – тип өҫтәне Аси.

– Ә мәңгелек сәғәт? – тип аптыраны Кери.

– Сәғәт буталмаған, ҡасандыр кешеләр буталған булырға тейеш, – тине Дэн.

– Балалар, һеҙ ер өҫтөндә саҡта бында хәтәр хәлдәр булды.

Гули менән Арыс беҙҙең юғалғанды һиҙгәндәр, күрәһең, тип ҡурҡып китте. Ә Гиз бөтөнләй башҡа юҫыҡта хәбәрҙәр теҙҙе. Эдем йәштәре төнөн күңел асып йөрөгәндә ниндәйҙер йыртҡыс йән эйәләре һөжүм итеп, уларҙы үлтереп киткән. Мәйеттәренә ҡарауы ла

ҡурҡыныс, ти. Тәндәренең ҡайһы бер урындарынан иттәре умырып алынған булған. Ҡаза килеүселәрҙең тауышын ишетеп, тәртип һаҡсылары килгән. Автоматтар менән ҡоралланған хәрбиҙәр генә йыртҡыстарҙы туҡтата алған. Тикшереп ҡараһалар, был йән эйәләре кешенән дә ҙур саранча булып сыҡҡан.

– Ҡайҙан килделәр икән? – Гули менән Арыс икеһе бер туыштан һораны.

– Ул хаҡта беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ.

– Аптыраш. Хәҙер альфаларҙа тикшереү эштәре бара, тиҙәр.

– Бына шул саҡты файҙаланып, беҙгә үҙ эштәребеҙҙе атҡарып ҡалырға кәрәк, – тип ололарса үҙ фекерен әйтте Гули.

– Ниндәй эштәрҙе? – Гиз ҡыҙына һынап ҡараны.

– Ошо ер аҫтында йәшәү менән һаман килешергәме? Саранча ашап, ҡараңғыла ятырғамы? Ана, улар үҙҙәре кешеләрҙе ашай башлаған. Өҫтә сыуалыш барғанда беҙгә лә тик тормаҫҡа кәрәк. Бөтөнләй ситтә, бер өҙөгө булмаған туннель хаҡында һөйләнемме ни?

– Ҡыҙым дөрөҫ әйтә, – Гиз Гулиҙың һүҙен элеп алды. – Бынан күп йөҙ йылдар уҡ йыйып ҡуйылған, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән эш ҡоралдары бар. Беҙҙең ата-бабалар ер өҫтөнә сығыу өмөтөн һүндермәй, ташламай һаҡлаған уларҙы. Балта, бысҡы, көрәк ише нәмәләр бөтәһе лә бар.

– Эйе, ундай эш ҡоралдары бөтә ғаилә лә тиерлек бар, – тип Дэн һүҙгә ҡушылды. Ҡасабаға көн дә килеп йөрөгән йөк ташыусы егет тә үҙебеҙҙеке. Йәшелсә аҫтына һалып, бер аҙ эш ҡоралдары ебәрә башлаһаҡ, ул өҫкәрәк мендереп йәшерә барһа ла, ҙур файҙа буласаҡ.

– Тик бына аҙыҡ-түлек яғы ҡыҫынҡы булмаҫмы? – тип икеләнде Аси.

– Әсәй, өҫтәге келәттәрҙә бик күп аҙыҡ һаҡлана, борсолма.

– Туҡтағыҙ әле, – Арыс уларҙы түҙемһеҙ бүлдерҙе, – ике ғаилә генә өҫкә сығасаҡмы? Башҡалар менән дә һөйләшеп ҡарарға кәрәк.

– Бик дөрөҫ. Күберәк сыға алһаҡ, көс тә күберәк була тигән һүҙ, – Гиз ҡәнәғәт һәм шат ине.

Өй эсендә кәйеф күтәренкелеге, шатлыҡ хөкөм һөрҙө. Ер аҫтында йәшәп туңған сырайҙар яҡтырҙы. Һәр кем үҙе эшләгән ерҙә яҡын дуҫтарының ым-тымын белергә булып таралышты. Икенсе көндө үк электромобиль йөрөтөүсе Рәм (Рәмил) менән Арыс көрәк, бысҡы, балта, сүкеш, ҡаҙау һымаҡ әйберҙәрҙе ҡыйынлыҡһыҙ тиерлек иң өҫтәге постҡа мендереп ҡуя алдылар. Рәм ер өҫтөн күрергә ныҡ теләһә лә, Арыс әлегә түҙеп торорға көс-хәл менән күндерә алды. Артабан ваҡиғалар ҡуйыра барҙы. Аси менән Кери тоҡандырған осҡон тиҙ үрсене – тотош ҡасабаны бер нисә көндә урап сыҡты. Бөтәһе лә ер өҫтөнә сығырға хыялланып йәшәгән төҫлө ине. Таныш-тонош аша яңылыҡ бүтән ҡасабаларға ла күсә бара. Һәр кемдең тиерлек йөрәгендә быуаттар аша күсә киләгән осҡон быҫҡыған булып сыға. Ялҡын булып күтәрелергә лә күп ҡалманы һымаҡ. Шулай алты көн уҙҙы. Бөтәһе лә өңдәге сысҡан кеүек үҙ эшен атҡарыуын белде. Шәмбе көндө клубҡа сыҡҡан йәштәр ҙә бик һаҡ ине, бер-береһенә серле лә, шикле лә ҡараш ташланылар. Тик береһе лә сиселергә ашыҡмай, ата-әсәләре нығытып ҡуйғандыр. Бер уйлаһаң, шулай яҡшы. Сер ваҡытынан алда сиселә башлаһа, фажиғә сығыуы мөмкин.

Был төндә Гули йоҡлап барғанда ике тапҡыр “тек-тек” иткән тауыш ишеткәндәй булды. Ҡыҙ һағайып көттө, бер аҙҙан текелдәү йәнә ҡабатланды. Гулиҙың йөрәге туҡтағандай булды, Тим икәнен бар булмышы менән тойҙо. Уның бүлмәһе ишеккә иң яҡыны. Ата-әсәһе һиҙеп ҡалыуҙан ҡурҡҡан Гули ишеккә ташланды. Егетте тартып тигәндәй индереп, артынан ишекте бикләп ҡуйҙы. Тим бер һүҙ ҙә әйтеп тормай, ҡыҙҙы ҡосағына алды. Әҙәм балаһы ҡайҙа ғына йәшәһә лә, булмышы шул уҡ. Ваҡыты еткәс ғашиҡ була, мөхәббәт утында яна. Тим менән Гули ҙа тәбиғәттең бөйөк ҡанунына буйһоноп, тын ҡалды, йөрәктәренең ашҡынып тибеүен тыңланы. Ер өҫтө кешеләре һымаҡ һандуғас моңон ишетмәһәләр ҙә, күктәге айға ҡарап һоҡланмаһалар ҙа, хистәре уларҙыҡынан кәм түгел ине. Уттай ирендәр ҡауышты, ҡулдар бер-береһен иркәләүҙән туйманы. Тим үҙен ҡулға алырға тырышты, сөнки төп йомошо һөйгәне менән ҡосаҡлашып тороу түгел ине.

– Эдемда булған хәлдәрҙе беләһеңдер, – тип шым ғына һүҙ башланы ул.

– Бөтәһе лә белә. Тик бер нәмә лә аңламайҙар. Ул йыртҡыстар ҡайҙан килгән?

– Улар иң төпкөлдән күтәрелгән. Ҡасандыр саранча фермаһынан ҡасҡан бөжәктәр радиоактив ҡалдыҡтар зыяратына барып эләккән, тип һөйләгәйнем бит. Был саранчалар шунан күтәрелгән. Радиация ҡағылған йән эйәләре үлемгә дусар була. Тик бик көслө, яраҡлашыусан төрҙәр ҙә осрап ҡуя. Улар генетик яҡтан үҙгәреп, бөтөнләй икенсе ҡиәфәт ала. Ҡалдыҡтар һалынған саркофактарҙың ҡайһы берҙәре зыянланып, радиация сыға башлаған булырға тейеш. Бер нәмә лә мәңгелек түгел бит, – Тим тынып ҡалды.

Уға һыйынып ултырған Гули ҡурҡып ҡына:

– Беҙ ҙә аҫта йәшәйбеҙ бит, ни эшләрбеҙ икән? – тип ҡуйҙы.

– Эдемдағылар әле аҡылдан шашып ҡалғандар. Улар ашай торған бөтә ит, йәшелсә-емештәр бөтә аҫта етештерелә бит. Шулай булғас, радиация уларға ҡағыла. Альфаларҙың етәкселәре уйлана башлар, – Тим ауыр көрһөндө. – Беҙгә өҫкә сығыуҙы тиҙләтергә кәрәк. Был хаҡта бета, гамма, дельталарға еткерергә ваҡыт. Уларға хәбәр ебәргәнгә тиклем беталар менән ныҡ эшләргә тура киләсәк. Атайым әлеге ваҡытта иң алдынғы ҡарашлы студенттар менән эш алып бара. Бик иғтибарлы булыу, хәлдәрҙе тыныс юл менән алып барыу мөһим. Артыҡ паника ҡуптарыуҙы булдырмаҫҡа, шашып барыусыларҙы ликвидировать итергә тура киләсәк.

– Ах, ниндәй ҡурҡыныс.

– Шунһыҙ булмай. Был бит үҙенә күрә революция, түңкәрелеш. Улар ҡорбанһыҙ булмаған.

Ҡыҙ һөйгәненең һөйләгәндәрен тулыһынса аңлап етмәһә лә, төшөнә кеүек.

– Юғарынан тоталь эксплуатация, йәғни иҙеү, ҡол итеү бара. Түбәндәгеләр иҫ киткес ярлылыҡта йәшәй. Альфалар етәкселеге алға түгел, артҡа тәгәрәй. Эдем иле хәҙер монархиянан да яманыраҡ. Альфалар өсөн – ожмах, беҙгә – тамуҡ. Тамуҡ тормошо утта ғына

яныу түгелдер, – Тим тәрән көрһөндө. – Мин хәҙер китергә тейешмен. Гули, әйҙә минең менән. Һинең хаҡта ата-әсәйемә лә әйткәнмен. Улар ҡаршы түгел. Ни күрһәк тә, бергә булырбыҙ.

– Ә минең атай-әсәй? Мин уларға бер нәмә лә әйтмәгәнмен. Ярамай һымаҡ ине. Әсәйгә әйтмәй булмаҫ.

– Һин аҡыллы, түҙемле. Беҙҙәге ҡыҙҙар ундай түгел, – егеттең һис кенә лә ошо ихлас, булдыҡлы ҡыҙ эргәһенән киткеһе килмәй ине. – Әлегә хуш, – ул ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡланы, Гули ҙа уға һыйынды. Тимдың үбеүен теләһә лә, күкрәгенән этте. Шунан артыҡ торһа, егеттән бүтән айырыла алмаҫ һымаҡ ине.

 

Президент Влад тәхеткә оҡшатып эшләнгән креслоһында хайран ҡалып ултыра бирҙе. П хәрефе кеүек ҡуйылған өҫтәлдәрҙең артында бер кем дә юҡ. Күптән шулай инде. Ҡайҙан ғына килеп сыҡты был бәлә, тип йәне көйөп уйлана ул. Уның ялҡауланып ҡатып ҡалған мейеһе артабан ни эшләргә, тигән һорауға яуап таба алмай. Ҡайһы берҙә ярҙамсыһы Кир килеп китә торғайны. Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултыралар ине. Ул да ҡайҙалыр йөрөй. Ер аҫты донъяһында үҙен берҙән-бер башлыҡ итеп тойоу ниндәй ләззәт, шатлыҡ бирә торғайны. Ә хәҙер берәйһенең кәңәшенән бер ҙә баш тармаҫ ине.

Ер аҫты донъяһында нисек йәшәүҙе тәүге быуатта уҡ хәл итеп ҡуйғандар. Артабанғы башлыҡтарға ошо тәртипте нисек тә боҙмай йәшәүҙе дауам итергә генә ҡалған тиһәң дә, уныһы-быныһы сығып тора. Аҡһөйәктәрҙе йәшәү кәрәк-ярағы менән тәьмин иткән халыҡ артыҡ үрсеп китмәһен өсөн инъекция ҡаҙауҙы икенсе йөҙ йыллыҡта хәл иткәндәр. Ул арала юғарығылар арта башлаған. Уларға ла шул уҡ закондарҙы ҡуллана башлағандар. Ләкин әлеге йөҙ йыллыҡта юғары ҡатлам үҙе үрсемәй башланы. Аҡһөйәк ҡатындарҙың гөманлы булып интегеп йөрөгөләре килмәй, бала табыуҙан баш тарталар. Ире булған һәр ҡатынға бер бәпес табырға, тигән закон сығарырға тура килде. Ул законды үҙе сығарыуына бик ғорурланды Влад.

Башлыҡ шул хәлдәрҙе күңеленән кисереп ултырғанда секретарь ғәскәр башлығы Дарҙың килеүен хәбәр итте.

– Тиҙ үк инһен!

Генерал үҙен хәрбиҙәрсә тоторға тырышып етеҙ генә килеп инде. Иҫәнлек һорашып алғас та, эшлекле рәүештә һуңғы хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итеүгә күсте:

– Саранча мәсьәләһендә эштәр шулай тора: төпкөлгә разведкаға барыусылар саркофактарҙы ҡаплап торған ҡалын стенала ҙур ғына түңәрәк тишек барлығын хәбәр итте. Ғәскәрҙең күп өлөшө яңы стена төҙөргә китте. Тик килеп тыуған хәлдән ҡотолоу өсөн был ғына аҙ.

– Ә Эдемде һаҡлаусылар бармы? – Президент ҡурҡыуын һиҙҙермәҫкә тырышты.

– Аҫта хеҙмәт иткән тәртип һаҡсыларының күпселеге Эдемға саҡырылған. Ҡала һаҡсылар менән уратып алынған.

– Аҫтағылар ни хәлдә? – Влад ғүмерендә беренсе тапҡыр эш кешеләре хаҡында ҡыҙыҡһынды. Ғөмүмән, ул аҫтағыларҙы саранчаларҙан өҫтөнөрәк күрмәй ине.

– Улар, ғәҙәттәгесә, үҙ эштәре менән мәшғүл. Дөрөҫө, генерал да улар хаҡында иҫенә алмағайны. Тәртип һаҡсыларының үткән айҙағы отчеттарынан ғына хәбәрҙар.

Дарҙың да ошондай хәлдәр килеп тыуыуына ҡаны ҡайнай. Үҙенең баш штабында шым ғына шарап һемереп, бер нәмә хаҡында ла ҡайғытмай ғына ятыу ҡайһылай рәхәт ине. Беталар үҙ эштәрен намыҫлы башҡара – улар эшһеҙ йәшәй алмай. Йәшәү кимәлдәре альфаныҡыларҙан аҙ ғына ҡайтыш. Гаммаларға килгәндә инде, улар аҙыҡты эшкәртеүҙә эшләй. Хеҙмәт хаҡын үҙ продукциялары менән ала. Шуға бик ҡәнәғәт. Башҡа сәнәғәт кәрәк-ярағы етештереүселәр ҙә кәмһетелмәгән. Улар ҙа ҡурҡыныс түгел. Ә аҫтағыларға ни булһын? Улар кешеме ни? Машина кеүек хәрәкәтләнә бирә. Генерал үҙенсә шулай уйлай ине. Бына ҡанэскес саранчалар юҡ ителер, ҡалын стена аҫтында ҡалырҙар. Ул саҡта радиоактив ҡалдыҡтар өсөн икенсе урын хәстәрләргә кәрәк. Дар шул уйҙарын президентҡа бәйән итте. Икеһе лә һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалды. Улар уйынса, ер аҫтындағы Эдем

ҡалаһы тағы ла меңәр йыл йәшәр һымаҡ. Кешелек ер аҫтын үҙләштереүҙе һаман дауам итер, ҡасандыр ер аҫтында йәшәгәндәрен тамам оноторҙар. Ҡайһы бер беталарҙың: Эдем артҡа табан бара, былай булһа, тәүтормош кимәленә етәсәкбеҙ, тип һөйләнеп маташауҙарына икеһе лә көлөп кенә ҡарай. Беҙ мәңгегә альфалар булырбыҙ, түбәндәгеләр мәңге беҙгә буйһонор тигән өмөттә ҡала бирә.

Бар яҡтан да ғәскәр һаҡлаған аҡһөйәктәр донъяһында тыныслыҡ, битарафлыҡ урынлашты. Һалдаттарҙың бер өлөшө стена ҡуйһа, икенсе өлөшө радиоактив ҡалдыҡтар өсөн зыярат төҙөй. Омегалар, гаммалар ҡасабаларында тәртип һаҡсылары бик аҙ ҡалған. Беталарҙы тикшереп тә, һаҡлап та маташмайҙар. Был ваҡытта йәшерен хәрәкәт йәйелдереп, өҫтә йәшәр өсөн ныҡ әҙерлек бара ине. Иң өҫтәге складтар аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, кейем-һалым, эш ҡоралдары менән тулды тиерлек. Беталарҙан сыҡҡан башлыҡтар етәкселегендә йылға буйлап ҡаласыҡтар һалырға урындар билдәләнгән, омега, гамма, дельталарҙан төҙөлөш отрядтары төҙөлгән. Беталар араһынан урындағы тәбиғәтте, география, гоефизика белгестәре күп. Ер тураһында белем алыу туҡталмаған булып сыҡты. Шулай уҡ ерҙең флора-фаунаһы ла өйрәнелгән икән. Әмин Хайр (ул профессор булғас, тулы исеме менән йөрөй) тигән профессор әлеге ваҡытта ниндәй ай барыуын, ҡасан һыуытасағын иҫәпләп ҡуйған. Ер өҫтөнә сығырға өлгөргән кешеләрҙе йыйып, шул турала аңлатыу эштәре алып барҙылар. Әлегә ҡатлы-ҡатлы ҙур йорттар төҙөмәйсә, һәр ғаиләгә үҙе йәшәй алырлыҡ торлаҡ төҙөй башларға тигән ҡарарға килделәр. Был яңылыҡтар күп кешеләргә ауыр тәъҫир итә ине. Һәүетемсә генә йәшәгәндә ер өҫтөнә сығабыҙ, тип халыҡты болғанҡан кешеләргә ғәйеп ташлаусылар ҙа күп ине. Ҡайһы бер ғаиләләр кире төшөргә булып бөттө, хатта йәшерен генә кире элекке донъяларына ҡайтып китеүселәр ҙә табылды. Ләкин улар ҡот осҡос хәбәр менән яңынан өҫкә менде. Төпкөлдә саранчаларға ҡаршы стена ҡороусы яугирҙар һәм төҙөүселәрҙең күпселеге һәләк булған. Стена ҡоролоп бөтөргә күп тә ҡалмаған булған, ҡаршы яҡтан саранча ғәскәре килеп

сығып, төҙөүселәрҙе ҡыра башлаған. Хәрбиҙәр һуғыша-һуғыша өҫкә табан сигенгән. Ике яҡтан да ҡорбандар күп, ти. Аҫта йәшәүселәрҙең ҡасабаларына килеп етә яҙғандар. Шунан Эдемды һаҡлаусыларҙы стена ҡорорға оҙатҡандар. Ҡораллы яңы көстәр килеүен күреп, бер төркөм саранча аҫҡа ҡасҡан. Улар соҡоп килеп сыҡҡан урынға тағы ла тимер-бетон ҡойма ҡоя башлағандар.

Генерал Дар гамма, дельталар араһында мобилизация башлаған. Офицер беталар һаман да хеҙмәттә йөрөй, өҫкә сығыу улар өсөн ауыр мәсьәлә булап ҡала килә. Альфалар әлегәсә илдәге хәлде белмәй. Шул арала күҙ буяр өсөн генә аҫта ҡалған омегалар сыға башланы. Улар саранча ҡорбаны булырға теләмәй ине. Хәлдәр ҡатмарлаша барҙы. Кешеләр араһында етәкселәр барлыҡҡа килә ине, сөнки барған ваҡиғалар шуны һорай. Тимдың атаһы профессор Азат Хәким тәүҙә аҫтағы халыҡты тәртипле рәүештә, ҡабаланмай ғына сығарыу, аҙлап техника оҙатыу, китаптарҙы тәртипләп кенә өҫкә ебәреү менән етәкселек итһә лә, хәҙер үҙенә лә сығыу зарур икәнен аңланы. Эдемдағы аҡһөйәк халыҡты медицина яғынан хеҙмәтләндереп торорға үҙенең шәкерте Ариф тигән студентты ҡалдырҙы. Азат Хәким сыҡҡас, ҙур йыйылышта буласаҡ йәмғиәт хәл ителде. Был йәмғиәт әлегә “Коммуна” тип аталасаҡ. Ҡоролоштағы бар мөлкәт халыҡтыҡы, йәғни йәмғиәттеке. Бөтәһе лә көсөнән килгән тиклем эшләй. Элекке һөнәрен оҡшатмаһа, яңыны һайлай ала. Бөтәһе лә тигеҙ хоҡуҡлы, закондар ҙа барыһына ла бер төрлө. Тәртип һаҡсыларыбуласаҡ, әлбиттә. Альфа, бета, гамма, дельта, омега кеүек ҡатламдарға бүленеү бөтөрөлә. Альфалар һымаҡ тиккә ашап ятыусылар булмаҫ. Улар бер көн килеп ер өҫтөнә сығыр, ләкин башҡалар һымаҡ үҙ көсө менән йәшәр.

Йыйылыш Азат Хәкимде бер тауыштан Коммуна етәксеһе итеп һайланы. Әмин Хәйр иһә хәҙерге ваҡытта торлаҡ өсөн урын һайлау, төҙөүселек менән еткәселек итергә тейеш. Беталар тиҙ көндә торлаҡ төҙөүҙең иң еңел юлдарын өйрәнеп, кешеләргә өйрәтергә, етәкселек итергә тейеш. Аҫҡы донъяға төшкәне бирле төҙөлөш әкренләп бара ине: унда аҫта эшләрлек, электр көсө менән йөрөгән тракторҙар,

крандар, экскаватор һымаҡ техника байтаҡ ине. Шул техниканы һәм реакторҙан килгән электр энергияһын ер өҫтөнә сығарыу кәрәк ине. Был эштәрҙе шунда уҡ тормошҡа ашыра башланылар. Инде беталар күптән сыҡҡан, гаммалар ҙа ҡалышмай.

Президент Влад үҙенең иҫ киткес бай һарайына болоҡһоп ҡайтып инде. Әҙерәк тынысланырға, ял итергә теләп, йомшаҡ креслоһына гөрһөлдәп барып ултырыуы булды, күҙ йәштәрен ағыҙып ҡатыны килеп инде.

– Ни булған тағы? – тип асыуланып китте ир кеше. – Үҙ йортома әҙерәк тынысланырға ҡайтһам, бында ла тынғы юҡ.

– Асыуланма, ҡәҙерлем, кисәнән бирле ашнаҡсылар юҡҡа сыҡҡан. Икебеҙҙән башҡа бер кем юҡ. Өй хеҙмәтселәре лә юҡ, бөгөн һыуҙан башҡа бер нәмә ҡапмағанмын. Эттәр ҙә асыҡҡан.

– Һин ҡатын затынан түгелме ни? Борон-борондан ҡатындарҙың эше аш-һыу әҙерләү, бала тәрбиәләү булған, буғай.

– О! Ҡот осҡос! Ҡәҙерлем, һин ни һөйләйһең?

– Һыуытҡысты аса беләһеңме һуң?

– Иҫемә лә төшмәгән, – ҡатын аптыраны.

– Бар, асып ҡара әле. Моғайын, ни булһа ла барҙыр. Мин дә ас. Икебеҙгә лә берәй нәмә әтмәлә.

– Ой-ой! Һин мине кәмһетәһең, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡатын аш бүлмәһенә китте.

Бер аҙҙан ирен саҡырып ҡыңғырау шылтыратты. Ире килеп етеүгә ханым бөтә стенаны тиерлек биләп торған һыуытҡыстың ишектәрен асып, аптырап тора ине. Шыплап тултырылған кәштәләрҙә үтә күренмәле ҡаптар теҙелгән: йәнең ни теләй, шул бар. Һонолоп ҡына алырға кәрәк. Ашнаҡсылар китер алдынан әфәнделәр интекмәһен тип, аҙыҡ-түлекте күп әҙерләп ҡалдырғайны. Бешерелгән, быҡтырылған, тоҙланған нәмәләр тулып ултыра.

– Алыр нәмәңде ал да ишектәрҙе яп, – тип ҡысҡырҙы ир.

Ҡатын һаман ҡуҙғалманы. Ире уны этәреп ебәреп, үҙе лә бер килке аптырап торғас, ҡулына эләккән ҡаптарға ҡарап, быны ҡайнар

килеш ашата инеләр, буғай, йылытырға кәрәк, тип уйланы. Моғайын, шунда ҡыҙҙыраларҙыр, тип ризыҡты һауытҡа бушатты.

Плитәне ҡабыҙғандары юҡ ине. Оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң бер төймәгә баҫты. Ит тиҙ үҡ ҡыҙып та сыҡты. Элек бит был бүлмәлә ашамай торғайнылар. Был юлы ризыҡты ташып тормай, шундағы өҫтәлдә генә ашанылар. Ниндәйҙер банканан емеш һуты ағыҙып эстеләр. Ниһәйәт, уйлау хәләтенә ҡайттылар. Влад өйөнән Дарға шылтыратты:

– Өйөңдә хеҙмәтселәрең бармы? Бер нисәһен миңә ебәр. Беҙҙекеләр юҡҡа сыҡҡан. Моғайын, саранча ҡорбаны булғандарҙыр.

– Президент әфәндем, беҙҙә лә берәү ҙә юҡ. Ни эшләргә белмәй, ас ултырабыҙ. Балалар илай, бесәйҙәр сыйылдай.

– Ах, ахмаҡ! Тамаҡ туйҙырыр рәтегеҙ юҡмы? Аш-һыу бүлмәһенә барығыҙ. Аҙыҡ тулы һыуытҡыс шкафтар күрерһегеҙ. Тамаҡ туйҙырырға ярты сәғәт. Минең янға килеп ет!

Дар тиҙ килде.

– Кешеләрҙең юҡҡа сығыуы тураһында нимә уйлайһығыҙ? – тип ҡаршы алды уны президент.

– Иң тәүҙә саранчалар эше тигән уй килә. Тик төн эсендә бөтә хеҙмәтселәрҙе ашап бөтөрә алмайҙар бит. Бөтәһенең дә хеҙмәтселәре юҡҡа сыҡҡан. Шунан күҙәтеү камераларын ҡарап сығырға ҡуштым. Һаҡсылар бөтә хеҙмәт кешеләренең ҙур-ҙур төйөнсөктәр, машинала эшләгәндәре машина менән бер йүнәлештә юҡҡа сығыуҙарын хәбәр итте.

– Ҡайҙа китәләр һуң?

– Улар өҫкә үрмәләй. Ҡайһы берҙәре туранан-тура лифт аша, икенсе төркөм лифтты ла көтөп тормай, ярҙамсы туннелдәргә юл тотҡан. Булған бөтә нәмәләрен алып китергә тырышҡандар.

– Өҫкө ҡатта ҡала бармы ни?

– Юҡ, әфәндем. Улар ер өҫтөнә юл тота.

– Унда мәңгелек төн, мәңгелек ҡыш тип хәбәр итәләр ине бит.

– Бына уныһын тикшергән юҡ, – тип генерал битараф ҡына һөйләп бирҙе.

– Һин нимә? Илдә, ҡалала шундай хәлдәр бара, һаман да тикшерелмәгән, тип тораһың, – башлыҡтың күҙе маңлайына менде, дөпөлдәтеп өҫтәл төйҙө.

– Иртәгә бөтәһе лә билдәле булыр.

– Юҡ, иртәгәгә ҡалдырма. Бөгөн, бер нисә сәғәттән билдәле булһын! Генерал тип тормам мин һине!

Генерал сығып китте. Ул халыҡһыҙ ҡалған ил башлығын һанламай ине инде. Тик үҙе тураһында ҡайғыртыу уны ҡуҙғалырға, белергә мәжбүр итә. Бер үҙе генә тороп ҡалған президент баш вата башланы. Эйе, башы, ысынлап та, ватылып бара. Барыһы ла тыныс, яҡшы кеүек ине бит. Уның уйынса, тормош гел шулай барыр һымаҡ тойолдо. Аҫта эшләүселәрҙе ал-ял белмәй ҡыбырҙашҡан ҡырмыҫҡалар кеүек кенә күрҙе. Йәнәһе улар нимәлер уйларға, йә булмаһа ниҙер килтереп сығарырға һәләтһеҙ тигән фекерҙә булды. Күтәрелеште улар башлауын саҡ килеп төшөндө. Мин һеҙгә күрһәтермен әле, тип теш шығырҙатты ул. Аҫтан һуғышсылар ҡайтһа, бөтәһен дә бер юлы ҡырып ташларғамы әллә? Юҡ, улай булмай шул. Кем Эдемде ашатыр, кейендерер, көнкүреш бысрағын таҙартыр? Хатта уларҙы кәметеп тә булмай. Альфа тип аталыусы әрәм тамаҡтар бик күп үрсегән. Хәйер, альфалармы һуң улар? Ана, уның өйөндә йәшәүселәрҙең иң ҙур “хеҙмәте” ҡалаҡ-сәнске күтәреү, ашағанын бушатыу. Һыуытҡыс-шкафтарҙа ултырған аҙыҡты алып ашарға ла белмәйҙәр.Тьфү! Етәкселек итеү ҙә онотолған. Бөтә эште беталарға тапшырып бөткәндәр. Туҡта, был арала беталар ни атҡарған һуң? Улар ҙа аҡһөйәк булып ҡыланалармы? Тик ҡыланалар ғына. Реакторҙар менән улар етәкселек итә, инженерлыҡ эштәре, медицина улар ҡулында. Эйе, альфаларға уйларға ла ирек бирмәй, уларҙың бөтә бурыстарын тартып алып бөткәндәр ҙә баһа. Президент шулай уйлаған арала генерал кире әйләнеп килде.

– Рөхсәт итегеҙ, әфәндем, – теле бер төрлө һөйләһә лә, ҡиәфәте бөтөнләй икенсе – мыҫҡыллы ине. – Иң үткер ярҙамсым үҙенең эйәрсендәре менән күпте белә алған. Ер өҫтө яҡты һәм йылы булып сыҡҡан. Унда күсенеү һаман да дауам итә. Буш килеш сыҡмайҙар –

аҙыҡ-түлек, техника, төҙөлөш материалдары сығарыу бик йылдам бара. Беталар араһынан шәп лидерҙар бар. Ул ығы-зығы тыуҙырмай етәкселек итә. Бөтә ерҙә тәртип хөкөм һөрә. Иң аҫтағылар сығып бөткән. Саранча ҡурҡынысы иң тәүҙә уларға янай ине. Гаммалар завод-фабрикаларҙың ҡорамалдарын һүтеп алыу менән булыша. Уларҙың балаларын, ҡатын-ҡыҙҙарын өҫкә сығаралар. Эдемда аҙмы-күпме аңрараҡ дельталар ғына ҡалған. Органдар алыу клиникаһындағы бөтә резервты һиҙҙермәй генә алып сыҡҡандар. Медперсонал шым ғына медицина ҡоралдарын йыйып төрөү менән мәшғүл. Бына шундай хәлдәр, – Дар тынып ҡалды. Унда боросолоу-көйөнөүҙең әҫәре лә юҡ. Барған эштәргә һоҡланыуын йәшермәй һөйләй.

– Һин нимә, ниңә бер сара ла күрмәйһең, ниңә уларҙы туҡтатмайһың? Бына ошо минутта вазифаңдан төшөрөлдөң.

– Ха! Һин хәҙер бер кем дә түгел. Ултыр креслоңды ҡосаҡлап. Мин башҡаларға ҡушылам. Яңы хөкүмәткә хеҙмәт итергә кәрәк.

– Ах, һатлыҡ йән! – Президент ҡуйынында йөрөткән пистолетын сығарып, генералдың арҡаһына атып ебәрҙе.

Генерал Дар яурыны аша ялт итеп ҡараны, күҙҙәрендә ғәжәпләнеү сағылып ҡалды, шунан гөрһөлдәп йөҙтүбән ҡоланы. Бүлкелдәп ҡан аҡҡаны ишетелде. Үпкәгә кереп ултырған пуля тын алырға ирек бирмәй ине. Йөҙө ап-аҡ булған секретарь килеп инде. Влад ым менән генә яралыны алып сығырға бойорҙо. Ун минутлап ваҡыт үткәс кенә ике һаҡсы ҡан юғалтыуҙан инде мәйет булырға өлгөргән генералды алып китте. Секретарь күпме саҡырһа ла, йыйыштырыусыларҙы таба алманы. Әлеге һаҡсылар ҡайҙандыр таҙартыу ҡорамалдары менән иҙәндәге ҡандан таҙартып ҡуйҙы. Тәҙрәнән урамға баҡҡан президент боролоп ҡараманы. Бер аҙҙан үҙе аҫта стена ҡороусылар менән бәйләнешкә инеп, ундағы хәлдәрҙе белеште.

– Эш тамамланды тиерлек, бер нисә сәғәттән ҡайтабыҙ, – тигән яуапты ишетеп, еңел тын алды.

Президент командир Гайҙы түҙемһеҙлек менән көттө. Ул арала секретарь Ивонан һарайҙа күпме кеше хеҙмәт итеп ҡалғанын белеште. Иво тиҙ арала мәғлүмәт килтереп тә еткерҙе. Исем өсөн ултырған министрҙар кабинеты, башҡа етәкселәр күптән юҡҡа сығып бөтһә лә, туранан-тура президентҡа буйһона ине. Һаҡсылар әлегә бар икән. Күҙәтеү камералары, төп компьютер янында ултырыусылар үҙ урынында. Етәксе күҙәтеү эштәрен арымай-талмай дауам итергә ҡушты. Үҙенең кабинетын әлеге ваҡытта йыйылып ҡуйылған еңел, ләкин иҫ киткес ныҡлы стеналар менән уратып алырға бойорҙо.

Ул арала командир Гайҙың килеүе мәғлүм булды. Уны һис тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙеләр. Арыған, йөҙөн һәм кейемен туҙан баҫҡан командир инеп, рапорт бирҙе. Эштәр тамам, ул яҡтан күңел тыныс. Тик ҡасанға тиклем? Гай Эдемдағы һуңғы яңылыҡтар менән таныш ине.

– Ғәскәр менән ер өҫтөнә сығып, халыҡты кире ҡайтырға мәжбүр итергә кәрәк. Ҡайтмай ҡарышҡандарҙы, был болғанышты тыуҙырған етәкселәрҙе язалау кәрәк булыр.

– Ғәскәр ныҡ арыған. Һалдаттар йоҡлай, туйғансы ашарға мөмкинлек булманы. Башта уларҙы тәүҙә ял иттереп, ризыҡландырып алырға кәрәк. Юғиһә уларҙан бер файҙа ла булмаҫ.

Башҡа ваҡыт булһа, президент ауыҙ ҙа астырмаҫ ине. Хәҙер сабыр булырға, Гайҙың йән көйҙөргөс хәбәрҙәрен тыңларға, талаптарын үтәргә тура килә.

Ә был ваҡытта ер өҫтөндә эш ҡайнай ине. Инженер Әмин Хайр төҙөлөш эшендә бригадалар булдырырға ҡарар итте. Бәхеткә ҡаршы, торлаҡ төҙөр өсөн сеймал шул тиклем күп. Ағас йығырға, таш ҡаҙырға торядтар булдырылды. Көньяҡҡа ҡарап күп саҡрымдарға һуҙылған текә битләүҙәр кешеләрҙе көтөп, балҡып торған кеүек. Күп ҡатлы йорттар һалыр өсөн күп ваҡыт, көс талап ителәсәге билдәле. Шуға ла битләүҙәрҙе уйып һалынасаҡ йорттар бер-береһенә ныҡ яҡын торасаҡ. Экскаваторҙар тау битен өңә башланы. Был йорттар өс яҡлап тау эсендә буласаҡ. Ә фасад ҡояшҡа ҡарап торасаҡ, стена яртылаш быяланан. Түбә яҡтан кәҫ менән ябылып, тау ландшафтына ҡушылып 

китергә тейеш. Әлегә ямғырҙар яумай, кешеләр бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем эшләй. Йорт урынын экскаватор соҡоғандан һуң, ағастан каркас яһала, стеналар ҡағыла. Стеналар өсөн яһалған табаҡ-табаҡ материалдар аҫтан сығарыла – ундағы йорттарҙы ҡутаралар ине. Бындағы битләүҙәрҙән сыҡҡан һары балсыҡ бик шәп төҙөлөш материалы булып сыҡты. Ҡомо-балсығы кәрәкле генә нисбәттә ҡушылып, алдан әҙерләп ҡуйылған тиерһең. Йорттарҙы йылытыр өсөн ҡомташ менән балсыҡтан мейестәр һалынды. Улар аҙыҡ әҙерләү, йорт йылытыу өсөн дә яраҡлы ине. Бынан күп йөҙ йыл элек үк баҫылған китаптар ер өҫтөнә сыҡҡан кешеләр өсөн йәшәү ҡулланмаһы булды. Төҙөлөштө шул китаптар буйынса алып барҙылар. Өйрәнер нәмәләр күп әле. Карауат, диван, шкаф ише нәмәләр бөтә аҫтан сығарыла.

Кешеләр яңы тормош ҡороп йәшәүҙәрен белде. Күңелдәр күтәренке, кәйефтәр көр. Бындағы саф һауа шулай көс бирәме, арыу-талыу белмәйҙәр. Аҫтарына түшәк йәйеп, ерҙә йоҡлайҙар, таң атыу менән килеп тә торалар. Ҙур табындар ҡороп, тамаҡ ялғап алалар. Ҡайнар үлән сәйе эсһәләр, көстәре тағы ла артып киткән төҫлө. Шулай гөрләтеп эш менән мәшғүл булғанда, ер аҫтынан ғәскәр ҡалҡты. Сыҡҡас, колонна теҙелеп, атлап китмәк булды. Соҡор-саҡырлы, тигеҙ булмаған ер атларға ҡамасауланы. Йөк тейәгән машиналар үтә: ағас, таш-ҡом ташыйҙар. Халыҡтың төрлөһө төрлө яҡҡа һибелгән. Уларҙы ҡайҙан, нисек йыйып бөтөргә кәрәк? Ҡасандыр бер туҡтарҙар бит. Башлыҡ шулай уйлап, ғәскәрен туҡтатты. Ер йәме һалдаттарҙы ла әсир итмәй ҡалманы. Киң офоҡҡа, бейек һауаға, ҙур булып үҫкән ағастарға ҡарап, һуштары китеп ултыра бирҙеләр. Ҡояш күтәрелеп, ҡыҙҙыра башлағас, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, күләгәгә тартылдылар. Билбау аҫты бушағас, рюкзактарынан ризыҡ алып, тамаҡ туйҙырҙылар. Ике аҙна ер төпкөлөндә соҡоноп арыған кешеләр бер аҙ ял итер өсөн ятып торғайнылар, бөтәһе лә бер юлы йоҡоға талды. Командир ҡарауыл ҡуйыуҙы ла кәрәк тапманы. Арыу уҡ ҡына йоҡлап уянғас, бер нәмә аңламай торҙо, һалҡын булып киткәнен тойҙо. Бөтәһен дә айырмай

йылытҡан күк есеме бөтөнләй икенсе яҡҡа китеп барған. Тау башында эләгеп кенә торған төҫлө. Командир Гай үҙенең бында ни өсөн сыҡҡанын иҫенә төшөрөп, һикереп торҙо. Ана, бынан байтаҡ ҡына алыҫлыҡта, борғаланып аҡҡан һыу буйына кешеләр йыйыла, яҡтылыҡтар тоҡана, күккә бөҙрә бағаналар күтәрелә. Бөтәһе лә ят, ҡыҙыҡ донъя!

– Подъем! – Гайҙың тауышы тауҙарға бәрелеп, кире ҡайтты.

Ғәскәриҙәр иҫәңгерәгәндәй ҡыймылдаша, тороп ултыра башланы.

– Ирекле төркөмдәр менән аҫҡа, кешеләр янына! – Гай шулай бойорҙо.

Һалдаттар шым ғына йылға буйына юл тотто. Яурындарына аҫҡан ҡоралдар күтәргеһеҙ тойолдо. Күбеһенең уйында ошонда ҡайнашҡан кешеләр араһына инеп буталыу, ер аҫты донъяһына кире ҡайтмау теләге уянды. Йәш һалдаттар Илька менән Эд үҙ-ара мөңгөрҙәп кенә һөйләшә башланы:

– Гайҙы үҙе һиҙмәгәндә генә атайыҡ та ҡуяйыҡмы әллә? – Эд шулай һүҙ башланы.

– Мин беләм, күптәрҙең ер аҫтына төшкөһө килмәй. Гай ҙа башҡалар кеүек уйлай, һин уның ҡанын түгеп ҡуйма, – тине Илька.

Улар янына Гат килде. Уны күптәр яратмай. Егеттәр шым булды. Гаттың төрлө юлдар менән юғары вазифға үрләргә теләүен бөтәһе лә белә. Шуға уның менән һөйләшмәҫкә тырышалар. Торғаны бер шымсы.

Йылға буйындағылар тауҙан ғәскәр ағылғанын күреп тора, ләкин һаман үҙ мәшәҡәттәре менән булышалар. Ҡурҡыу йә шикләнеү билдәләре күренмәй. Был ҡоралһыҙ кешеләрҙе ҡырып һалыу бер ни тормай. Күпмеһендер ҡырып, ҡалғандарын ҡорал ярҙамында кире ҡыуырға була. Ул ваҡытта мин президенттың иң яҡын кешеһенә әйләнәсәкмен. Ошонда түшәлеп ятып ҡалған ирҙәр, ҡатындар, ололар, балалар аҙаҡ миңә тынғы бирәсәкме? Мин һалдат, кеше үлтереү минең ғәйебем түгел, ә бойорусының ғәйебе. Ошонда ҡайнашҡан кешеләр араһында минең дә атай-әсәйем бар. Башҡа

ғәскәриҙәрҙең дә туғандары ошонда. – Гайҙың башында шундай уйҙар өйөрөлә ине. – Мин президентҡа ант итһәм дә, ул үҙ халҡына ҡарата тоғро түгел бит. Быға тиклем беҙҙе хатта әҙәмгә лә һанамай ине. Был хәлдәр килеп тыуғас ҡына иҫенә төштө.

– Отряд! Стой! Мине тыңлағыҙ. Беҙҙең алдағы кешеләр атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ. Улар ҡараңғынан яҡтыға күтәрелеп, яңы тормош төҙөү менән мәшғүл. Быға тиклем был кешеләр эш машинаһы итеп ҡабул ителеп, ҡот осҡос шарттарҙа йәшәне. Ҡарағыҙ уларға хәҙер. Улар бөтәһе лә бәхетле, шат. Үҙҙәрен тиң итеп тоя. Беҙҙең тормош та уларҙыҡынан артыҡ түгел ине. Ҡайҙа ауыр, бысраҡ – шунда булдыҡ. Артыҡ уйламаһындар тип, көн дә инъекция ҡаҙанылар. Һуңғы көндәрҙә ул нәмәне ҡабул итмәгәс, башҡа төрлө уйлайһығыҙ, донъяны яңыса ҡабул итәһегеҙ. Шулаймы?

– Так точно! – берҙәм тауыш һауаны тетрәтте.

– Шулай булғас, әйҙәгеҙ, яҡын кешеләрегеҙ янына марш!

Усаҡтар янындағы кешеләр ғәскәриҙәр беҙгә ҡушылырға килә тип көтә ине.

Президент менән уның тоғро сәркәтибе түҙемһеҙлек менән ғәскәриҙәрҙе көттө. Уларҙың уйынса, кешеләр кире ҡайта башларға тейеш. Закон һағында тороусылар ғәйеплеләрҙе табыр, уларға яза бирер. Башҡалар ҡурҡыуҙарынан шым ҡалыр, элекке эштәрен дауам итер. Ни тиклем көтһәләр ҙә, бер кем дә кире ҡайтманы. Эдемда йәшәүсе аҡһөйәк йорттарында ла тынлыҡ. Улар саранча көтөүенән ҡурҡып, сығып китергә мәжбүр булған, ҡалалағы йәштәр күптән беталарға эйәргән ине. Урамда эштән сыҡҡан наркомандар ғына бәрелеп-һуғылып йөрөй. Әле килеп хөкүмәт аппаратындағылар ҙа зым-зыя.

Мин ни көтәм әле, тип уйлай секретарь егет. Президентҡа үҙ уйын әйтеп тормаясаҡ, юҡһа генерал Головин яҙмышын ҡабатлаясаҡ. Ул өндәшмәй генә үҙе теләгәнде эшләне. Аҙыҡ-түлек запасы президентҡа күп йылдарға етәсәк әле. Шау алйот булмаһалар, табып ашарҙар. Секретарь президент апартаменттарын йыйылмалы броня менән уратты. Уны асыу кодтарын секретарь менән Головин ғына белә

ине. “Әйҙә, йәшәһендәр. Бер урында яңғыҙ бикләнеп ятасағым юҡ. Әле ғаиләле булырға ла өлгөрмәгәнмен. Хуш, Эдем!” – тип электромобиленә ултырып, лифтҡа юл тотто.

 

Эпилог

Был хәлдәргә байтаҡ йылдар үтте инде. Ер өҫтөнә ҡалҡҡан кешеләр бүтән бер ҡасан да аҫҡа төшмәне. Төшкән осраҡта ла, кәрәк әйберҙәрҙе алыу өсөн генә ине. Ер өҫтөндә тормош башлар өсөн иң кәрәкле ярҙамсылар китаптар булды. Уларҙың бөртөгөн дә ҡалдырмай өҫкә ташынылар. Унан ары заман ғалимдары төрлө фәндәрҙе үҫтерҙе, заманса инфраструктуралар төҙөү ғилемен алға ебәрҙеләр. Мал-тыуар сығарылды, улар ер өҫтәнә тиҙ яраҡлашып, кәүҙәгә эреләнеп китте. Ер аҫтынан күтәртелгән завод-фабрика ҡорамалдары тәүге йылдарҙа ныҡ ярҙам итте. Аҙаҡтан күпкә камиллаштырып, яңынан ҡорҙолар. Кешеләр үҙҙәрен ер аҫты өсөн түгел, ҡояш аҫтында йәшәр өсөн тыуғанлыҡтарын күптән аңлағайны. Улар төҫкә матурайып, дәртле, шат күңелле булып китеүҙәрен аңлай, арыу-талыуҙы белмәй яңы тормош ҡороуҙарын дауам итте. Яңы ҡалалар тәбиғәткә мөмкин тиклем хилаф ҡылмаҫлыҡ итеп төҙөлә ине. Йорттар алты-ете ҡаттан бейегерәк итеп һалынмай. Уларҙың ҡыйығы ҡояш батереялары, ел тирмәндәре өсөн файҙаланыла. Ҡайһы йорттарҙың түбәһе йәшелсә баҡсалары итеп яраҡлаштырылған. Ямғыр һыуҙары әрәм булып ағып китмәй, шундағы резервуарҙарға йыйылып, йәшелсәләргә һибелә. Яғыулыҡ менән эшләгән техника юҡ, бөтә ҡорамалдар электр көсө менән эшләй. Ер аҫтында эшләгән атом реакторҙары йылы ваҡытта туҡтатылып, ҡыш көндәрендә, йорттарҙы йылытҡанда ғына эшләй.

Президент менән ҡатыны ғына ер өҫтөнә сығыуҙан ҡырҡа баш тартып, үҙ өңдәрендә йәшәне. Улар ашамлыҡ ҡаптары, һут шешәләре менән бүлмәләрен тултыра барып, әкренләп икенселәренә күсә килә йәшәне. Өҫтән уларға яҡтыртыр өсөн шәм, фонариктар төшөрөп биреп торҙолар. Йәшәгән урындары зыяраттары ла булды.

Тим менән Гули ғаилә ҡорҙо, өс бала үҫтерәләр. Ер өҫтөнә сығыуҙа эшләгән ҡаһарманлыҡтары өсөн “Ил батырҙары” тигән исем йөрөтәләр. Гули “Йәшелсәләрҙе яңы ысул менән үҫтереү” буйынса фән эшмәкәре. Профессор. Тим хоҡуҡ фәндәре докторы. Арыс мал-тыуар үрсетеү менән шөғөлләнгән эшҡыуар. Ул да мөхәббәтен тапҡан. Ҡатыны ветеренария фәндәре кандидаты. Барыһының да ата-әсәләре ныҡ олоғайған инде. Улар тәбиғәттең иң матур урынында донъя ҡороп, һаман да күрше йәшәй. Ҡаланы үҙ итмәнеләр.

Азат Хәким һаман да идеаль демократик дәүләт Ираданың башлығы булып хеҙмәт итә. Ныҡ олоғайған. Ләкин аҡыл-аң кимәле арта ғына барған аҡһаҡал.

Йәшәү юғары кимәлдә. Индустрия алға киткән. Осҡостар донъяның төрлө тарафтарына осоп икенсе илдәр, яңы донъя эҙләүҙән туҡтамай. Ер йөҙөнөң иң күп өлөшө һаман да үлек донъя булып, ҡара көйөп ята. Шуныһы үкенесле, эҙләнеүҙәр уңышһыҙ тамамланып тора. Ысын булһа, ҡайҙалыр ҙур бер утрауҙа тормош бар имеш, тигән хәбәрҙәр сығып ҡуя. Осҡостар унда барып етә алмай әле. Ғалимдар осоу ваҡытын оҙайлы итеү өҫтөндә эшләй. Халыҡ һаман да ныҡ үрсеп китә алмай. Ер аҫтында оҙаҡ йәшәү һөҙөмтәһендә кешеләрҙең күбеһе һаман да ике баланан арттыра алмай. Өс бала үҫтереү һирәк күренеш әлегә. Ирада илендә ике генә ғаилә дүрт бала үҫтерә. Улар фән күҙәтеүе аҫтында. Киләсәктә шул ғаиләләрҙән кешелек үрсеме артыр тигән өмөт бар.

Тәскирә ДАЯНОВА

Автор: