Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 13:15

Эй, Хоҙайым, 15 йәшлек кенә бит әле

Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай сабырлыҡ бирһен һеҙгә!

Эй, Хоҙайым, 15 йәшлек кенә бит әле

15 сентябрҙә төндә Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылының Байрам урамындағы йортта янғын сыҡҡан. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа экстрен хеҙмәттәр ебәрелгән.Тәүгеләрҙен булып янғын урынына райондың ирекле янғын һүндереү командаһы килеп еткән. Ут өйҙө тулыһынса ялмап алған булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан янғынды һүндереүгә туғыҙ кеше һәм өс техника йәлеп ителгән.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшергән ваҡытта 2006 йылғы үҫмерҙең мәйете табылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе һәм тәфтиш-оператив төркөмө фажиғә сәбәптәрен асыҡларға тейеш. Урында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үткәрелә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков