Шоңҡар
+11 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 15:00

Әллә блогер ғына булырға инде?!

 Ә һеҙгә бер көнлөк тулы эш көнө өсөн нисә һум түләйҙәр?

Билдәле булыуынса, блогерҙар бөгөнгө көндә иң байы һанала. Яҙылыусылары күбәйгән һайын, үҙҙәренең сәхифәләренә рекламаға ла хаҡ арта бара.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә иң текә блогер, Өфө егете Моргенштерн һанала. Уның Instagramында 7,6 миллион яҙылыусыһы бар. Бер көнлөк реклама өсөн уға 2 млн һум бирәләр.

Икенсе урында - феминистка, эшҡыуар, сәйәхәтсе Александра Митрошина. 2,5 млн яҙылыусыһы булған ҡатын реклама өсөн 1 млн һум һорай икән. Өсөнсө урында - Дина Саева. Instagramында 7,5 млн яҙылыусыһы булған был блогер һәм тиктокер ҡыҙ 600 мең һум ғына ала.

 Ә һеҙгә бер көнлөк тулы эш көнө өсөн нисә һум түләйҙәр?

Әллә блогер ғына булырға инде?!
Автор:Разинә Зайнетдинова